«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАҠЛАНЫУ ТӨҪӨНДӘ УЛАР
+  - 

Һис һүҙһеҙ, ат ҡырағай тәбиғәт тыуҙырған иң матур заттарҙың береһе булып тора, ул көс-ҡеүәт, һомғоллоҡ, икһеҙ-сикһеҙ азатлыҡ һәм нәфислекте кәүҙәләндерә.

Яныңдан меңдәрсә тояҡтарҙың тыпырлауы аҫтында башҡорт аттары өйөрө уҙыуын ҡарап, битараф ҡалып булмай. Буяуҙар һәм тауыштар солғанышында ҡырағай тәбиғәттең кеше ҡулы теймәгән матурлығына ҡарағы, ишетке, тойғо һәм һоҡланғы килә. Шулай ҙа ул ни бары бер нисә минуттан һуң, бер нәмә лә булмағандай, далала йәки урманда иреп юҡҡа сыға. Күрәҙәлек итәһе генә ҡала: йөҙҙәрсә аттар, һауала ирегәндәй, нисек юҡҡа сыға һуң?
Эш шунда: беҙҙең башҡорт аты урындағы тоҡомға ҡарай. Аттарҙа боронғо ата-бабаларының бик күп һыҙаттары һаҡланып ҡалған. Улар Волга буйы һәм Урал киңлектәрендә йәшәүгә ҡулайлашҡан. Яраҡлашыу барышында күп кенә биологик үҙенсәлектәр барлыҡҡа килгән, уларҙың береһе - һаҡланыу төҫө, кеше яланда йәки урманда бер нисә метрҙан атты күрмәй.
Төҫ нимә ул, ат тормошонда ул ниндәй роль уйнай? Фәнни күҙлектән ҡарағанда, аттың төҫө тире һәм ҡыл ҡатламы, шулай уҡ күҙҙәрҙең төҫө. Төҫ нәҫелдән тапшырыла, атты таныу билдәһе булып хеҙмәт итә. Беҙ төҫөнә ҡарап, бер атты икенсеһенән бик еңел айыра алабыҙ, сөнки бер төрлө аттар булмай. Тап бына шуға күрә аттар өйөрөнә ҡарап, сәскәләр һәм төҫтәрҙе күргәндәй булабыҙ. Төҫ кеше өсөн маҡсатҡа ярашлы алып барылған селекция билдәһе булып хеҙмәт итә. Кемдеңдер ҡара йәки аҡ булып тыуған атлы булғыһы килә, икенсе кешегә туры йәки алмасыбар ат оҡшай. Бынан тыш, аттың төҫө хужалыҡҡа файҙалы башҡа билдәләр менән тығыҙ бәйләнгән. Мәҫәлән, ҡара аттарҙың ныҡ дәртле, ә ерәндәре сыҙамлыраҡ булыуы билдәле, алмасыбарҙар башҡаларға ҡарағанда нәҫелдән килгән сирҙәр менән йыш ауырый.
Шулай ҙа өйөр аттарына йәнә әйләнеп ҡайтайыҡ әле: беҙҙең башҡорт аттарына ниндәй төҫтәр хас, уның һөйкөмлөлөгө нимәлә? Бонитировка инструкцияһына ярашлы, башҡорт тоҡомло аттарға туры, ҡола, һоро, ерән, көрән, алмасыбар, саптар ҡола, туры-ҡола, ерән-ҡола төҫ хас.
Ерән аттың башы, тороғо, аяҡтары ерән төҫтә; шул уҡ төҫтәге ялы һәм ҡойроғо бер аҙ асығыраҡ йәки ҡарараҡ булыуы ихтимал.
Көрән аттарҙың башы, тороғо һәм аяҡтары көрән төҫтә, ялы һәм ҡойроғо ҡара ҡылдар ҡатыш ҡара-көрән. Көрән төҫтөң түбәндәге төрҙәрен айырып йөрөтәләр: ҡара-көрән, һары-көрән, алтын һымаҡ көрән.
Ҡола аттарҙың башы, тороғо һәм аяҡтары асыҡ һоро йәки ҡыҙғылт аҡ, ялы, ҡойроғо шундай уҡ төҫтә йәки тороғонан асығыраҡ.
Туры аттар төрлө төҫтәге ҡуңыр, башы, тороғо, ялы һәм аяҡтары ҡушҡар һөйәктәренә тиклем һәм юғарыраҡ ҡара йәки ҡара тип әйтерлек.
Ҡола аттың башы һәм тороғо һары һоро (ҡайһы берҙә ҡара һоро) төҫтә, ялы һәм ҡойроғо ҡара, аяҡтары ҡушҡар һөйәктәренән һәм сираҡтан башлап ҡара; арҡаһында ҡара һыҙат - ҡайыш, аяҡтарында ҡара-аҡ юлаҡтар булыуы ихтимал. Ҡола төҫтөң түбәндәге төҫтәрен айыралар: һары ҡола, ҡара ҡола, алтын һымаҡ ҡола.
Саптар - был төҫтә ныҡ айырылған ике төҫ бар: ҡара-саптар, тороғо көрән (шоколад төҫөндә), ялы һәм ҡойроғо тороғонан һиҙелерлек аҡһыл; аҡһыл-саптар, тороғо көрән (шоколад төҫөндә), ялы һәм ҡойроғо тороғонан һиҙелерлек аҡһыл; ҡуңыр (ҡара-ерән) төҫ; ялы һәм ҡойроғо тороғонан һиҙелерлек аҡһыл - аҡ, һорғолт тип әйтерлек.
Туры саптарҙың башы, тороғо туры аттыҡы кеүек, ләкин аҡ, ялы һәм ҡойроғо ҡара, аҡһыл-көрән ҡатнаш ҡыллы. Арҡаһында ҡара ҡайыш: ҡалаҡ һөйәктәрендә ҡара таптар (күбәләк) булыуы ихтимал; йыш ҡына яурын аҫтында һәм ҡушҡар һөйәктәрендә арҡыры ҡара ҡылдар күҙәтелә.
Ерән саптарҙың тороғо аҡһыл-ерән, тоноҡ. Ялы һәм ҡойроғо төрлөсә буялған ерән һәм көрән ҡылдарҙан тора. Арҡаһында ҡара ҡайыш; ҡалаҡ һөйәктәрендә ҡара таптар һәм яурын аҫтында, ҡушҡар һөйәктәрендә ҡара-аҡ юлаҡтар булыуы бар. Һоро (ҡара саптар) аттарҙың тороғо һоро йәки зональ төҫтә, башы, ялы, ҡойроғо һәм аяҡтары ҡушҡар һөйәтәренән түбәндә ҡара, арҡаһында ҡайыш, ҡалаҡ һөйәктәрендә ҡара таптар, яурын аҫтында ҡара-аҡ юлаҡтар булыуы ихтимал. Алмасыбар аттарҙың башы, тороғо һәм аяҡтары буялған һәм аҡһыл ҡылдар ҡатнашмаһы менән ҡапланған; ялы, ҡойроғо һәм аяҡтары ҡара йәки тороғонан аҡһылыраҡ. Ҡолондар күк, туры һәм ерән төҫтәр менән тыуа, үҫә килә төрлө төҫтәге алмасыбарға йәки бүртәгә әйләнә, шунан аҡһыл йәки аҡ тиерлек, ҡайһы берҙә нөктәле ҡара ҡылдар ҡушылып "ҡарабойҙайға" әүерелә.
Бындай күп төрлөлөк башҡорт атын сағыу һәм һөйкөмлө итеп, күҙгә салынмаған тәбиғәт ландшафтына ҡушып, кешене мотлаҡ хайран ҡалдыра һәм йәлеп итә. Ихтимал, башҡорт атының матурлыҡ сере бер үк ваҡытта баҙыҡ һәм серле булып ҡалыуындалыр.

Камил ФӘРХЕТДИНОВ,
ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты.

Әйткәндәй, йылҡы малының йәшен белдерә торған һүҙҙәрҙе беләһегеҙме? Белмәһәгеҙ, хәтерегеҙгә теркәп ҡуйығыҙ:
ҡолон, ҡолонсаҡ, ҡолоҡай (тыуғандан алып алты-ете айға тиклем);
ябаҡ, ябаға (ете айҙан бер йәшкә тиклем);
тай (бер йәштән йәш ярымға тиклем);
ҡырҡмыш тай (ике йәшлек айғыр);
байтал (ике йәшлек бейә);
ҡонан (өс йәшлек айғыр);
ҡонажын (өс йәшлек бейә);
дүнән (дүрт йәшлек айғыр);
дүнәжен (дүрт йәшлек бейә);
тулаҡ (биш йәшлек айғыр, тай-тулаҡ һүҙендә һаҡланған);
тыуар (алты йәшлек айғыр, мал-тыуар һүҙендә һаҡланған).

"Киске Өфө" гәзите, №32, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.08.24 | Ҡаралған: 58

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru