«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕ – ИНТЕРНЕТТА
+  - 

Йәш быуында туған телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, мәртәбәһен күтәреү өсөн уны интернет киңлектәрендә үҫтереү - заман талабы. Был йәһәттән йәмғиәтебеҙҙә һиҙелерлек уңыштар күҙәтелә.

Фондтың өлөшө

2019 йылдан эшләп килгән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының да заман талабын ғәмәлгә ашырыуға индергән өлөшө ҙур. Фонд директоры Гөлназ Йосопова был маҡсаттың төрлө гранттар ярҙамында тормошҡа ашырылыуын белдерҙе. - Башҡорт телен һаҡлайбыҙ, үҫтерәбеҙ тиһәк, уны интернетта һанлаштырыу мөһим. Был эштәрҙе төрлө проекттар ярҙамында тормошҡа ашырабыҙ. Тәүге проекттарыбыҙҙың береһе 2020-2021 йылдарҙа эшләнгән Башҡортсофт тәржемәсеһе булды. Ул бик яҡшы тәржемә итә, шуға уның менән күптәр ҡуллана. Ундағы мәғлүмәттәрҙе Яндекс, Google эҙләү системаларына бирҙек.
Мобиль ҡушымталар форматында ла бик күп проекттар бар. Әлеге көндә уларҙың һаны 10-дан артып китте. Һуңғыларының береһе - федераль кимәлдәге "Родной язык" мобиль ҡушымтаһы. Унда 10-дан ашыу тел бар ине. Авторҙары менән бәйләнешкә сығып, мобиль ҡушымтаға башҡорт телен дә индерҙек. Башҡорт телен белмәгәндәр, өйрәнергә теләгәндәр уны ла файҙалана ала. Әлегә унда 20 дәрес индерелгән. Аҡрынлап уны күбәйтергә тигән маҡсатыбыҙ бар.
Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә балалар менән видеояҙмалар, клиптар төшөрөү, ярыштар үткәреү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Улар барыһы ла телгә, мәҙәниәткә ҡағыла. Тағы бер яңылыҡ: YouTube, Rutube каналдарында беҙҙең программа барлыҡҡа киләсәк. Ул рус , инглиз телдәрен башҡортсаға синхрон тәржемә итәсәк. Балалар башҡорт телен белеп үҫһен өсөн был бик һәйбәт эш тип уйлайым.

Һүҙлектәрҙе һанлаштырып...

Башҡорт телен интернетта үҫтереүгә тырышлыҡ һалған тағы ла бер замандашыбыҙ - ул Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетында философия һәм культурология кафедраһында уҡытыусы философия фәндәре кандидаты, доцент Искәндәр Шакиров. Ул яҡынса 50-ләп һүҙлекте һанлаштырып туплауға өлгәшкән.
- Бынан ете йылдар элек килеп тыуҙы был уй. Ҡалала үҫкәс, башҡорт телен бик белмәүем күңелемә тынғы бирмәне. Шуға йыш ҡына машинала барған саҡта башҡортса аудиокитаптар тыңлауҙы ғәҙәткә индерҙем. Ҡайһы бер һүҙҙәрен аңламағас, интернеттан эҙләй торғайным. Ләкин ул һүҙҙәрҙең күбеһе унда ла булмай сыҡты. Шунан башланып китте минең һүҙлектәр туплау, һанлаштырыу эшем.
Әйтергә кәрәк, 1950-1960 йылдарҙа, 1990 йылдарҙа һүҙлектәр күп сыҡҡан, 2000 йылдарҙа ауыл хужалығы, медицина һымаҡ төрлө тармаҡҡа ҡағылышлылар баҫтырылған. Төрлө ерҙән табып алып, уларҙы тупланым.
Иң һуңғылары Фирҙәүес Хисаметдинова мөхәррирләүендәге 10 томлыҡ аңлатмалы һүҙлек ине. Бик тулы һанлаштырылған һүҙлек килеп сыҡты. Шуларҙы бер базаға йыйып, әҙер лингвистик платформаға индерҙек. Был эште башҡарып сығыуҙа күптәр ярҙам итте, уларға рәхмәт, - тип һөйләне башҡорт теленең һанлы кодификацияһының баш мөхәррире Искәндәр Алик улы.

"Аҡыллы колонка"

Арабыҙҙа "Һомай" аҡыллы колонкаһы тураһында ишетмәгәндәр юҡтыр. Ул да танылыу яулай бара. Уның авторы Бөрйән егете Айгиз Ҡунафин менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Бишенсе кластан ул Белорет ҡалаһындағы лицей-интернатта белем ала, 10-11-се кластарҙы ошо ҡалала компьютер мәктәбендә тамамлай. Һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика һәм робототехника факультетында белем алып, программист булып китә. "Һомай" колонкаһын булдырыуы ла осраҡлы түгел. 2018 йылдан уҡ ул киләһе быуынға башҡорт телен еткереү буйынса эштәр алып бара. Программист булғас, башҡорт телен интернет киңлектәрендә үҫтереү уйы тынғы бирмәй. Тәүҙә ирекмәндәр менән тәржемәләү, аудиояҙманы тексҡа әйләндереү, йәки, киреһенсә, тексты аудиояҙмаға күсереү кеүек эштәр менән шөғөлләнһә, аҙаҡ ҙурыраҡ маҡсаттар тыуа. Бәләкәй балаларға тәғәйенләнгән "Һомай" проекты ла ошо рәүешле барлыҡҡа килгән. Башҡортса бик белмәгән балалар күп булыуын күҙ уңында тотоп, был колонка башҡортса ла, русса ла аңларға тейеш тигән бурыс ҡуйыла. "Һомай" уларға башҡорт телен белергә яйлап юл аса.
- Тәүге колонкаларҙы быйыл ғинуарҙа балалар баҡсаларына бирҙек. Бер нисә айҙан мәктәптәргә лә тараттыҡ. Төп ҡулланыусыларыбыҙ - балалар. Таратып ҡына ҡалманыҡ, ҡулланыусыларҙың фекерен дә, теләктәрен дә өйрәнәбеҙ. Нимәне үҙгәртергә, камиллаштырырға кәрәклеген белешәбеҙ. Телде генә түгел, тарихты, ғөрөф-ғәҙәтте өйрәтеү ҙә күҙ уңында. Үҙебеҙҙең төбәктәге ер-һыу атамалары тураһында ла балаларға белеү ҡыҙыҡ булыр ине. Балалар өсөн әкиәттәр, йырҙар бар. "Һомай"ҙың төп маҡсаты - йәш быуын башҡортса аралашып, һөйләп өйрәнһен өсөн уларға ярҙам итеү. Балалар YouTube каналынан йәнһүрәттәрҙе башҡорт телендә лә ҡарай алһын тигән ҙур маҡсатыбыҙ бар. Был - 2024-2025 йылға ҡуйылған бурыс, быны тормошҡа ашырыу өсөн дә грант алдыҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы, ололар араһында ла башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр бар. Улар ҙа ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Был йүнәлештә лә эш алып барабыҙ. Быларҙы башҡарғанда дәүләт тарафынан финанс ярҙам ныҡ тойола. Башҡортостанда был йәһәттән ҙур иғтибар бирелә, - тине ул.

Шулай итеп...
Телде үҫтереү бер нисә кеше генә башҡара торған эш түгел. Бары тик ҙур команда булып тупланыу ғына һөҙөмтә бирә. Быны башҡарыуҙа битараф булмаған замандаштарыбыҙ тағы ла күберәк булған һайын интернет киңлектәрендә телебеҙҙең мәртәбәһе артыр.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.08.24 | Ҡаралған: 101

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru