«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуғыш тарихы һеҙҙең ғаиләлә лә ҡабатланамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"ФАНЕРА АҪТЫНДА" ЙЫРЛАУ ТАМАШАСЫНЫ АЛДАУ УЛ
+  - 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары "Тамаша-күңел асыу хеҙмәттәре күрһәткәндә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында" Федераль закон проектын әҙерләне һәм Дәүләт Думаһына ҡарауға индерҙе.

- Закон проекты ҡулланыусының тамаша-күңел асыу хеҙмәттәре тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыу хоҡуғын тәьмин итергә һәм бындай хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрергә тейеш, - тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙ йыш ҡына башҡарыусылар һәм ижади коллективтарҙың меңәрләгән тамашасы алдында ла "фанера аҫтында" йырлағанын беләбеҙ. Концертҡа билет һатып алған тамашасы яҡшы сығыш урынына уны "суррогат продукт" көткәнен белмәй. Уның хоҡуҡтары яҡланмаған. Беҙ "плюслы фонограмма" төшөнсәһен нығытырға, башҡарыусыларҙың һәм ойоштороусыларҙың ҡулланыусыларға фонограмма файҙаланыу йәки "тере тауыш" менән башҡарыу тураһында мәғлүмәт биреү бурысын билдәләргә тәҡдим итәбеҙ.
Шулай уҡ закон проекты ошондай мәғлүмәт булмағанда ҡулланыусыларҙың билет өсөн аҡсаһын кире ҡайтарыу хоҡуғын нығыта. Рәсәй Федерацияһы субъекттарына үҙ биләмәләрендә фонограммаларҙы ҡулланыу һәм ҡулланыусыларға мәғлүмәт еткереү тәртибен билдәләү хоҡуғы бирергә тәҡдим ителә.
Республика парламенты спикеры әйтеүенсә, бында бөтөнләй тыйыу тураһында һүҙ бармай. "Концертта заманса тауыш - ҡатмарлы система, - тине Константин Толкачев. - Сығышты сағыуыраҡ итеү өсөн етди студияларҙа эшкәртелгән композициянан айырым фрагменттар ҡулланылырға мөмкин. Әммә башҡарыусы "плюслы фонограмма" аҫтында сығыш яһаһа, тамашасыла һорау тыуасаҡ. Айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән, концерт майҙансығының үҙенсәлектәренә, һауа шарттарына бәйле "плюс аҫтында" сығыш яһарға мөмкин, әммә сараны ойоштороусылар тамашасыға был хаҡта хәбәр итергә тейеш..."
Хәбәр ителеүенсә, закон проектын әҙерләр алдынан ижади коллективтар, мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, федераль парламент депутаттары, йәмәғәтселәр һәм эксперттар менән консультациялар үткәрелде.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.24 | Ҡаралған: 360

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru