«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИОНЛАП БИРӘЛӘР...
+  - 


Көн һайын Башҡортостан халҡы төрлө иҡтисади "тоҙаҡҡа" эләгә, оҫта манипуляторҙар намыҫлы граждандарҙың аҡсаһын һура. БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәт-коммуникация технологияларын законһыҙ ҡулланыуға ҡаршы көрәш бүлеге начальнигы полиция полковнигы Азат Тимерйәнов "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы журналисы Ксения Калинина менән әңгәмәлә мутлашыусыларҙың ниндәй хәйләләргә барыуы, кемдең уларҙың ҡорбаны булыуы һәм ни өсөн әле лә был хәлдең дауам итеүе хаҡында һөйләне.

Азат Флүс улы, былтыр һәм быйылғы йыл башындағы статистиканан башлайыҡ. Республикала йәшәүселәр мутлашыусыларға күпме аҡсаһын бирә?

- Былтыр беҙҙең төбәк граждандары мутлашыусыларға 3 миллиард 200 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Быйыл дүрт ай йомғаҡтары буйынса - 1 миллиард 200 миллион һум. Бөгөн 1 миллиард 700 миллион һум самаһы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алданыуҙар дауам итә. Енәйәт һаны тураһында һүҙ барғанда, 2023 йылда 10 меңгә яҡын мутлашыу, 2024 йылда банк карталарынан аҡса урлауҙы иҫәпкә алып, 4 мең енәйәт ҡылынған. Көнөнә уртаса зыян 10-15 миллион һум тәшкил итә. Эш көндәрендә граждандар 20 миллионға тиклем күсерә ала, ял көндәрендә сумма аҙыраҡ.

Ни өсөн ял көндәрендә зыян аҙыраҡ?

- Бында банктарҙың эшләмәүе лә йоғонто яһай. Һәм кешеләр ниндәйҙер проблема менән борсолмағанда, эштән ял иткәндә, күрәһең, эш көндәренә ҡарағанда уяуыраҡ була. Шәмбе-йәкшәмбелә дөйөм алғанда 1 миллион һум зыян күрелеүе ихтимал.

Йышыраҡ кем мутлашыусыларҙың ҡорбаны була? Алданған кешенең уртаса статистик портреты үҙгәргәнме?

- Эйе, үҙгәрҙе. Әгәр элек башлыса пенсионерҙар йәки ауыл халҡы булһа, хәҙер урта йәштәгеләр ҙә, белемле кешеләр ҙә алданыуы ихтимал. Улар араһында табиптар ҙа, педагогтар ҙа, ғилми дәрәжәле юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ла бар. Был даими үҙгәреүсе мутлашыу схемаларына бәйле. Әгәр элек осраҡлы рәүештә шылтыратһалар, хәҙер енәйәт ҡылыуға әҙерлек бара. Киберразведка ысулдарын ҡулланып, мутлашыусылар буласаҡ ҡорбанды урланған мәғлүмәттәр базаһы йәки сайттар ярҙамында өйрәнә. Улар зыян күреүсегә шылтыратҡанда психик тәьҫир итеүҙең психологик алымдарын ҡулланып, нимәгә баҫым яһарға кәрәклеген беләләр. Улар үҙҙәрен психолог-белгестәр тип әйтмәй, әммә төп алымдарҙы үҙләштерә, алгоритмдар буйынса эш итә. Зыян күреүсегә яҡындары өсөн ҡурҡыу йәки аҡса аша тәьҫир итәләр йәки уның ҡомһоҙлоғон уяталар, инвестициялар аша байырға тәҡдим итәләр. Ысулдар даими камиллаша һәм үҙгәрә. Халыҡҡа тиҙ яраҡлашыу ауыр. Әгәр элек "Һеҙҙең туғанығыҙ юл транспорты ваҡиғаһына эләккән" тигәнерәк бер схема популяр булһа, уны кешеләр аңланы һәм провокацияларға бармай башланы. Хәҙер барыһы ла белә, әгәр банк хеҙмәткәре шылтырата икән, был - алдаҡ. Әммә "Дәүләт хеҙмәттәре"нән йәки финмониторингтан шылтыратһалар, барыһы ла быға әҙер түгел, шуға күрә зыян күреүселәр бар.

Мутлашыуҙың күпме ысулы тураһында һүҙ алып барырға мөмкин?

- Уларҙы һанау мөмкин түгел. Әгәр йыл башында бер нисә ысул булһа, йыл аҙағында бөтөнләй икенсе ысул ҡулланыуҙары мөмкин, улар үҙгәреп тора. Мәҫәлән, үткән йылдың август-сентябрь айҙарында мессенджерҙар аша инеү популяр булған. Мутлашыусылар "балам өсөн тауыш бир", "фотоконкурста минең өсөн тауыш бир" кеүек һылтанмалар ебәрә. Ә ғинуарҙа был ысул юҡҡа сыҡты.

Республикабыҙҙа киң таралған һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табышлы 3 мутлашыу төрөн атағыҙ.

- Беренсе урында "банктарҙың именлек хеҙмәте". Был төркөмгә классик мәғәнәлә банктың именлек хеҙмәте, шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәренән, Үҙәк банктан, Федераль Хәүефһеҙлек хеҙмәтенән (ФСБ), Рәсәй тикшереүселәр комитетынан шылтыратыусылар инә. Енәйәт ҡылыу ысулы бер үк, тик сәбәбе бер аҙ үҙгәрә. Иң ҙур зыян ошо йүнәлештә. Әгәр кеше тоҙаҡҡа эләкһә, унан мөмкин тиклем аҡса "һурасаҡтар".
Икенсе урында - "инвесторҙар". Байлыҡҡа ынтылыусылар. Улар аҡсаны ҡайҙа һалырға белмәй, төрлө платформалар буйынса "инвестициялайбыҙ", "криптовалюта", "акциялар" кеүек иғлан эҙләй. Барыһы ла бәләкәй суммаларҙан башлана, һуңынан ставкаларҙы арттырырға тәҡдим итәләр. Шул уҡ ваҡытта уяулыҡты "йоҡлатыу" өсөн башта ҙур булмаған сумма күсерәләр. Кеше ныҡлап ышанғас, ул кредитҡа инә. Аҙаҡ шәхси кабинет бикләнә, барыһы ла юғала. Зыян миллиондан башлана һәм унан да юғарыраҡ.
Өсөнсө урында - төрлө тауар һәм хеҙмәт һатыу сайттары ярҙамында алдашыу. Бында ҙур зыян түгел, әммә осраҡтар күп. Кеше аҡса ебәрә, әммә тауарҙы алмай. Граждандарға һатып алыусы шылтыратып, хәүефһеҙ килешеү төҙөргә тәҡдим итә, уға фишинг һылтанмаһы ебәрә. Һатыусы уның буйынса аҡса күсерә.

Мутлашыусыларҙың портреты тураһында. Граждандарыбыҙҙы ҡайғы-хәсрәткә һалған кешеләр кем ул?

- Юғарыла аталған топ-3-төң тәүге ике ысулы тураһында һүҙ барғанда, уларҙы табыуы бик ҡыйын. Был кешеләр махсус хеҙмәттәр ярҙамында эшләй. Өсөнсө ысул буйынса беҙҙең үҙебеҙҙең граждандар эшләй. Типик мутлашыусылар - 30 йәшкә тиклемге йәштәр. IT-белемгә эйә булыу мотлаҡ түгел. Бында афералар менән шөғөлләнеү өсөн айырым белем кәрәкмәй.

Ниндәй енәйәт иҫегеҙҙә ныҡ ҡалды һәм мутлыҡ ҡорбаны йәлләү тойғоһо уятты?

- Ҙур зыян килтергән һәр енәйәт граждандарға төҙәлмәҫлек зыян килтерә һәм ҡыҙғаныу уята. Беҙҙә халыҡ бай тип әйтеп булмай. Ябай кеше өсөн бер миллион һум ғына түгел, хатта 100 мең һумды юғалтыу ҙа ауыр. Үҙ аҡсаһы юҡ, был - заём аҡсаһы. Кеше банк алдында бурыслы булып ҡала. Уны банкротлыҡ йәки биш йыл түләүҙәр буйынса һынау көтә. Иң яҡшы осраҡта - алдағы йылдарҙа мутлашыу ҡорбаны үҙен сикләйәсәк, иң насар осраҡта - бурыстарын ҡаплау өсөн күсемһеҙ милекте һатырға тура киләсәк. Мәҫәлән, Туймазы районында йыйыштырыусы булып эшләүсе ҡатын быйыл енәйәт-селәргә 3,5 миллион һум күсергән. Банктан кредит алған. Уның рәсми эш хаҡы 15 мең һум һәм уға банк 3,5 миллион һумлыҡ кредит биргән. Нисек итеп? Өфөлә медицина хеҙмәткәре 11 миллион һум күсергән, был, әйткәндәй, әлегә республика буйынса антирекорд. Ул бөтә банктан да кредит алған. Кушнаренко районынан тағы бер "инвестор" 8 миллион һум аҡсаһын биргән - аҡсаһын да, машинаһын да һатты. Уны ярты йыл "эшкәрткәндәр". Һөҙөмтәлә бер нәмәһеҙ тороп ҡалған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың оператив кәңәшмәләрҙең береһендә әйтеүенсә, мутлашыу менән булған был хәлде туҡтатыу өсөн полиция нимә эшләй?

- Бер туҡтауһыҙ иҫкәртеү эштәре алып барабыҙ. Барыһын да аңлатабыҙ, социаль әүҙем халыҡ, шулай уҡ студенттар һәм уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре менән эшләйбеҙ. Башҡа категориялар ҙа күп: эшләмәгәндәр, пенсионерҙар, улар менән участка хеҙмәткәрҙәре аша әңгәмә алып барабыҙ. Киң мәғлүмәт саралары аша хәбәр итәбеҙ. Ҙур сауҙа үҙәктәрендә банкоматтар янында беҙҙең хеҙмәткәрҙәр дежур итә. Финанс министрлығы, Үҙәк банк, Мәғариф министрлығы менән бәйләнештәбеҙ, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара эшсе төркөмдә эшләйбеҙ, унда кәңәшмәләр үткәрелә һәм иҫкәртеү буйынса идара итеү ҡарарҙары әҙерләнә. Хәҙер мутлашыуҙы иҫкәртеү буйынса өс йылға хөкүмәт программаһын булдырыу мәсьәләһе тикшерелә. Бында бөтә урындағы дәүләт власы органдары һәм хоҡуҡ һаҡлау структуралары йәлеп ителәсәк. Проблема ҡатмарлы һәм уны комплекслы хәл итеү мөһим.
Әммә күп нәмә кешенең үҙенә бәйле икәнен оноторға ярамай! Күпме генә: "Таныш булмаған номерҙы алмағыҙ! Ышанма! Яҡындарығыҙға кәңәш һорап йәки полицияға мөрәжәғәт итегеҙ! Ул ғына ниндәй һайлау яһарға икәнен хәл итә…" тип әйтмә, кеше үҙенсә хәл итә.

Әйткәндәй, үҙеңде нисек һаҡлау буйынса кәңәштәр:
- Интернет-магазинда һатып алғанда рецензияларҙы, һатыусы тураһында мәғлүмәтте өйрәнегеҙ, сайттың адресын тикшерегеҙ.
- Таныш булмаған кешеләргә мөһим мәғлүмәтте: карта номерын, CVC-кодты һ. б. кодтарҙы бирмәгеҙ.
- Шикле сайттарҙа банк картаһы мәғлүмәттәрен индермәгеҙ һәм онлайн-шопинг өсөн айырым карта ҡулланығыҙ.
- Таныш булмаған сайттарҙа социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттар һәм мессенджерҙар аша авторизация үтмәгеҙ.
- Ике факторлы аутентификацияны үҙ иҫәп яҙмаларына инеү өсөн тоташтырығыҙ. Һәр аккаунт өсөн төрлө ҡатмарлы паролдәр ҡулланығыҙ һәм уларҙы даими яңыртығыҙ.
- Шикле хаттарҙы асмағыҙ һәм ышанысһыҙ сығанаҡтарҙан файлдарҙы күсереп алмағыҙ.
- Таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ. Спамдан һаҡлағыҙ һәм номерҙы билдәләүсе ҡуйығыҙ.
- Һәр ваҡыт мәғлүмәтте тикшерегеҙ һәм ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ!


"Киске Өфө" гәзите, №26, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.24 | Ҡаралған: 76

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru