«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛАУАТ ЕРЕНӘ, БАЙРАМҒА КИЛ!
+  - 

Башҡортостанда Салауат Юлаев тыуып үҫкән Тәкәй ауылы урынында "Салауат ере" тарихи-мемориаль паркы асыла. Комплексты асыу тантанаһы милли батырыбыҙҙың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған "Салауат йыйыны" республика фольклор байрамы көнөнә - 16 июнгә билдәләнгән.

Үҙенсәлекле тарихи парктың концепцияһын халыҡ шағиры Мостай Кәримдең "Салауат. Өн аралаш ете төш" әҫәре буйынса әҙерләгәндәр. Һәр үҙәндә "Тыуған илде һағыныу ", "Бала саҡ", "Әсә менән осрашыу", "Михнәтле юл", "Халыҡ менән һөйләшеү", "Салауат һәм уның атаһы Юлай" һәм "Йыуаныс" тигән тематик пункттар бар.
"Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко һөйләүенсә, "Салауат ере" паркын асыу республиканың төньяҡ-көнсығышында туризмды үҫтереү өсөн яңы этәргес бирергә тейеш. "Беҙҙең, Башҡортостан халҡы өсөн Салауат Юлаев милли герой ғына түгел, республикабыҙ символы ла. "Салауат ере" паркына туристарҙан һәм тарихсыларҙан тыш, ябай кешеләр ҙә килер, тип ышанам. Сөнки был комплекс Салауат Юлаев, ғөмүмән, Башҡортостан, уның тарихы, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында", - тип билдәләне министр.
"Салауат ере" тарихи-мемориаль паркын асыу Башҡортостан тарихында Салауат Юлаевтың иҫтәлеген һаҡлау йәһәтенән иң әһәмиәтле ваҡиға булмаҡсы, тип иҫәпләй республиканың Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев. "Сөнки Салауаттың тыуған ауылы Тәкәйҙең бер өлөшө нисәмә йылдар Силәбе өлкәһенә ҡарай ине. Тап шуға ла беҙ унда мемориаль комплекстар төҙөй алманыҡ. Өс йыл элек кенә төбәктәр араһындағы килешеү буйынса Силәбе өлкәһе ошо сик буйындағы биләмәнең бер өлөшөн Башҡортостанға тапшырҙы. Шул ваҡытта "Янғантау" геопаркы был урында "Салауат ере"н төҙөү эштәренә тотондо, беҙ уны 16 июндә асабыҙ", - тип һөйләне ул парктың барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында.

"Киске Өфө" гәзите, №23, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.24 | Ҡаралған: 346

Киске Өфө
 
Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.

(Ралф Эмерсон).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru