«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СМУЗИ ТИГӘНЕ ЛӘ ШӘП!
+  - 

Йәй - тәмле-татлы һәм файҙалы емеш-еләк осоро һәм йыл дауамына етерлек витаминдар туплап ҡалыу өсөн уңайлы мәл. Был маҡсатта бөгөн йәштәр араһында бик популяр эсемлек - смузи яһап эсергә лә мөмкин. Ни бары күңелегеҙгә ятҡан емеш-еләк һәм блендер булыу шарт.

Бананлы-еләкле көс

Ҡул аҫтында һәр ваҡыт булған емеш-еләктән яһалған смузиға барыһы ла өҫтөнлөк бирә. Был юлы еләк урынына ҡурай еләген ҡулланырға ла була. 2 бананды киҫәктәргә бүлеп, муҡсаға һалырға һәм 15-20 минутҡа туңдырғысҡа тығырға. Блендер һауытына таҙартылған ярты алма, 1 ус еләк, һыуынған бананды һалып, 100 мл һөт һәм 1 балғалаҡ етен майы өҫтәргә һәм туҡырға. Смузиҙы бокалдарға ҡойоп, өҫтәлгә ҡуйырға.

Емешле смузи

Блендер һауытына 1 стакан ҡарағат, 0,5 стакан мүк еләге, 0,5 стакан ҡара бөрлөгән, 1 семтем мөшкәт сәтләүеге һалып, 100 мл берәй емеш һуты ҡойорға. Мәҫәлән, сейә йәки виноград һуты яҡшы тәм бирә. Бер төрлө булғансы туҡырға. Смузиҙы емештәр менән биҙәп бирергә була.

Сөгөлдөрлө кәйеф

1 баш сөгөлдөрҙө йыуып, фольгаға төрөргә һәм 180 градус эҫеләге мейескә 20 минутҡа бешерергә ҡуйырға. Шунан һыуытып, өлөштәргә бүлергә. Блендерҙа бешкән сөгөлдөрҙө, 100 грамм ҡурай еләге, 100 грамм ҡара көртмәле, 1 ус еләк, 150 мл һыу һәм 1 семтем ванилинды ҡушып туҡырға. Был татлы эсемлекте десерт урынына тәҡдим итергә лә мөмкин.

Йәшел сәләмәтлек

Йәшелсәләрҙән әҙерләнгән смузи иң файҙалыларҙан иҫәпләнә. Сөнки унда емеш-еләктәрҙәге кеүек шәкәр күп түгел. Бындай смузиҙы әҙерләүҙең бер ысулы: 150 грамм йәш кәбеҫтәне ваҡлап турарға, 2 ҡыярҙы таҙартып ҡырҡырға, 150 грамм ананас һәм шпинат, ваҡланған кинза ҡушып, 150 мл һыуытылған йәшел сәй һәм 50 мл лимон һуты өҫтәп блендерҙа туҡырға.

Иртәнге ашҡа

Иртәнге аш урынына туҡлыҡлы һәм файҙалы смузи эсергә була. Уны әҙерләү өсөн 4 бөртөк әстерхан сәтләүеген 3/4 стакан мюслиға ҡушып, 100 мл һөт ҡойорға һәм бер нисә минутҡа ҡалдырырға. 2 бананды турап, тәмләткестәр ҡушылмаған 100 мл йогурт менән блендерҙа туҡырға. Шуға йомшарған мюсли менән һөттө өҫтәп, тағы бер ҡат туҡырға. Туҡлыҡлы эсемлекте стакандарға ҡойоп, иртәнге өҫтәлгә ҡуйырға. Уны үҙең менән юлға алырға ла була.

Һомғолландырғыс сельдерей

Калорийҙар һанаған ханымдарға ла килешерлек смузи бар. Мәҫәлән, 3 киви емешен таҙартып бүлергә, 3 һабаҡ сельдерей менән блендерға һалырға һәм 1 ус шпинат ҡушып туҡырға. 200 мл һыу һәм онталған фенхель орлоғо өҫтәп, тағы берҙе туҡып алырға. Эсемлекте бокалдарға ҡойоп, киви бүлкәһе һәм сельдерей ботағы менән биҙәп тәҡдим итергә мөмкин.

Кипкән емештәрҙән

50-шәр грамм кипкән күрәгә, ҡара емеш, финик, 1 бананды турап, блендерҙа әйләндерергә. Шуға 200 мл кефир (ҡатыҡ та мөмкин) ҡушып, тағы бер ҡат туҡырға.

"Киске Өфө" гәзите, №28, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.24 | Ҡаралған: 97

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru