«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘЙ УРТАҺЫНДА СӘСЕП...
+  - 

Бына июль айы ла үтеп бара, баҡсаларҙа яҙҙан ултыртҡан йәшелсә-емеш уңыш бирә лә башланы. Әммә был айҙа ла ҡайһы бер нәмәләрҙе сәсеп үҫтереп өлгөрөргә була. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт - мәҡәләлә.

Тәү сиратта был, әлбиттә, укроп. Ул әрһеҙ, шуға ла баҡса миҙгеле бөткәнсе, ҡасан сәсһәң дә, тиҙ генә үҫеп китә. Шулай ҙа һуң сәскәндә тиҙерәк күтәрелеп китһен өсөн орлоғон 3 көн йылы һыуҙа тоторға. Һыуҙы көн һайын алмаштырып торорға кәрәк. Кресс-салат һәм салаттың башҡа төрҙәре лә йәй уртаһында сәсһәң дә уңыш биреп өлгөрә. Уларҙың тупрағы дымлы булыуын гел тикшереп торорға кәрәк, шул саҡта салат һутлы һәм тәмле була. Үҫентеләрҙе йәлләмәй һирәкләтеп тороу ҙа мөһим. Бөгөн модала булған йәшеллек - рукколаны ла июлдә сәсергә була. Шытымы бер аҙнанан күренә, ә ике аҙна үткәс, өҙөп ашай башларға ла мөмкин. Ә бына шпинат өс аҙнанан өлгөрә.
Июлдә шулай уҡ борсаҡты ебетеп сәсергә мөмкин. Йәй уртаһында яҡшы үҫкән тағы бер ҡуҙаҡлы - ул ҡуҙаҡлы фасоль. Әйткәндәй, фасолде теплицаға ҡыяр һәм помидорҙар эргәһенә сәскән осраҡта, ул бик оҙаҡ, хатта ҡыяр һәм помидор бөткәс тә уңыш бирә.
Июлдә түтәлгә ултыртылған тамыраҙыҡтар йыйып алыу мәле етеүгә яҡшы өлгөрәсәк. Мәҫәлән, әле редис сәсергә була. Уны күләгәлерәк ергә сәсергә кәрәк, тәмле була. Редискаға тиҙәк, ҡош тиҙәге төнәтмәһе кеүек органик ашламалар кәрәкмәй, ә бына калий бик "оҡшай". Шулай уҡ дайкон - редистың бер төрө лә ошо осорҙа сәскәндә миҙгел тамамланыуға өлгөрә. Ул ғына ла түгел, был тамыраҙыҡ киләһе яҙға тиклем тәмен дә юғалтмаясаҡ. Быларҙан тыш, сөгөлдөрҙө лә йәй уртаһында сәсергә була, сөнки ул һауа температураһы 25 градустан юғары булғанда ла яҡшы үҫә. Сөгөлдөр тиҙәк һәм серетмәне үҙһенмәй, уны алдан кишер һәм картуф үҫкән тупраҡҡа ултыртырға ярамай. Ә бына торма һәм шалҡан 45-60 тәүлектә үҫеп етә, шуға уны ла июлдә ултыртып өлгөрөү яҡшыраҡ.
Йәшелсәләрҙән июлдә сәскән кәбеҫтә лә өлгөрөргә мөмкин. Кәбеҫтәнең иртә өлгөрә торған сорттарын, кольраби, брокколи, пекин кәбеҫтәләрен сәсергә була. Уны ҡояш бик төшмәгән урынға сәсеү яҡшы, был кәбеҫтәне сәскә атыуҙан һаҡлай.

"Киске Өфө" гәзите, №28, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.24 | Ҡаралған: 207

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru