«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠУРАЙСЫЛАР ЙЫЙЫНЫ ҮТТЕ
+  - 

Башҡортостан Ҡурайсылар союзының V йыйынында (съезы) төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе һайланды. Ул - Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, музыкант һәм педагог Салауат Кирәев.

Ҡурайсылар йыйыны Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған "Салауат йыйыны" фольклор байрамында үтте. Сара милли батырҙың тыуған төйәгендә, Тәкәй ауылы урынында асылған "Салауат ере" тарихи-мемориаль паркында ойошторолдо. Съезд эшендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәнис Алтынбаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты деканы Азат Айытҡолов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыка кафедраһы доценты Артур Ғайсаров, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостандың халыҡ артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Айбулат Рәхмәтуллин, шулай уҡ билдәле ҡурайсылар, ғалимдар, фольклорсылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм республиканың милли йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре - 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Йыйында ҡурай традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт халыҡ музыкаһын һәм башҡарыу сәнғәтен популярлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. Ҡатнашыусылар ҡурайҙа уйнау оҫталығын йәш быуынға тапшырыуҙың мөһимлеген һәм йәш ҡурайсыларҙы уҡытыу өсөн шарттар булдырыу кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ сарала башҡорт халҡының күренекле ҡурайсыларының хәтерен мәңгеләштереү өсөн республика милкендә булған биналарҙа йәки объекттарҙа мемориаль таҡтаташтар һәм иҫтәлекле билдәләр ҡуйыу, Өфөлә милли уйын ҡоралы ҡурайға һәйкәл асыу тәҡдиме лә яңғыраны. Йыйында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова дәүләт наградалары тапшырҙы.

"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.24 | Ҡаралған: 342

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru