«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛАУАТ ЮЛАЕВТЫҢ ҠУЛҒА АЛЫНЫУЫ
+  - 

Салауат Юлаевтан тәүге һорау алыу протоколы һаҡланмаған. Салауаттың һорауҙарға нисек яуап биреүе хаҡында беҙ Аршеневскийҙың, ул саҡта Салауат һәм уның атаһы Юлай Аҙналин өҫтөнән тәфтиш итеүсе Өфө провинциаль канцелярияһының махсус һорауына яуап итеп, 1775 йылдың 6 майында генерал Фрейманға яҙған ҡыҫҡа һәм фрагментар булған хаты буйынса һүҙ йөрөтә алабыҙ.

Салауаттың яуаптары хаҡындағы Аршеневский рапортының шундай ҡыҫҡа булыуының, беҙҙең ҡарашҡа, билдәле сәбәптәре бар. Беренсенән, Аршеневский Фрейманға рапорт яҙған саҡта унда Салауаттан һорау алыу протоколы булыуын белгән, сөнки ул ошо протоколды Салауат ҡулға алыныу менән үк ебәргән була (был хаҡта әлеге май рапортында ла туранан-тура әйтелә). Икенсенән, Салауаттан һорау алыуға ярты йыл үтеүгә подполковниктың ҡайһы бер нәмәләрҙе онотоуы ла мөмкин. Шуға күрә Аршеневский Салауаттың ҡасан һәм кем тарафынан тотолоуы хаҡындағы һорауға яуап яҙғанда Салауат һөйләгәндәрҙең төп йөкмәткеһен төшөрөп ҡалдыра һәм бар иғтибарын ҡулға алыныусының бирелергә теләге булмауына, ҡаҙаҡ далаларына ҡасып китергә ҡарар итеүенә йүнәлтә. Аршеневский Салауатты һәм уның атаһын "кешелекһеҙ", "уҫал ниәтле" булыуҙа ғәйепләй, шул уҡ ваҡытта, йәнәһе, башҡорт халҡының Салауат Юлаевтың ҡулға алыныуын хуплауы хаҡында яһилдарса ялған хәбәр таратыуҙан да тартынмай. Һуңынан Салауат Аршеневскийҙа үҙенән тәүләп һорау алыу тураһында Мәскәүҙә, Сенаттың Йәшерен экспедицияһында һорау алғанда иҫкә ала, уны шул саҡта таяҡ менән туҡмауҙары хаҡында ла әйтә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡалмаҡлар ауылында Салауаттан һорау алыу хаҡында башҡа мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Аршеневский үҙенең артабанғы рапорттарында Салауатты башҡорт старшинаһы тип атауына ҡарағанда (ысынбарлыҡта Салауаттың ундай вазифаһы булмай), ул ентекле тикшереү үткәрмәгән, сөнки иң тәүҙә һорау алыныусы хаҡында аныҡ биографик мәғлүмәттәр бирелергә тейеш була.
1774 йылдың 25 ноябрендә Салауаттан һорау алыу протоколы Аршеневский яҙған рапорт менән Өфөгә, генерал Фрейманға ебәрелә. Икенсе көндә үк Фрейман генералдар А.В. Суворов һәм А.Д. Скалонға Салауаттың әсиргә алыныуы хаҡында хәбәр итә. 2 декабрҙә ошо хәбәр баш командующий П.И. Панинға ла еткерелә. Ул шундуҡ "баҫтырылған бунттың төп башлыҡтары"ның береһе булған әсиргә алыныусыны нисек итеп язалау хаҡында күрһәтмә һорап, императрицаға мөрәжәғәт итә. Панин үҙе лә тәфтиш эштәре барышында, "башҡорт халҡының төп юлбашсылары" Салауат һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндың ғәйеп кимәлдәрен билдәләүҙән тыш, башҡорттарҙың ни сәбәпле ихтилалға күтәрелеүҙәрен, уларҙың Пугачев һәм баш күтәргән казактар менән бәйләнештәрен асыҡлау кәрәклеге тураһында үҙенең тәҡдимдәрен индерә.
Панин яҙғанса, Салауат менән Юлай "быть в сердце башкирскаго народа казнены для прочнейшаго онаго на будущия времена устрашения". Ул Салауатты ҡулға алғанда әүҙемлек күрһәткән поручик Лесковскиға капитан званиеһын биреүе хаҡында хәбәр итә. Үҙенең реляцияһында генерал-аншеф Салауаттың һәм уның атаһының нисек ҡулға алыныуы тураһында ентекле донесение ебәрә.
Салауаттың исеме Екатерина II батшабикәгә 1774 йылдың февралендә үк билдәле була, сөнки уға каратель ғәскәрҙәре командующийы, генерал-аншеф А.И. Бибиков Пугачев атаманы И.С. Кузнецовтың, полковник Салауат Юлаевтың һәм уларҙың арҡадаштарының 1774 йылдың 20 ғинуарында Көнгөр властарына һәм халҡына ҡаланы үҙ иректәре менән баш күтәреүселәргә биреү кәрәклеге хаҡындағы мөрәжәғәтенең бер нөсхәһен ебәрә. Был документ императрицаның Пугачевтың һәм уның ярандарының ҡулға эләккән документтарын юҡ итеү хаҡындағы 11 ғинуарҙа иғлан ителгән исемле указына һәм Хәрби коллегияның 1774 йылдың 4 ғинуарындағы указына ярашлы юҡ ителмәй ҡала, сөнки Бибиков ошо мөрәжәғәттәге, ул үҙе яҙғанса, "чаянную дерзость" хаҡында императрицаның үҙенә белдерергә ҡарар итә. Һуңынан Екатерина II хөкүмәт ғәскәрҙәренең башҡа командующийҙары донесениеларынан, йәшерен комиссиялар начальнигы П.С. Потемкиндан Салауаттың хәрби уңыштары һәм хәрби начальниктарҙың уның хаҡында "Пугачевтың билдәле эйәрсәне", "башҡорт халҡы араһында төп ҡотҡосо" тигән фекерҙәрен белә. Екатерина, ул үҙе Пугачев һәм уның арҡадаштары өҫтөнән Мәскәүҙә тәфтиш эштәре һәм хөкөм ойоштороу менән шөғөлләнгән көндәрҙә (1774 йылдың 5 декабрендә) Паниндың реляцияһын ала һәм 1775 йылдың 27 ғинуарында ғына Панинға Салауат менән уның атаһын Мәскәүгә Сенаттың Йәшерен экспедицияһына алып килеү хаҡында рескрипт ебәрә.
Салауат Юлаевтың ҡулға алыныуы хаҡында билдәле булыу менән Панин 1774 йылдың 6 декабрендә Аршеневскийға бойороҡ бирә: "Злодея Салаватку и взятых с ним есаула, писаря и двух башкирцов..., заковав, особливо перваго, в ручныя и ножныя кандалы, за караулом отправить немедленно в Казань к тамошнему господину губернатору". Шул уҡ көндә Тимашевҡа Силәбелә ҡулға алынған Юлай Аҙналинды ла Ҡаҙан ҡалаһына ебәреү хаҡында ордер ебәрелә: "Под караулом и заковав в железа". Панин, Ҡаҙан губернаторын ныҡ киҫәтә: Салауатты һәм Юлайҙы, ҡулдарын һәм аяҡтарын бығаулап тоторға, стенаға тимер сыйныр менән бәйләп ҡуйып, уларҙы һаҡ аҫтында тотоуҙы шәхси күҙәтеп торорға бойора: "до решения об них или от ея императорского величества, или от меня собственно".

Инга ГВОЗДИКОВА, тарих фәндәре кандидаты.
"Салават Юлаев. Исследование документальных источников" китабынан.
(Дауамы. Башы 23-сө һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.24 | Ҡаралған: 109

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru