«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НАСАР ҒӘҘӘТЕҢ БУЛҺА...
+  - 

Республика табиптары насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоуҙың биш ысулын атаны. Зыянлы ғәҙәттәрҙән ҡотолоу бик ауыр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙан ҡотолоу һәм сәләмәт тормош алып барыу юлдары бар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Был ғәҙәттең насар булыуын аңлау һәм уны контролдә тотоу. Беренсе аҙым - проблеманы аңлау. Бының өсөн зарарлы ғәҙәт тураһында мәғлүмәтте анализларға һәм визуалләштерергә кәрәк. Был зыян тураһында белемде арттырырға һәм ғәҙәтте контролдә тоторға ярҙам итә. Бер көн, бер аҙна, бер ай эсендә күпме тәмәке тартырға мөмкин икән, тип уйлайһығыҙмы? Бының өсөн күпме аҡса сарыф итәһегеҙ?
Зыянлы ғәҙәтте файҙалы ғәҙәт менән алмаштырыу. Әгәр файҙалы ғәҙәт менән алмаштырһаң, зыянлынан ҡотолоу еңелерәк. Мәҫәлән, тәмәке тартыуҙы ташлау менән кисен йүгерә башларға мөмкин. Йүгереү мейегә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуығыҙ тураһында хәбәр ебәрә, тимәк, тәмә-ке тартырға ярамай. Шулай уҡ саф һауала йөрөргә, һағыҙ сәйнәргә була.
Ғәҙәти тормошҡа яңы ғәмәлдәр өҫтәү. Яңы нәмәгә ғәҙәтләнеү еңел түгел. Яңы ғәмәлдәр өҫтәп, уны еңеләйтергә була. Мәҫәлән, иртәнсәк кофе эсә башларға, тынлыҡта ултырып эсергә һәм бер нисә минут медитация үткәрергә мөмкин. Тирә-яҡ мөхитте үҙгәртеү. Тирә-яҡ мөхит тә ғәҙәттәрҙе билдәләй. Тәртипте үҙгәртеү өсөн эргә-тирәләге һеҙҙе ҡотортҡан нәмәләрҙе бөтөрөргә кәрәк.
"Зыянлы ризыҡтарҙан баш тартырға теләһәгеҙ, өҫтәлдән кәнфит, чипсы һәм печеньеларҙы алып, улар урынына емеш-еләк һалынған ваза ҡуйығыҙ, - тип кәңәш итә белгестәр. - Шулай уҡ күренгән урынға - эш өҫтәленә, компьютерға йәки көҙгөгә - һеҙҙе дәртләндергән һүҙҙәр яҙылған яҙмалар йәки маҡсаттар исемлеген элеү файҙалы буласаҡ".
Ярҙам һорарға һәм яуаплылыҡ өҫтөндә эшләргә. Сәләмәт тормош башлағанда эргә-тирәләгеләрҙең ярҙамы бик мөһим. Яңы маҡсатығыҙ тураһында яҡындарығыҙға әйтегеҙ. Улар, бәлки, һеҙҙе хуплап ҡына ҡалмаҫ, ә һеҙҙең менән иртәнсәк йүгерә башлар. Был файҙалы ғәҙәткә эйә булыу өсөн этәргес буласаҡ: һеҙ үҙегеҙгә генә түгел, ә яҡынығыҙға ла яуаплы булырһығыҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №28, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.24 | Ҡаралған: 71

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru