«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

12 июнь - Өфө ҡалаһы көнө. Баш ҡалабыҙ һеҙҙе нимәһе менән арбаны, ни өсөн һеҙ тап ошо ҡалала төпләнергә ҡарар иттегеҙ һәм Өфө йәшәйеш өсөн уңайлымы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҒАИЛӘ МЕНӘН ҠАРАҒЫҘ!
+  - 

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ошо көндәрҙә 104-се ижад миҙгелен ябырҙан алда тамашасыларына мөғжизәле бүләк - "Заятүләк менән Һыуһылыу" спектаклен тәҡдим итте. Ғаилә менән килеп ҡарау өсөн тәғәйенләнгән яңы тамаша башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнеп ҡуйылған.

Спектаклде билдәле режиссер, Ш. Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйҙы, ә пьесаны Мәжит Ғафуриҙың әҙәби эшкәртеүендәге эпосҡа таянып, йәш драматург Мария Малухина яҙған. Уның интерпретацияһында башҡорт халыҡ эпосы йәш кешенең үҙ юлын эҙләүе, дуҫлыҡ һәм тоғролоҡ, маҡсатҡа ирешеүсәнлек, туған-ара татыулыҡ һәм, әлбиттә, мөхәббәт тураһындағы тарихҡа әүерелде. Быға саҡырылған белгестәр - рәссам Ася Бубнова, композитор Магуля Мезинова, хореограф Илья Оши, яҡтылыҡ буйынса рәссам Сергей Скорнецкий, визуаль эффекттар буйынса рәссам Михаил Теребиленконың оҫталығы ла булышлыҡ итте.
Ҡоро ерҙә һәм һыу аҫты батшалығында барған ваҡиғаларҙы сағылдырыу өсөн заманса технологиялар, ҡорамалдар оҫта ҡулланылған. Компьютер һәм яһалма интеллект мөмкинлектәрен ҡулланып ижад ителгән бихисап матур тамашаларҙы күреп, күнегеп бөткән балаларыбыҙ күңеленә юл таба белде саҡырылған белгестәр. Шуға ла, бәлки, башҡорт халыҡ эпосы геройҙарының тышҡы ҡиәфәттәре башҡа халыҡтарҙың йәнһүрәттәрҙә кәүҙәләндерелгән мифик заттарына ла оҡшап киткәндәй тойолдо. Сәхнәгә күтәрелгән һәр актер тәү минуттарҙан уҡ тамашасы иғтибарын яулай һәм үҙе артынан әкиәт донъяһына илтә алды.
Әйткәндәй, төп ролдәрҙе йәш актерҙар Линар Бәйегетов (Заятүләк) һәм Айым Сөләймәнова (Һыуһылыу) башҡарҙы. Улар был сағыу спектаклде эшләүе ҡыҙыҡлы булыуын, үҙ ролдәрен оло яуаплылыҡ менән уйнауҙарын телгә алды. Шулай уҡ спектаклдә Хөрмәтулла Үтәшев - Диңгеҙхан батша, Алмас Әмиров - Йәноҙаҡ вәзир, Алһыу Ғәлина - ханбикә, Урал Әминов, Артур Кәбиров һәм Артур Ҡунаҡбаев - ағалы-ҡустылы ендәр, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева - мәсекәй әбей, Юнир Ҡоланбаев - аждаһа, Айнур Ситдиҡов - толпар, Зилиә Хәлилова - өкө, Руслан Ғәлимов - алабуға, Айҙар Шәмсетдинов - Байназар ролдәрен башҡарҙы.
Диңгеҙ төбөндәге төрлө тереклекте лә оҫта кәүҙәләндерҙе артистар. "Бик борон ижад ителеүенә ҡарамаҫтан, "Заятүләк менән Һыуһылыу" башҡорт халыҡ эпосы бөгөн дә актуаль - ул мөхәббәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, тормошобоҙҙоң әхлаҡи нигеҙҙәре тураһында. Пьеса авторы Мария Малухина һәм ҡуйыусы төркөм менән беҙ серле һәм ғәжәйеп һыу аҫты батшалығын яңыса күрһәтергә, ғаилә менән килеп ҡарарлыҡ спектакль эшләргә теләнек", тине ҡуйыусы режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев", -тип хәбәр иткәйне театрҙың матбуғат хеҙмәте. Ижади төркөмдөң был ниәте тормошҡа ашыуына премьераны килеп ҡараған һәр тамашасының театрҙан йөҙө балҡып, күтәренке кәйеф менән сығыуы дәлил. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының был спектакле лә сәхнәнән оҙаҡ төшмәҫ, моғайын.

Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.24 | Ҡаралған: 464

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru