«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҒАСТАРҒА КҮБӘЛӘК ЯБЫРЫЛА
+  - 

Парһыҙ ебәк күбәләге (шелкопряд) - эребидтар ғаиләһенә ҡараған күбәләк, үҫеш стадияларының бер өлөшө ағас ашап үтә. Башта был күбәләк Американы баҫып алған, һуңынан Рәсәйгә индерелгән, тип аңлатты биология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко "Башинформ"да үткән матбуғат конференцияһында.

Ебәк күбәләге үрсеүе 10 йылдан 12 йылға тиклем дауам итә. Улар Башҡортостан урманын иң күбе 1976 йылдан 1978 йылға тиклем ашаны, әммә ҡарлы һәм һалҡын ҡыштарҙан һуң кәмене. Әле парһыҙ ебәк күбәләге Өфө йүнәлешендә, көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан хәрәкәт итә. Былтыр "Шүлгәнташ" ҡурсаулығы яғындағы ағастарҙы яланғасландырҙылар. Уларҙың ваҡыты-ваҡыты менән күбәйеүе сәбәптәре тураһында ғалимдар һаман булһа бәхәсләшә.
"Рәсәй урманын һаҡлау" федераль бюджет учреждениеһы филиалы - "Башҡортостан Республикаһы урманды һаҡлау үҙәге"директоры Сергей Бутин аңлатыуынса, ҡарышлауыҡ айырыуса имән, ҡайын һәм емеш ағастарын ярата. 2-3 йыл рәттән йәй ҡоро килһә, үрсейҙәр. Һыуыҡ ҡыш улар өсөн хәүефле, әммә быйылғы ҡыш Башҡортостанда һалҡын булманы. Көслө ел уларҙың таралыуына булышлыҡ итә.
Космостан төшөрөлгән һүрәттәр, мониторинг һәм тикшереүҙәр улар үрсегән урындарҙы асыҡларға ярҙам итә. Иң һөҙөмтәле сара - иҫкәртеү. Йомортҡа һалған ботаҡтарҙы ярты метрҙан кәм булмаған тәрәнлектәге соҡорға күмергә, яндырырға кәрәк, тип аңлатты Сергей Бутин. Парһыҙ ебәк күбәләге йомортҡа һалған урын төк менән ҡапланған кейеҙ кеүек күренә. Ҡурсаҡтарын минераль май һалынған кәрәсин менән эшкәртергә, ағас олоно ярыҡтарын майларға, ағастағы ҡарышлауыҡтарға инсектицид һибергә мөмкин.
Василий Мартыненко парһыҙ ебәк күбәләге менән көрәштең өс ысулы тураһында һөйләне: "Был химик, биологик эшкәртеүҙәр һәм тирә-яҡ мөхиткә бөтөнләй зыян килтермәгән ата күбәләктәр өсөн феромон тоҙаҡтары. Әммә был ысулдың һөҙөмтәһе киләһе йылға ғына күренәсәк. Парһыҙ ебәк күбәләгенең тәбиғи дошмандарына килгәндә, был бөжәктәрҙең үҙенсәлеге арҡаһында улар бик аҙ. Ҡоштарҙан уны кәкүк кенә ашай. Тәбиғәттә йөнлө ҡарышлауыҡтарҙы ашай алған ҡоштар бик аҙ. Миллиардлаған ҡарышлауыҡ тыуған йылда кәкүктең тотош армияһы кәрәк булыр ине, - тип билдәләне Василий Мартыненко. - Шуға күрә урманды химик эшкәртеүгә рөхсәт бирергә кәрәк". Республика халҡы парһыҙ ебәк күбәләге таралыу урынын асыҡлауҙа ярҙам күрһәтә һәм урманды һаҡлау үҙәгенә хәбәр итә ала. Берҙәм диспетчер хеҙмәте телефоны - 8-800-100-94-00.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.06.24 | Ҡаралған: 160

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru