«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БАШҠОРТ АТЫ" САҠЫРА!
+  - 

Быйыл "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Был юлы был сараға 10 меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә. Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов һөйләүенсә, фестиваль программаһы дүрт бүлектән торасаҡ.

Беренсе бүлектә йылҡы ите, шулай уҡ ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмә-йәрминкәһе тәҡдим ителәсәк. Йәрминкәгә "Хәләл" стандарты буйынса эшләгән Башҡортостан етештереүселәре саҡырылған.
Икенсе бүлек - эшлекле программа. 15 августа "Евразияның абориген йылҡы тоҡомдарын һаҡлау һәм үрсетеү" халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы, "Ат спортында башҡорт атын ҡулланыу: яңы үҫеш этабы" семинары, "Ирәндек" туристик-рекреацион кластерының мастер-планын әҙерләү һәм Урал аръяғында туризмды үҫтереү буйынса модерацион осрашыу үтәсәк.
Өсөнсө һәм дүртенсе бүлектәр ижадҡа һәм спортҡа арнала. Ижади бүлектә Башҡортостандың үҙешмәкәр коллективтары һәм сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша һәм концерт программаһы, интерактив этнографик майҙансыҡтар, биҙәү-ҡулланма ижады оҫталары күргәҙмәләре ойошторола. Башҡорт ҡурсаҡ театры фестиваль өсөн махсус интерактив спектакль әҙерләгән.
Быйыл спорт саралары һаны артҡан. Улар араһында милли көрәш, мас-рестлинг, самбо буйынса республика, арҡан тартышыу буйынса төбәк-ара турнирҙар бар. Шулай уҡ "Таш ырғытыу", "Таш күтәреү", "Тарт-эт", "Тартыш", "Таш күсереү", "Ирәндек мәргәне" йәйәү һәм һыбай килеш традицион яндан уҡ атыу асыҡ республика турниры, Эльбрус Ниғмәтуллин командаһы ойошторған "Урал батыр" халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры ойоштороласаҡ. Бынан тыш, быйыл ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн майҙансыҡ булдырыласаҡ. Төп программала "Тай-тулаҡ", "Ауҙарыш", "Ашаҡ" ярыштары тәҡдим ителә. Бынан тыш, 6 төр ат сабышы планлаштырыла. Алдағы йылдарҙағы кеүек, төп бүләк - автомобиль. - Байрамда йыл һайын ниндәйҙер инфраструктура булдырырға килештек. Әйҙәгеҙ, фестиваль барышында тағы ла нимә эшләргә кәрәклеген урында ҡарайыҡ, - тине республика Башлығы. - Туризм министрлығының бында эшләүе ғәҙел. Өфө халҡы сағыу байрам ҡарарға барасаҡ. Шуға күрә унда "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" кеүек проекттарҙы ла ҡуйығыҙ, эшләһендәр. Сөнки был, ысынлап та, сағыу ваҡиға.

Ләйсән ЗАКИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.24 | Ҡаралған: 225

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru