«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА САҠ ХЫЯЛЫ ИНЕ БАЛАЛАР ТАБИБЫ БУЛЫУ
+  - 


Балаларҙың һаулығы хаҡында хәстәрлек - киләсәк быуын мәнфәғәтен яҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенең мөһим бурыстарының береһе ул. Былтыр Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәрҙең 98 проценты һәр төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм ваҡытында дауалау маҡсатында профилактик тикшереүҙәр үтте. 3,6 мең бала махсуслаштырылған һәм юғары технологик ярҙам алған булһа, 1,7 мең бәләкәй пациент Рәсәй медицина ойошмалары хеҙмәттәренән файҙаланды. 2023 йыл башынан алып республикала 36 төр нәҫелдән һәм тыумыштан сирҙәрҙе асыҡлау маҡсатында киңәйтелгән неонаталь скрининг алымы индерелде. Ошо һәм башҡа бик күп саралар арҡаһында былтыр балалар үлеме 7 процентҡа кәмене һәм ул 1000 балаға 3,9 осраҡ тәшкил итә. Был юҫыҡта республиканың балалар табиптары хеҙмәте ҙур баһаға лайыҡ. "Сирле балаларҙы дауалауға ҡарағанда уны иҫкәртеүе мәртәбәлерәк һәм хәйерлерәк,"- ти Өфөләге Фомин медицина клиникаһы педиатры Рүзәлиә ӘЛИМҒУЖИНА һәм балалар һаулығын һаҡлау хаҡында гәзитебеҙ хәбәрсеһенең ҡайһы бер һорауҙарына яуаптар бирҙе.

Рүзәлиә Мәзит ҡыҙы, Һеҙ Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу ҡалаһында егермеләп медицина үҙәге асылған һәм заманса IT инфраструктураһы, бөтөн диагностик аппаратураһы һәм үҙ лабораториялары булған әсә һәм бала йүнәлешендәге Фомин клиникаһы филиалында эшләйһегеҙ. Бындай үҙәк табибы булыу яуаплылыҡ өҫтәйме һәм дәүләт муниципаль поликлиникаларынан нимәһе менән айырыла?

- Фомин клиникаһы, әле үҙегеҙ ҙә әйтеп китеүегеҙсә, иң тәүҙә әсә һәм бала һаулығы йүнәлешендә асылған булһа ла, бындай үҙәктәргә ихтыяж талаптарынан сығып, икенсенән, күпселек махсус йүнәлештә эшләүсе табиптарҙың бер клиника сиктәрендә кескәйҙәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә ҡабул итеү уңайлыҡтарын иҫәпкә алып, үҙәктең медицина хеҙмәте төрҙәре артабан киңәйтелә бара. Йәғни хәҙер бында пациенттарға бөтөн белгес-табиптар тарафынан амбулатор күҙәтеүҙән алып, хирургик дауалауҙарға тиклем хеҙмәттәр күрһәтелә. Балалар һаулығы әсәләрҙең йөклөлөк осоронан алып күҙәтелә башлай. Ә инде балаға уҙа алмаусы ҡатындарға генетик тест үткәрелә, ЭКО процедураһы башҡарыла.
Муниципаль дауалау учреждениеларынан был Үҙәк иң тәүҙә ана шундай күп яҡлы уңайлыҡтары менән айырылып тора, тип әйтер инем. Йәғни, бөтәһе лә бер урында һәм, мәҫәлән, гастроэнтеролог йә гематолог кеүек махсуслашҡан белгес табиптарға эләгеүе дәүләт клиникаларындағы кеүек ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай, оҙон сираттар юҡ, терапевтан бер нинләй ҙә йүнәлтмә кәрәкмәй. Ә бит муниципаль поликлиникаларҙа бындай йүнәлтмә алыу өсөн терапевтың үҙенә яҙылған хәлдә лә, ҡабул итеү сәғәтен ике-өс аҙналай ваҡыт көтөргә тура килә. Дөрөҫ, коммерция клиникалары түләүле, һәр кем дә уның хеҙмәттәренән файҙалана алмай, ләкин табипҡа бик ашығыс күренергә кәрәк булып киткәндә йә оператив ярҙам алыу өсөн, нишләйһең - түләргә лә тура килә шул. Был һис тә түләүле клиникалар хеҙмәтен рекламалау түгел, ә редакцияның һорауына яуап ҡына тип ҡабул итһен ине уҡыусы. Дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһының халыҡ өсөн уңайһыҙ булған ауыр шарттарҙа эшләүе бер кемгә лә сер түгел. Ә кескәйҙәр һаулығын һаҡлау айырыуса иғтибар һәм оперативлыҡ талап итә. Шуға ла эшләп аҡса табыусы йәш ата-әсәләр балаларын түләүле клиникаларға йөрөтөргә тырыша. Яуаплылыҡ мәсьәләһенә килгәндә иһә, ул табиптың ҡайҙа, ниндәй дауалау ойошмаһында эшләүенә ҡарамай, ул бөтөн табиптарҙан да бер кимәлдә - юғары кимәлдә талап ителә.

Ни өсөн балалар табибы һөнәрен һайланығыҙ? Өлкәндәрҙән айырмалы рәүештә кескәй пациенттар менән эшләү айырым бер сифаттарға эйә булыуҙы талап итәлер бит: бәләкәстәр сирҙәре хаҡында һөйләй, аңлата алмай, шунлыҡтан диагноз ҡуйыу, дауалау тәғәйенләүҙә икеләнеүҙәр килеп сығыуы ла бик ихтимал. Шулай түгелме?

- Балалар менән эшләүе, әлбиттә, еңел түгел. Ул педиатрҙан, ысынлап та, икеләтә иғтибар, белем һәм тәжрибә талап итә. Эш стажым әле ҙур булмаһа ла, балалар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәндем. Диагноз ҡуйғанда баланың әсәһе күп мәғлүмәт бирә, унан баланы ентекләп ҡарау, сир билдәләрен теркәү, анализ һөҙөмтәләренә таяныу, өҫтәлмә тикшеренеүҙәр үткәреү (әйткәнемсә, был клиникала бөтөн төр диагностик ҡорамалдар бар), ғәҙәттә, икеләнеүҙәргә урын ҡалдырмай. Ғөмүмән, мин был һөнәремә психологик яҡтан әҙерлекле килдем, тип әйтә алам, сөнки мәктәптә уҡығанда уҡ балалар табибы булырға хыяллана инем. Һәм бала саҡ хыялыма тоғро ҡалдым: Мәләүез ҡалаһының 9-сы Башҡорт гимназияһын тамамлағас та Ырымбур дәүләт медицина университетына уҡырға индем һәм 6 йыл уҡығас, Башҡорт дәүләт медицина университетында ике йыл ординатура үттем. Эшемде яратам, шуға күрә балалар менән эшләүе миңә ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай.

Бөгөн балалар табибына ниндәй сирҙәр буйынса йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр?

- Балалар араһында, ниндәй миҙгел осоро булыуға ҡарамаҫтан, энтеровирус инфекцияһы киң таралған. Был эсәк вирусы һауа-тамсы юлы аша йоға. Уны балаларҙың берәүҙәре - еңел, ҡайһылары ауыр кисерә һәм хатта айырым осраҡтарҙа полиомиелит, менингит, энцефалит кеүек ҡатмарлашыуҙарға килтереүе лә бар. Баш һәм тамаҡ ауырта, тән температураһы күтәрелә, ауыҙ ҡыуышлығы һәм тәнгә сабыртма сыға. Был вирусты кескәйҙәр, ғәҙәттә, балалар баҡсаһында йоҡтороп ҡайта, шуға күрә респиратор эпидемия осорҙарында баланы баҡсаға йөрөтмәй тороу хәйерле. Өлкәндәргә үткәрелеүсе диспансеризациянан айырмалы, балалар һаулығы даими, хатта, әйтергә яраһа, көндәлек контролдә. Сабый донъяға килгәс тә уның һаулыҡ торошо, айырыуса тәүге осор - уға бер йәш тулғансы табип күҙәтеүе һәм хәстәрлегенә алына. Бер айлыҡ сағында педиатр кәмендә өс тапҡыр баланы өйгә килеп ҡарай. Унан инде квартал һайын махсуслашҡан белгес-табиптар тарафынан медицина тикшереүе үткәрелә.
Ғөмүмән, 14 йәшкә тиклем балаларҙа тын юлдары ауырыуҙары беренсе урында тора. Дөрөҫөн әйткәндә, йыл әйләнәһенә һәр бер бала тип әйтерлек һалҡын алдырып сирләй. Ата-әсә шуны аңларға тейеш: һалҡын тейҙереп ауырыуҙы ябай сиргә иҫәпләп, иғтибарһыҙ үткәреп ебәреү ярамай, сөнки ул бер ваҡытта ла эҙемтәһеҙ ҡалмай. Ҡатмарлыҡтар башланып, үпкә елһенеүе (пневмония), бронхит башланып китмәһен өсөн һәм бигерәк тә бактериаль ангина йөрәккә, бөйөрҙәргә һәм быуындарға ҡатмарлыҡтар бирмәһен, тиһәгеҙ, бала сирләй башлағас та табип-педиатрға күренергә, анализдар тапшырырға, кардиограмма үтергә һәм был көндәрҙә тулыһынса күҙәтеү аҫтында булыу мотлаҡ талап.
ОРЗ, ОРВИ сирҙәренән башҡа тағы ла аш һеңдереү ағзалары, нервы системаһы, күҙ һәм тире ауырыуҙары буйынса беҙгә йыш мөрәжәғәт итәләр. Вегетатив нервылар системаһының боҙолоуы күберәк мәктәп йәшендәге балаларҙа осрай. Улар, ғәҙәттә, баш ауырыуына зарлана, көйһөҙлөк, ҡыҙып китеүсәнлек күҙәтелә. Аш һеңдереү ағзалары сирҙәре дөрөҫ туҡланмауҙан, ғаиләлә туҡланыу мәҙәниәте булмауҙан, ата-әсәләр тарафынан баланың тәм-томға талаптарын көйләй алмауҙан барлыҡҡа килә. Нисек кенә булһа ла, ауырыу бала иң тәүҙә ғаилә эсендә барлыҡҡа килеүсе проблема. Шуның өсөн был йәһәттән ваҡ мәсьәлә юҡ: баланың көн режимын теүәл үтәүе, ваҡытында йоҡларға ятыуы (таң атҡансы интернетта ултырыуға юл ҡуймаҫҡа!), нисек ашауын, хатта бәҙрәфкә барыуын да контролдә тотоу мөһим, әгәр балаң сәләмәт кеше булып үҫһен, тиһәң.
Әйткәндәй, үҫмер йәштәге балаларҙың алкоголь ҡулланыу һәм электрон сигарет, вейп менән мауығыуҙары кеүек хәүефле ғәҙәттәренә айырым туҡталып китеү кәрәк, тип уйлайым, сөнки бөгөн бындай күренештәр торған һайын киңерәк тарала бара. Эйе, был йәштә үҫмерҙәрҙе уларҙың киләсәген юҡҡа сығарырлыҡ кимәлдә ҙур хәүефтәр һағалай. Тап бына ошо осорҙа, уларҙың ғаиләнән ситләшеүенә ҡарамаҫтан, ата-әсәләр мөмкин тиклем үҫмер балалары менән бергәрәк булырға, күҙ яҙлыҡтырмай ҡурсаларға тейештәр, юғиһә, аҙаҡ һуң булыуы бар. Баланың алкоголгә тартылыуы күбеһенсә шулай уҡ ғаиләнән, ата-әсә "өлгөһө"нән, ҡунаҡтар, иҫерек мәжлестәр йоғонтоһонан башланыуын иҫтән сығарырға ярамай һәм шуның өсөн дә ата-әсәгә ғаиләлә тулы тәртип, айыҡлыҡ, сәләмәт ғәҙәттәр өсөн даими көрәшеп йәшәргә кәрәк, тип уйлайым.

Быйыл Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда ла балаларҙың ҡыҙылса (корь) менән ауырыу осраҡтары йышайып китте. Ошо хәлгә, балалар табибы булараҡ, һеҙ ниндәй аңлатма бирә алаһығыҙ?

- Эйе, быйыл Рәсәй буйынса ҡыҙылса менән ярайһы ҡатмарлы хәлдәр күҙәтелеп алды. Уның тәүге осраҡтары 2022-2023 йылдарҙа уҡ теркәлгәйне инде. Былтыр Башҡортостанда 142 осраҡ, йәғни унан алдағы йылға ҡарағанда 69-ға күберәк кеше ауырыған. Быйыл да республика райондарында һәм Өфөлә ҡыҙылса сире менән ауырыусылар килеп сығып тора. Онотолған был сир ҡайҙан килеп сыға һуң, тип ҡыҙыҡһына ҡайһы бер пациенттар. Ваҡытында балаларына прививка эшләтеүҙән баш тартҡан кешеләр арҡаһында сир ана шулай ҡалҡып сыға башлай. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә сирләүселәрҙең 89 проценты ҡыҙылсанан вакцина яһатмаған кешеләр булып сыҡты. Айырыуса был Өфөлә йәшәүсе сиған халҡы, дини общиналарҙа торған ғаиләләрҙә теркәлгән. Ҡыҙылса үҙ-ара аралашҡанда һауа-тамсы юлы менән бик тиҙ йоға торған хәүефле сир. Уның билдәләре: юғары температура. Тәүге көндәрҙә ул 39-40 градусҡа күтәрелә һәм 3-4 көн буйына дауам итә, йүткерек, тымау һәм конъюнктивит; тәнгә сабыртма сыға (сир йоғоп, 3-5 көн үткәс, биткә, муйынға, унан тәнгә, ҡул һәм аяҡтарға күсә). Нимәһе менән хәүефле был сир? Уның ҡатмарлашыуы кеше һаулығы өсөн ауыр эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Мәҫәлән, отит, йәғни ҡолаҡ сире айырыуса кесе йәштәге балаларҙы зарарлай. Пневмонияға килтереүе ихтимал. Энцефалит, йәғни мейе елһенеүе, ул нервылар системаһын боҙа, хатта үлем осраҡтарына сәбәп булыуы ихтимал. Иммунитетты көсһөҙләндерә. Ҡыҙылса айырыуса йөклө ҡатындар өсөн ҡурҡыныс: сабыйҙың ваҡытынан алда тыуыуына, етлекмәй донъяға килеүенә һәм яралғының зыянланыуына килтерә.
Республикала ҡыҙылсаға ҡаршы иммунизация үткәреү дауам итә. Роспотребнадзор мәғлүмәтенә ҡарағанда, бөгөнгә көнгә 36 меңдән ашыу кешегә вакцина эшләнгән, шул иҫәптән уларҙың 33,7 меңе - балалар. Вакцинация был хәүефле сирҙән ҡотолоуҙың иң һөҙөмтәле юлы.

Баланың тән температураһы күтәрелеп ауырығанда, ҡайһы бер ата-әсә күп уйлап тормаҫтан, анальгин, аспирин кеүек дарыу төймәһе бирергә әҙер тора. Был йәһәттән ни әйтерһегеҙ?

- Эйе, температура күтәрелгәндә, ысынлап та, ҡайһы бер ата-әсәләр баҙап, ҡурҡып ҡалыусан, ләкин бик ҡурҡырға ла ярамай. Тәүҙә температура күтәрелеү сәбәбен асыҡлайыҡ. Әгәр был ОРВИ йәки грипп икән һәм температура бик юғары булмаһа, баланың тирләүенә өлгәшергә тырышығыҙ. Мәҫәлән, уға күберәк шыйыҡлыҡ: бик татлы булмаған күләмдә компот, минераль һыу, үлән төнәтмәһе, емеш-еләк һыуы (ҡурай еләге, ҡарағат, мүк еләге һ.б. ) эсерегеҙ, ә инде температураһы 38-ҙән артып киткән осраҡта, әлбиттә, дарыу бирергә һәм кисекмәҫтән табип саҡыртырға кәрәк.
Ә бына ҡул аҫтында бындай осраҡҡа ниндәй дарыуҙар булырға тейеш? Тән температураһын төшөрөүсе сағыштырмаса зыянһыҙ йәки әллә ни хәүефленән булмаған ике төр дарыу бар: ибупрофен һәм парацетамол. Ә бына махсус балалар өсөн тағы бер препарат - цефекон Д ( составында шул уҡ парацетамол) ректаль суппозиторийҙы 3 айлыҡтан алып 12 йәшкә тиклем балаларға ҡулланырға мөмкин. Парацетамол төймәһен баланың кәүҙә ауырлығына ҡарап (1 кг ауырлыҡҡа 15 мг иҫәбенән) 4-6 сәғәт һайын тәүлегенә 4 тапҡырҙан да артыҡ бирмәҫкә кәрәк. Был дарыуҙарҙың тәьҫире ярты - бер сәғәттән һуң башлана. Әгәр баланың температураһы 0,5-1 градусҡа булһа ла төшһә, тимәк, дарыуҙы тейешле дозала артабан ҡулланырға мөмкин. Ә бына түбәндәге дарыуҙарҙы балаларға биреүҙән тыйылырға кәңәш итер инем:
- анальгин - уның агранулоцитоз тип аталған кире тәьҫире бар, йәғни ҡан составындағы гранулоциттар күрһәткесе түбәнәйеп, уларҙың ҡан яһалыш функцияһы боҙолоуы ихтимал.
- аспирин - уны ҡулланыу баш мейеһе һәм бауыр өсөн зыянлы; ҡанды шыйыҡлата.
- но-шпа - 6 йәшкә тиклемге балаларға бирмәҫкә. Өҫтәүенә, тән температураһына уның ҡыҫылышы ла юҡ.
- нимесулид - бауыр өсөн зарарлы.

Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.24 | Ҡаралған: 201

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru