«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЛӘСӘЙҘЕҢ КҮҢЕЛ ҺАНДЫҒЫ
+  - 


Ошондай исем менән үткән сараны, быйылғы Ғаилә йылына арнап, Балбыҡ ауылы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы район ағинәйҙәренә тәҡдим итте. Борондан өләсәйҙәребеҙ ғаилә тотҡаһы, тәрбиә мәктәбе бурысын йөкмәгән. Уларҙың тәрбиә мәктәбе бөгөн халыҡ педагогикаһы тип йөрөтөлә. Халыҡ педагогикаһы иһә халыҡ ижадына нигеҙләнә. Өләсәйҙәребеҙҙең күңел һандығындағы һаҡланған ошо ҡомартҡылар менән танышыуҙы, бүҫкәреберәк киткән өлөшөн тулыландырыуҙы маҡсат итеп ойошторолдо ла инде был сара.

Саҡырыуҙы Һөләймән, Ҡужай, Әүеш (Иҫке Байрамғол), Һөйөндөк, Рысай, Мулдаҡай ауылдарындағы ойошмалар шатланып ҡабул итте. Сараның тағы бер шарты буйынса, һәр команда ағзалары ейәнсәрҙәрен дә алып килергә тейеш ине. Шулай булмаһа, сараның ни файҙаһы! Балаларҙың әҙерлек барышында уҡ өләсәйҙәре менән бергә булғанлыҡтары ярыш барғанда күҙгә ташланды. Алдан уҡып, йөкмәткеһен белеп килергә тейешле әкиәттәр буйынса бирелгән тест һорауҙарын тултырыуҙа ла, серле йомаҡтарҙың яуабын табыуҙа ла ошо ейәнсәрҙәр уңғанлыҡ күрһәтте лә инде.
Халҡыбыҙҙың боронғолоғон билдәләгән, борондан ошо ерҙә -Уралда йәшәүҙәренә танытма булған аҫыл ҡомартҡыбыҙ булған "Урал батыр" эпосына айырым ҙур урын бирелде. Һәр команда эпостың йөкмәткеһен яҡшы өйрәнеп килергә тейеш ине, шулай булды ла. Һәр кем үҙ өлөшөнә төшкән урындың йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәре менән матур, тулы итеп һөйләп ишеттерҙе. Эпостың йөкмәткеһен башынан аҙағына тиклем барлағандан һуң, ни өсөн Йәнбикә менән Йәнбирҙенең йәшәү рәүеше шулай булған, ни өсөн Шүлгән яңылыш юлдан киткән, ни өсөн кесе һәм оло маҡсатлы Урал халыҡ батырына әйләнгән тигән һорауҙарға асыҡлыҡ индереү, Уралдың кешелеккә ҡалдырған васыятының бөгөнгө көндәге әһәмиәте, унан тыуған уландарҙың ата юлын тотоуы тураһында фекер алышыу шул тиклем йәнле барҙы. "Эпосты ҡайтанан уҡып сығам. Аңлашылмаған урындарын аңлап ҡалдым", - тигән ихлас һүҙҙәрҙе ишетеү йөрәккә май булып яғылды.
Бәйгенең "Халыҡ йырҙарында - халҡым тарихы" тигән өлөшө лә уйландырҙы ла, моңландырҙы ла. Ҡаһым түрә, Урал, Тәфтиләү, Ҡуңыр буға, Илсе Ғайса, Ахун йырҙарының бәғерҙәрҙе өҙөрлөк тарихтарын һөйләп ишеттергәндән һуң, өләсәйҙәребеҙҙең моңло тауыштары менән йырҙы йырлап ебәреүҙәренән күҙҙәргә йәш эркелде. Тарихын тыңлағандан һуң йыр бар булмышы менән күңелдәрҙе арбай икән ул. Бер шағирәнең: " Халҡым моңдо - һандуғастан түгел, һандуғас халҡымдан отҡан", - тип әйткәне лә хаҡ икән, тип ултырабыҙ йырсыларҙы тыңлағанда. Илсе Ғайса йырының бер вариантын Әүеш - Балбыҡ яҡтарында Ахун тип йөрөтөүҙәрен дә белеп ҡалдыҡ.
Ғаилә темаһына арналған мәҡәлдәрҙең яртыһын табып та аҡыл тупланы өләсәйҙәребеҙ. Сараның милли кейемгә арналған өлөшө лә мауыҡтырғыс итеп уйлап төҙөлгән ине. Балбыҡ ағинәйҙәренең береһе Рәзилә Ибраһимова - районда был өлкәлә танылған оҫталарҙың береһе. Районда ғына түгел, республика кимәлендә лә милли кейем ярыштарында ҡатнаша. Уның һандығынан сыҡҡан таҫтар, сарыҡ, һарауыс, ҡушъяулыҡ, яға һәр кемде һоҡландырҙы. Был зиннәтле әйберҙәрҙең ҡулланылышы, эшләү алымдары тураһында ентекле белешмә лә алынды сарала.
Сара ысын мәғәнәһендә бай йөкмәткеле булып, һәр кем файҙалы мәғлүмәт алды, өләсәйҙәрҙең "күңел һандығын" тултырҙы. Ярыш программаһының бик уйланып, еренә еткереп төҙөлөүендә, уңышлы үтеүендә ойошма етәксеһе Байрамғолова Зәһинә Рәйес ҡыҙының һәм уның командаһының тырышлығы ята.
Ярыштың еңеүсеһе тип табылған Һөләймән ауылы ағинйҙәренең: "Ошо сараға әҙерлек үҙе бер ваҡиға булды беҙҙең өсөн. Кистәрен китапханаға йыйылып, күмәкләп уҡыйбыҙ, өйрәнәбеҙ. Күпме мәғлүмәт иҫкә төштө, күпме яңы белем алдыҡ. Балбыҡ ауылы ағинәйҙәренә рәхмәтебеҙ сикһеҙ", - тигәне лә үрҙә әйткәндәргә хуплау булды.
Райондың урындағы башҡорттар ҡоролтайы етәксеһе Мозафар Харис улы Ҡадиров та, Туңғатар биләмәһе хакимиәте башлығы Алмас Хәмзә улы Ғиззәтуллин да ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, районда "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының эшенә ҙур баһа бирҙеләр. Сараның төп бағыусылары ла ошо ике ир уҙаманы булды.
Һуңыраҡ Ҡунаҡбай ауылында үткән Мөнәжәтселәр йыйыны ла өләсәйҙәр һандығын тулыландырыусы сара булды, тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Был һирәк башҡарыла торған халыҡ ижадын да йыйырға, һаҡларға, таратырға тейешбеҙ. Ҡабатланып тормаһа, хәтерҙән юйылыуы ла бар бит. Шуныһы ҡыуаныслы булды:оҙонлоҡҡа ярайһы ғына һуҙылған районыбыҙҙың ике яҡ осонан да йыйылдылар мөнәжәт башҡарыусылар.
Ҡобағош ауылынан килгән 92 йәшлек Рәхмәтуллина Кинйәһылыу инәйҙең сәхнәгә сығып, ҡулындағы яҙыулы ҡағыҙҙарын да күрһәтеп: "Быныһы инәйемдең әйтеп йөрөгән мөнәжәте. Быларын үҙем башҡарам. Әлбиҙаҡ та әйтеп күрһәтәйем әле",- тип һәр береһенә аңлатма бирә-бирә сығыш яһауын бик яратып ҡабул иттеләр. Ярыштың яңғыҙ башҡарыусылар араһындағы төп еңеүсеһе - Баттал ауылынан Таһирова Гөлдәр Рәхмәт ҡыҙы булды. Баһалама ағзалары уның көйҙө дөрөҫ көйләп башҡарыуына иң юғары баһа бирҙе. Коллективтар араһында хужаларға, Ҡунаҡбайҙан "Аҡтеләк" ағинәйҙәр фольклор ансамбленә, етеүсе булманы. Егермегә яҡын кешене туплаған оло төркөмдөң бер иштән янып торған милли кейемдә, оҫта ғына баҫып, сәхнәгә сығып теҙелеүе лә өлгө алырлыҡ матур күренеш ине. Ойотоп ҡына әйтелгән нәсихәттәре күңелдәрҙе нурландырҙы, тыңлаған һайын тыңлайһы ғына килде. Уральск ағинәйҙәре ошо сараға уҡыусы баланы һәм атай кешене әҙерләп алып килеп, бик шәп итте. Динислам Үҙәнбаев иң йәш башҡарыусы номинацияһын алһа, яҡташыбыҙ Мәүлит ағай Ямалетдиновтың Ҡөрьәнгә шиғри тәржемәләренән Фатиха сүрәһен әҙерләп башҡарыусы Һибәтуллин Камил дә һынатманы.
Ярышҡа килгән һәр кем, һәр төркөм тик маҡтауға ғына лайыҡ. Ҡасандыр ижад ителеп, күңел түрендә һаҡланып, бөгөнгәсә килеп еткән мөнәжәттәр, нәсихәттәр көйләнгәндә илаһи бер сихри донъя сорнап ала: олатай-өләсәйҙәребеҙҙең баҫалҡы ғына тауыштарын ишеткәндәй, аҡыллы күҙ-ҡараштарын тойғандай булаһың. Эйе, һаҡларға һәм таратырға, балаларыбыҙға ишеттереп торорға тейешбеҙ был ҡомартҡыны ла.

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.06.24 | Ҡаралған: 176

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru