«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӘЙЕФ ТУПҺАНАН БАШЛАНА
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2019 йылдан алып республикала күп фатирлы йорттарҙың (МКД) подъездарын комплекслы ремонтлау буйынса программа бойомға ашырыла. 2019-2023 йылдар эсендә 8171 подъезд яңыртылды һәм ағымдағы йылда тағы ла 119 подъезд рәткә килтереләсәк. "Башинформ"дың был мәҡәләһендә ошо программаны ғәмәлгә ашырыу хаҡында бәйән ителә.

Уңайлы һәм йыйнаҡ фатирҙа йә үҙ йортонда йәшәргә теләмәгән кеше юҡтыр ул. Тик бына ҡалалағы күп фатирлы йорттарҙың ҡайһы бер подъездары һәм баҫҡыс майҙансыҡтарын йыйнаҡ һәм матур тип әйтеп булмай, әлбиттә, сөнки уларҙың күбеһе ремонт һәм яңыртыу талап итә. Был мәсьәләгә 2018 йылда уҡ республикаға етәкселек итә башлаған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғтибар итте һәм төбәктә уңайлы мөхит булдырыу, парктарҙы, йорт яны биләмәләрен һәм подъездарҙы төҙөкләндереү кәрәклеген билдәләне. Шулай итеп, 2019 йылда ошо йүнәлештә эш башланды. Программаның төп маҡсаты - кешеләргә, әлеге осраҡта күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Был турала 2018 йылдың ноябрендә муниципалитеттар хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшмәлә Радий Хәбиров былай тигәйне: "Мин һәр ваҡыт кешенең кәйефе ниҙән ғибәрәт булыуы хаҡында телгә алам. Мәҫәлән, ул иртә менән тора һәм бысраҡ подъезға сыға, ә ихатала шул уҡ хәл: тубыҡтан бысраҡ - бына кәйеф шунан да боҙола бит. Ә инде ул сәскәләр менән биҙәлгән, яҡты, таҙа подъезға килеп сыға икән - был бөтөнләй икенсе хәл. Шуның өсөн кешеләргә уңайлы мөхит тыуҙырыу мөһим..."
Әйтеп кителеүенсә, 2019-2023 йылдар эсендә 2744 йорттағы 8171 подъезда ремонт үткәрелде. Шуныһы ла мөһим: был эштәрҙе башҡарыуға республика һәм муниципалитеттар аҡса күсерҙе. Телгә алып кителгән осорҙа подъездарҙы капиталь ремонлау өсөн 3,5 млрд һум аҡса йүнәлтелде. Шуның 3,2 млрд һумы - республика бюджетынан бүленһә, 330 млн һумы - муниципалитеттар өлөшө. Бынан тыш, 5 йыл эсендә 2,7 мең лифт яңыларына алыштырылды. Әйтелеүенсә, подъездарҙы ремонтлау фәҡәт дәүләт иҫәбенә башҡарыла. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр тарафынан унда үҙ аҡсаларынан өлөш индереү талап ителмәй. Граждандар бары тик дизайн, буяу төҫтәрен һайлау кеүек эштәрҙә ҡатнаша һәм әҙер һөҙөмтәне ҡабул итә. Подъездары ремонтланасаҡ йорттар исемлеге муниципалитет хакимиәттәрендә раҫлана. Теге йәки был йортто ошо исемлеккә индереү өсөн йорт (фатир) милекселәренең дөйөм йыйылышы үткәрелә һәм ошо программала ҡатнашырға теләк белдереп, йыйылыш ҡарары район хакимиәтенә ебәрелә. Подъездарҙы ремонтлау инеү урындарын йүнәтеү, беренсе ҡат иҙәненә керамиканан плитәләр түшәү, яңы ишектәр, пластик тәҙрәләр ҡуйыу, почта йәшниктәрен яңыртыу, яҡтыртҡыс лампалар элеү, йөҙләү-буяу эштәрен үҙ эсенә ала. Эш барышы төбәк капиталь ремонт операторы һәм уның хеҙмәткәрҙәре тарафынан күҙәтелә. Подъезға инеү урынында физик мөмкинлектәре сикле инвалидтар, балалар арбалары һәм өлкәндәр өсөн уңайлыҡтар ҡаралған. Күп фатирлы йорттар фатирҙарында йәшәүселәр ремонт эштәренән ҡәнәғәт һәм ихлас рәхмәттәрен белдерәләр.
Әйткәндәй, кемдәрҙең йорто программаға инмәй ҡалған, борсолорға кәрәкмәй, сөнки был эш киләсәктә лә дауам итәсәк әле. Быйыл да ул тулы ҡеүәтенә эшләй: ағымдағы йылда, мәҫәлән, Өфөлә 24 йортта 77 подъезды төҙөкләндереү ҡарала. Подъездарҙы ремонтлау - уңайлы мөхит булдырыу буйынса комплекслы программаның бер өлөшө генә. Бынан тыш, тағы "Башҡортостан ихаталары" программаһы ла ғәмәлдә. Мәҫәлән, Башҡортостанда ошо йүнәлештә төҙөкләндерелгән 1326 йорт ихатаһы республика халҡының яратҡан ял итеү урынына әүерелде. Ҡала мөхите сифаты индексы буйынса былтырғы йылда республиканың 21-ҙән 17 ҡалаһы йәшәү өсөн уңайлы тип табылды.

"Киске Өфө" гәзите, №30, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.24 | Ҡаралған: 71

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru