«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠЫУАНДЫҠТЫҢ ҠЫУАНҒАНЫ
+  - 

Ҡыпсаҡтағы Ҡыуандыҡҡа Ҡәҙриә, Ҡыям ҡунаҡҡа ҡайтты. Ҡыуандыҡ ҡарындашының ҡайтҡанына ҡыуанды, ҡосаҡлап ҡыланды. Ҡыуандыҡтың Ҡафияһы ҡыш ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатҡан, Ҡарайғырҙы ҡороҡлаған ҡыйыу ҡатын. Ҡырпаҡ ҡарғаса ҡырҡлаған ҡаҙ ҡарай. Ҡафия ҡоймағын да ҡойған, ҡарағатын да ҡайнатҡан, ҡунаҡтарына ҡаҙы, ҡабартма ҡуйҙы, ҡымыҙ ҡойҙо, ҡаты ҡоротон да ҡыҙғанманы. Ҡыҫтапмы-ҡыҫтаны Ҡафия ҡунаҡтарын. Ҡыҙ-ҡырҡын Ҡафияның ҡораған ҡорамаһына ҡыҙыҡты. Ҡунаҡтың ҡыҙыуында Ҡәҙриә Ҡыямын Ҡәйүм ҡоҙаһынан ҡыҙғанып ҡыйналды:
Ҡарамалыла ҡарама,
Ҡарамаға ҡарама.
Ҡара ҡашың ҡыймылдатып,
Ҡарпышыма ҡарама.
Ҡыям ҡыҙарҙы, ҡоҙаларынан ҡыйынһынып ҡыйпысыҡланды. Ҡараңғылағас, Ҡыям Ҡайраҡлыһына ҡасып ҡайтырға ҡарһаланды. Ҡасһа ла ҡоро ҡасмаған, ҡәһәрең, ҡайнағаһы Ҡасимдың ҡамытын ҡулына, Ҡафияның ҡырҡ ҡаҙының ҡап-ҡараһын ҡултығына ҡыҫтырған, ҡабаланып, ҡайынеңгәһенең ҡатаһын ҡуңалтаҡ ҡатҡан. Ҡамыт Ҡәйүм ҡыйыш ҡатанан ҡурҡып, ҡолап, ҡолағын ҡанатҡан, ҡатыуын ҡалҡытҡан. Ҡасҡан Ҡыямды Ҡәҙриә, Ҡафия Ҡарамалынан, ҡәйнештәре Ҡартсабындан Ҡараталға ҡарай ҡаманылар.
Ҡасим "ҡамыт, ҡамытым...", ҡәйнештәре "ҡыу, ҡыу..", Ҡәҙриә "ҡал, ҡал...", Ҡафия "ҡаҙ, ҡаҙ..", Ҡыуандыҡ "ҡуй, ҡуй...", ҡысҡырҙылар. Ҡыҙыу ҡыпсаҡтар ҡарағайлыҡты, ҡайынлыҡты ҡалдырмай ҡараны. Ҡыҙ-ҡырҡынды ҡурҡытып, ҡуян ҡамышлыҡтан ҡасҡас, ҡараһалар, Ҡыям ҡайғырып ҡына ҡаты ҡоротҡа ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы ҡушып ҡапҡылай. Ҡафия ҡаҙының ҡуҙҙа ҡыҙҙырылмағанына ҡыуанды. Ҡыям ҡупырыҡ ҡәйнештәренә ҡаршылашты, ҡайрылып ҡаҡшаны. Ҡыҙыулыҡтан ҡылған ҡылығынан ҡыйынһанһа ла, Ҡыям Ҡараталда ҡалманы. Ҡайтҡанда ҡара ҡаҙ ҡаңғылдап ҡаҡшатты.
Ҡыуандыҡ Ҡыямдың ҡайтҡанына ҡыуанды. Ҡыуандыҡтың ҡыуанғанына ҡалғандар ҙа ҡыуанышты.
Ҡарағанат ҡарғалар
Ҡарҡылдаша ҡуймай.
Ҡыуандыҡ та, Ҡыям да
Ҡәҙриәнән ҡурҡмай.
- Ҡуй, ҡаранмағыҙ, ҡорғанды ҡороғоҙ. Ҡәҙерләгәндәрендә ҡәҙерләнеп ҡалайыҡ...

Ҡыпсаҡтарҙың ҡыйналғанын ҡарап ҡаҡшаусы
Ҡыҙыҡбикә Ҡыуанғанова исеменән:
Айһылыу БАЙБАҠТИНА.
Йылайыр районы.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.06.24 | Ҡаралған: 575

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru