«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВИНОГРАД
+  - 

Элек һатыу нөктәләрендә емеш-еләк бөтөнләй һатылмай торғайны, бар булған аҙыҡ-түлек: манпасый, перәник, камауай шәкәр, кәнсирле павидло, мискәле көнбағыш майынан ары китмәне. Емеш-еләктәрҙе төҫлө китаптарҙан ғына күреп белә инек, ауыҙ һыуыбыҙ ҡороп, ҡасан ғына шул ожмах емештәренән ауыҙ итербеҙ инде, тип хыяллана ла торғайныҡ.

Ауылыбыҙҙың үрге яғында урман ҡырында ҙур алмағас үҫте, ул ни сәбәптән унда, ҡырағай тәбиғәт шарттарында тамыр ебәреп үҫеп сыҡҡандыр, уны кем килтереп ултыртҡандыр, билдәһеҙ. Ҡыҫыр ағас ине ул. Беҙ бала-саға шул алмағасҡа барып, япраҡтарын өҙөп еҫкәп кинәндек. Уларҙан иҫерткес алма еҫе килә торғайны. Ҡыҙыҡ өсөн, йәй көнө, баҡсабыҙҙағы алмағастың япрағын еҫкәп ҡараным һәм, ғәжәпкә ҡаршы, бер ниндәй ҙә еҫ тойманым. Әҙәм балаһы бик теләһә, күҙ талдырып, көпә-көндөҙ күк йөҙөнә ҡарап йондоҙ ҙа күрә ала, тиҙәр, шуның ише, ул сихри еҫ күрге, тәмләп ҡарағы килгәндә генә хасил булалыр, бәлки.
Бер көн беҙҙең сос ҡолаҡтарға үрге оста йәшәгән Фәтхелислам еҙнәй алыҫ Үзбәкстан тарафтарынан виноград алып ҡайтҡан, йәнәһе лә, тигән хәбәр килеп ишетелде. Был беҙҙең, итек башынан ары китмәгән бала-саға өсөн, ғәҙәти булмаған, шаҡ ҡатырырлыҡ яңылыҡ ине. Апайымды эйәртеп алып, шунда киттем. Һиҙемләүебеҙсә, тегеләр ҙур ҡунаҡ йыйғандар ине шикелле: оло ҡапҡалары шар асыҡ, туғарылған бер нисә ат бесәнле арбаларына бәйләнгән, көймәле матайҙар ҙа күренә. Өңөлөп, биниһая ваҡыт һерәйҙек тупһа ауыҙында. Бына, оҙаҡ көттөрөп, Ғәбиҙә апай күренде лә ризаһыҙ ҡарап, ҡаш төйҙө: "Ништәп йөрөйһөгөҙ ваҡытһыҙ, тар ергә таяу булып?" Танауымды мырш-мырш тарттым: "Теге, ней, винаграт ашағыбыҙ килә..." "Уны ҡайҙан ишеттегеҙ?" "Нәсимә Әлфиәгә әйткән, Әлфиә - Ғәфүргә, Ғәфүр - Шәрифйәнгә, Шәрифйән - апайыма, апайым - миңә..." "Йүкә телефонығыҙ шәп эшләй икән!" "Телефуныбыҙ юҡ ул беҙҙең, винаграт ашағыбыҙ килгән ҡорһағыбыҙ ғына бар!" Семтем дә май әҫәре ҡунмаған арыҡ эсемде һыпырҙым. "Виноград, тиһегеҙ инде? - Апай икеләнгәндәй итте. - Уны ҡунаҡтарҙың алдына, табын уртаһына ҡуйғайным бит әле... " "Улайға уҡ китһә, беҙ ҙә ҡунаҡ инде у!" "Саҡырылмаған, әрһеҙ ҡунаҡтар, тип тә өҫтә! Ярай, көтөгөҙ, хәҙер апсығам, тик алдан киҫәтәм, күпкә өмөт итмәгеҙ!"
Апайыбыҙ инеп китеп, ике бөртөк ҡара емеш алып сығып, икебеҙгә тотторҙо: "Мә, һаҡлап ашағыҙ, тәмле нимә күп бумай!" Беҙ, ҡыуанышып, теге хан һыйын урттарыбыҙға ҡыҫтырып, ҡайтыу яғына йүнәлдек. Әҙерәк барабыҙ ҙа емештәрҙе алмаштырып ҡабабыҙ, шулайтып уртаҡлашһаң, татлыраҡ та, тәмлерәк тә була икән дә баһа. Төш ауғансы шулай ҡыу-ғәләмәт килеп йөрөп ята инек, ҡапыл апайым ҡәҙерле әйберен юғалтҡандай ҡысҡырып ебәрҙе: "Ай-й-й!" "Ништәп олойһоң шул саҡлы?" "Бер урттан икенсеһенә күсергәнсе винагратым йотолдо ла китте!" "Гел шулай һоғалай, әрәмтамаҡ булдың инде!" Ни хәл итмәк, икебеҙгә бер емеш тороп ҡалды. Апайыма биреп торам да, өңөлөп, тегенең ауыҙына текәләм: "Йотоп ҡына ебәрә күрмә, һинең көп ҡорһағың һимеҙ ҡонанды тартып алырға әҙер!"
Төштән һуң Раилде осраттыҡ, теге иғтибарлы әҙәм булараҡ, ҡупайған уртыма күҙ атты: "Нимә, кәнфит һураһыңмы, әллә ҡаты ҡоротмо?" "Юҡ, винаграт!" "Ул нимә була тағы?" "Наҙан, - белгән берҙән-бер атамамды өҫтәнем, - бик алыҫта Афырика, тип аталған бер ил бар, шунда ҡара емеш ашаған сөм ҡара халыҡ йәшәй!" "Күрһәт винагратыңды!" Ғүмерҙә татып ҡарамаған емеште күргәс, тегенең күҙҙәре шарҙай булды: "Ҡана, мин дә ҡабып ҡарайым!" Йомарт кеше булараҡ, емеште Раилдең усына һалдым, әммә киҫәтеп ҡуйырға ла онотманым: "Ҡара уны, йә һытып, йә яңылыш йотоп ҡуйма!"
Бер аҙҙан беҙҙең эргәгә эт өйөрө бала-саға йыйылған ине инде, виноград сиратлап Нәсимәнең, Мөҙәристең, Рәшиттең, Ишбирҙенең, Йомабайҙың, Баязиттең, Рәсимәнең ауыҙына күсте. Иң аҙаҡтан Динислам ҡапты ла күҙҙәрен шаҡмаҡландырып тынып ҡалды. Мин хәүефләнеп тексәйҙем: "Дауай, тиҙерәк сығар, бөгөндән башҡа иртәгә лә көн бар!" "Йоттом. Яңылыш..." "Һин нимә! Хәҙер ҡомағай эсеңде һығам!" "Эсемде һығыу менән генә рәт сыҡмаҫ, винаграт өҫкә ҡалҡмаҫ, әллә иртәгәге көндө көтәйекме, бәлки, бетәү көйө генә кире төшөр..."
Шулай итеп, алтындай күргән икенсе емештән дә яҙҙыҡ һәм ҡайғылы баштарыбыҙҙы түбән эйеп, ҡайтыу яғына ҡарай йүнәлдек...
...Тамаҡ туйыу. Күңел туйыу. Ҡапма-ҡаршы төшөнсәне аңлатҡан ике һүҙ бәйләнеше. Хәҙер тамағыбыҙ туя ул, кибеттәр емеш-еләктән һығылып тора, йәнең теләгәнеңде һайлап ал, һайлап ҡап. Ә минең өсөн бөгөн икенсе төшөнсә - күңелдең туйыуы, уны көр һәм хөр булыуы күпкә кәрәгерәк һәм ҡәҙерлерәк.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.24 | Ҡаралған: 120

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru