«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘҘЕҢ РИЗЫҠ
+  - 


Халҡыбыҙ быуаттар буйына ергә аҫабалыҡ хоҡуғы менән файҙаланған. Ситтән килтерелгән яһалма аҙыҡ-түлек заманында экологик таҙа ризыҡты үҙең үҫтереп, ғаилә аҫрарлыҡ ерең бармы бөгөн?

Рәлиф СӘЙФЕТДИНОВ, Бүздәк Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, "Бәрәкәт-Агро" теплица комплексының генераль директоры:
Халҡыбыҙ телендә шундай ҡанатлы һүҙ бар: ҡайҙа тыуғанһың - шунда кәрәкһең. Мәктәпте тамамлағас, юрист һөнәренә тәүҙә - колледжда, унан һуң БДУ-ның юридик факультетында уҡыным, ләкин юрист булып эшләргә тура килмәһә лә, артабанғы эшемдә уҡыған һөнәремдең бик тә кәрәге тейеп кенә тора. Мин тыуып-үҫкән еремә - Бүздәгемә ҡайтып, үҙ эшемде асырға ҡарар иттем һәм йәшелсә үҫтереү йүнәлешен һайланым, сөнки, беренсенән, был минең өсөн бала саҡтан таныш эш: атайым 1994 йылдан алып ошо тармаҡ буйынса эшләне. Баҡса тултырып кишер, сөгөлдөр, һуған, һарымһаҡ сәсте, аҙағыраҡ теплица ҡороп ебәрҙе һәм эшен ябыҡ грунтта ла дауам итте. Икенсенән, атайымдың эшен дауам итке килде, юғиһә, үҙебеҙ тәпәй баҫып үҫкән еребеҙ етемһерәп буш ятһынмы, йә булмаһа, ситтәр килеп уға хужа булырға тейешме? Әйткәнемсә, атайымдың ере бар ине, мин шунда теплица ҡороп, йыл әйләнәһенә уңыш алыу ниәте менән эш башлап ебәрҙем. Тик шулай ҙа ярҙам кәрәк ине, әлбиттә, сөнки үҙ иҫәбеңә генә фермерлыҡ эшен башҡарып сығыуы ауыр мәсьәлә. Күп уйлап тормай, мин 2020 йылда яңы эш башлаусы фермерҙарға дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашып, 2,9 млн грант яулауға өлгәштем. Был иһә ер биләмәһен тағы ла киңәйтеп, алдынғы технологиялар менән эшләүсе стационар теплица төҙөргә мөмкинлек бирҙе. Шунан әкренләп эштәр алға барҙы. Бөгөн минең "Бәрәкәт-Агро" комплексы - гектар самаһы ерҙә йыл әйләнәһенә хуш еҫле ҡыяр һәм башҡа төр йәшелсә үҫтереүсе ябыҡ биләмә, ерҙең квадрат метрынан 160-180 кг уңыш алабыҙ. Ҡыярҙы заманса махсус голланд системаһы буйынса үҫенте һабаҡтары үрмәләп үҫһен өсөн ҡуйылған бейек конструкциялар (шпалерҙар) ярҙамында, идара ителеүсе микроклимат булдырып, түтәлдәрҙе тамсылап һуғарыу ысулы менән үҫтерәбеҙ. Башҡортостаныбыҙ ерҙәргә бай, ләкин беҙҙең яҡтарҙа, шөкөр, әрәм булып, хатта ҡуртымға алырлыҡ та буш ятҡан ерҙәр юҡ.
Миңә Урал аръяғы райондарында булып ҡайтырға тура килгәйне, унда иһә йәйрәп ятҡан иркенлек, күп урындарҙа ер биләмәләре буш ята, уларҙы ҡый үләндәре, әрәмәлек, йәш ағас үҫентеләре ҡаплап алып бара. Ниндәй ерҙәр! Нимә теләйһең, тот та сәс! Ана шул етемһерәп ятҡан ташландыҡ ерҙәрҙе күреп, йәнем әрнене. Ер-Әсәбеҙ, тибеҙ икән, ул бит уңыш тыуҙырырға, кешеләрҙе туйындырырға, һөйөндөрөргә тейеш. Дөрөҫ, был яҡтар алтынға ла, баҡырға ла, тигәндәй, ҡаҙылма байлыҡтарға бай, шуның өсөн дә ерҙең бында айырыуса ҡәҙерен белеп, уны әрһеҙ ер соҡоусылар баҫып алмаһын, ер йөрәген йырғыслап, уны яфаламаһын өсөн үҙебеҙгә файҙаланырға, уңыш үҫтерергә кәрәк, тип уйлайым, сөнки законлы рәүештә ергә хоҡуғыңды нығытып, дәүләт ярҙамында иген йә башҡа төр бөртөклөләр сәселгән биләмәгә ҡомһоҙҙар ҡул һуҙырға баҙнат итмәҫ ине.
Һеҙҙең һорауҙа әйтелгәнсә, экологик таҙа ризыҡ етештереү - бөгөнгө көн талабы бит, юғиһә, картуфтың картуфын да бит ҡайҙандыр ситтән - Мысырҙан, Израилдән ташыйҙар. Буш ятҡан ерҙәргә картуф сәсеп кенә лә бөтөн республиканы үҙебеҙҙең тәмле, таҙа ризыҡ менән тәьмин итергә була, тип уйлайым, тик бергәләшеп, коллектив фермер хужалыҡтарына ойошоп эшләү отошлораҡ. Үҙемдән сығып, ошо йүнәлештә эш башлаусыларға, иң мөһиме - ер булһын да, теләк булһын, тип өндәшер инем. Республика Ауыл хужалығы министрлығы бындай башланғыстарҙы ҡуш ҡуллап ҡаршылай, ярҙам итергә һәр саҡ әҙер тора. Тағы шуны әйткем килә: ерҙә эшләүгә йәштәрҙе ылыҡтырырға, ҡыҙыҡһындырырға кәрәк, юғиһә, беҙҙән һуң ерҙәребеҙгә кем хужа булып ҡалыр?...

Наил БАЙҒУСҠАРОВ, Хәйбулла район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары: Ғаиләһен генә түгел, тотош районды тотоп торған данлыҡлы фермерҙар байтаҡ бөгөн. Шундай тырыш һәм маҡсатына ынтылышлы эшҡыуарҙарҙың береһе беҙҙең Хәйбуллала ла бар һәм уның хеҙмәте республикала яҡшы билдәле. Татыр-Үҙәк ауылы егете, урындағы Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Урал Закиров ысын мәғәнәһендә ер кешеһе, бәғзе берәүҙәр кеүек, ул күп аҡса артынан ситкә китеү яғын ҡараманы, бәхетен тыуған ерендә тапты. Уның хужалығы 2008 йылдан бирле игенселек менән шөғөлләнә, шул уҡ ваҡытта малсылыҡ тармағын да үҫтерә. Әлбиттә, уңыш еңел генә бирелмәй. Урал Әзһәр улы ла үҙ эшен ни бары 150 гектар ерҙә башлап ебәргәйне, уның ҡарауы, хәҙер хужалыҡ ҡарамағында 5 мең гектарға яҡын ере бар. Ер ҡәҙерен белеп, үҙен тыуған еренең ысын хужаһы итеп тойған тырыш игенсе һәм малсылыҡ коллективы йылдан-йыл яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшә. Былтыр, мәҫәлән, фермер Урал Закиров 2023 йылғы уңыш йыйыуҙа яулаған юғары хеҙмәт һөҙөмтәләре буйынса республика конкурсында еңеүсе 30 фермер иҫәбенә сыҡты һәм "Лада Нива" автомобиле менән бүләкләнде. Фермер хужалығының ҡеүәттәре үҫә бара: бөгөн уның малсылыҡ фермаһында 220 баш һыйыр малы аҫрала, ауыл хужалығы техникаһы паркы булдырылды, иген таҙартыу комплексы, икмәк бешереү пункты һәм ашханаһы бар. Бөтә был уңыш үҙенән-үҙе генә килмәй, әлбиттә. Фермерҙар бөгөн әүҙем дәүләт ярҙамына таянып эшләй. Урал Закиров та шулай уҡ "Ғаилә малсылыҡ фермалары үҫеше" республика программаһы сиктәрендә грант ярҙамына лайыҡ булды һәм был аҡсаға JM-200 тракторы менән 23 баш эре мал һатып алды.
Улар үҫтергән иген һәм башҡа төр бөртөклөләр республика район һәм ҡалаларына һатыла, пай ерҙәре хужалары ла тәьмин ителеп тора. Үҙ еренең патриоты өсөн өлгәшелгәндәр сик түгел. Тыуған еребеҙҙең матурлығын, камиллығын, байлыҡтарын башҡалар ҙа күреп һоҡланһын, уның ҡәҙерен белһен өсөн, шулай уҡ еребеҙгә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсатында Урал Әзһәр улы яңы пландар менән киләсәккә ҡарап йәшәй: ауыл хужалығы етештереү һәм туризм тармағын үҫтереү буйынса конкурста ҡатнашып, грант ярҙамы алыу һәм ауыл туризмын ойоштороп ебәреү ниәте менән яна. Хакимиәттә үткәрелгән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә беҙ уға үҙенең бизнес-проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программала ҡатнашырға тәҡдим иттек, һәм уңған фермер был маҡсатына ла ирешер, тигән өмөттәбеҙ.

Тәнзилә ЗӘЙНУЛЛИНА, йорт хужабикәһе, Ҡырмыҫҡалы районы: Атайым мәрхүмдең әйткән һүҙе бар ине: "Бына минең кеүек пенсияға сыҡҡас, кейәү менән ошонда ҡайтып торорһоғоҙ. Өй әле ныҡ, һеҙҙең ғүмергә етерлек; ерем иркен , уңдырышлы: нимә теләйһең - сәс, үҫтер. Мин уны кемгә ҡалдырып китәм? Ҡайт, ҡалаңда ятма химия еҫкәп", - тиер ине миңә ялға ҡайтҡан һайын. Йәшерәк сағымда көлөп кенә ҡуя инем, атайым менән әсәйем дә әле йәшәрҙәр, үҙем дә ҡартаймаҫ кеүек инем. Ә ул һиҙҙермәй генә килде лә етте - ҡартлыҡ. Ерҙә эшләрмен, тип тә уйламаным: бала саҡта күп бил бөгөлдө инде: картуфын да, башҡаһын да үҫтерҙек, колхоздың йәйрәп ятҡан сикһеҙ сөгөлдөр баҫыуын да утаныҡ... Башҡаса ергә бил бөгөү юҡ, ҡалала рәхәттә әҙергә генә йәшәрмен, тип уйлай инем йәшлек дыуамаллығы менән. Тик бына ҡалала әҙерләп ҡуймағандар ине шул... Ирем менән химия заводында ла, башҡаһында ла эшләргә тура килде, тын юлы быуылды, үпкәләр тонсоҡто. Ә эшләргә, йәшәргә, балаларҙы аҫрарға, уҡытырға кәрәк ине. Бәхеткә, балалар үҙ юлдарын тапты, башлы-күҙле булды.
Шулай итеп, пенсияға сыҡҡас та тыуған ергә, хужаһыҙ етемһерәп ултырған атай йортона ҡайтып төштөк. Бындағы ер! Мамыҡтай күпереп ята, кем әйтмешләй, тот та икмәккә һыла. Атайым бик егәрле кеше булды шул: тәрбиәләп, ашлап ҡына тотҡанлыҡтан, байтаҡ йылдар үтһә лә ташландыҡҡа әйләнеп өлгөрмәгән ине әле. Картуф ере иңләп сыҡҡыһыҙ, тик был беҙҙе ҡурҡытманы: ер эшенә ҡулдар һыуһаған булып сыҡты. Уның ҡарауы, тәүге йыл уҡ уңышын ҡайҙа ҡуйырға ла белмәнек. Атайым элек үҙенән артып ҡалған уңышын район үҙәгендәге ашханаға илтеп һатҡанын белә инем, тик хәҙер ул күптән ябылған. Уның ҡарауы, хәҙер унда кафе асылған. Килешеү төҙөп, картуф һәм йәшелсәнең бер өлөшөн - кафеға, ҡалғанын баҙар йәрминкәләрендә һатып бөтөрҙөк. Ауылдаштар араһында ла хәҙер картуф сәсмәгән кешеләр күбәйгән, улар ҙа бик яратып һатып ала беҙҙең уңышты.
Шулай итеп, ерҙә эшләү беҙҙе етер-етмәҫ пенсияға күҙ терәп тороуҙан ҡотҡарҙы: асыҡ һауала эшләп, экологик таҙа ризыҡ менән туҡланыу сәләмәтлекте лә нығытты. Бының өсөн иң тәүҙә тыуған еремә, йәнә лә атайыма рәхмәтлемен: бәләкәйҙән туған тупрағында эшләп үҫкән балаһының барыбер ошо үҙ еренә әйләнеп ҡайтасағын белеп, донъяһын ер биләмәһе менән тәрбиәле итеп ҡарап, ҡалдырып киткәне өсөн. Еребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, хәстәрлекле хужа булайыҡ, уны ситтәргә ташлап китмәйек - Ер рәнйер. Еребеҙгә бил бөгөүҙән ҡурҡмайыҡ - ул беҙгә мотлаҡ рәхмәтле генә буласаҡ.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.24 | Ҡаралған: 77

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru