Беҙҙең республика матур тәбиғәтле, күркәм кешеләр йәшәгән, иҡтисади йәһәттән тотороҡло төбәк. Мине иң һөйөндөргәне - республикала ауыл хужалығының юҡҡа сыҡмауы. Күпме төбәктәр СССР тарҡалғандан һуң заманаға яраҡлаша алманы, ауыл хужалығы бөтөнләй тиерлек юҡҡа сыҡты, завод һәм фабрикалар ябылды. Был йәһәттән беҙҙең төбәк үҙенең тотороҡлоғон һаҡлап ҡала алды.
Әлеге мәлдә лә Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы әүҙем эшләй, фермерҙар һаны арта. Республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, республикала 8 меңдән ашыу фермер теркәлгән. Былтыр улар иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының дөйөм уңышының 36 процентын, һөттөң - 11, шәкәр сөгөлдөрөнөң 22 процентын етештергән.
Фермерҙарҙың уңышлы эшмәкәрлегенә республикала ҡаралған төрлө грант программалары ла ярҙам итә. Мәҫәлән, быйыл минең таныш фермер "Ғаилә фермаһы" программаһында ҡатнашып, еңеүгә өлгәште. Уға һәм тағы бер еңеүсегә бүленгән грант күләме 40,6 миллион һум тәшкил итте. Был, әлбиттә, фермерҙарға ҙур ярҙам. Республика етәкселегенең ошо өлкәләге төрлө ярҙамы ауыл хужалығы эшсәндәренә дәрт өҫтәй, аяҡтарында ныҡлы баҫып торорға булышлыҡ итә.
Башҡортостанда бер нисә йыл "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" программаһы уңышлы эшләп килә. Оло быуын кешеләре өсөн республика буйлап бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәттәр ойоштороусыларға "Афарин!" тиергә генә була. Төрлө тәбиғәт ҡомартҡылары, Өфө һәм төбәктең башҡа ҡалалары буйлап сәйәхәт, музейҙар буйлап йөрөү һәр кемдең күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра. Әле күптән түгел ошо программа буйынса ғаилә дуҫтарыбыҙ Беларусь республикаһын барып күреп ҡайтты. Әйткәндәй, Беларусь республикаһына беҙҙән 1,6 мең хеҙмәт ветераны барған икән. Үҙ тиҫтерҙәре менән аралашып, яңы дуҫтар табып, сит ерҙәрҙе күреп ҡайтыу донъяны йәмләп ебәрә. Ә оло кешегә күп кәрәкмәй - бары тик уға ҡарата булған иғтибар һәм ихтирам.
Республикала тормошҡа ашырылған тағы ла бер шәп программа - "Һаулыҡ поездары"ның райондар буйлап йөрөүе. Ауыл халҡына баш ҡалаға түгел, район үҙәгенә барып тикшерелеү ҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Унан һуң, йәшерер урыны юҡ, үҙ һаулығыбыҙға ҡул һелтәп ҡарайбыҙ күп осраҡта һәм һаулыҡты тикшереү өсөн махсус дауаханаға барып йөрөмәйбеҙ. Ә бында табиптар үҙҙәре үк ауылға килә, ни күңел менән бармайынса ҡалырға мөмкин!
Ғөмүмән алғанда, республикала халыҡты ҡайғыртҡан, уның мәнфәғәтен уйлаған төрлө программалар бихисап. Балаларға ла, йәштәргә лә тәғәйенләнгәндәре бар, төрлө белгестәр ҙә ярҙам ала һәм башҡалар. Шуға күрә Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүе уңайлы. Ҡәҙерен генә беләйек!
Тәғзимә ӘСФӘНДИЙӘРОВА.
Стәрлетамаҡ районы
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|