«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АСЫЛЫНА ҠАЙТА МӘҒАРИФ
+  - 

Республикала традицион август кәңәшмәләре бара. Был ваҡиғаны уҡытыусылар hәр саҡ эске тулҡынланыу менән көтөп ала. Уҙған уҡыу йылы hөҙөмтәләрен байҡау, алдағы бурыстарҙы барлау hәм анализлау сараһы улар өсөн байрамға әйләнә.

Ысынлап та, ниндәй яңы эштәр, бурыстар көтә беҙҙең мәғариф өлкәһен быйыл? Ваҡыт, замана, дәүер икенсе бит инде хәҙер. Нисә йылдар буйы йәнде көйҙөргән, мәғариф системаhын да урап үтмәгән Көнбайыш ҡалыптарынан арына башланыҡ, шөкөр. Бына тигән совет мәғарифы тәжрибәһен ситкә этеп, беҙгә ят булған белемде, педагогик эш алымдарын ҡулланыуға индерә башлағайныҡ бер заман. Имеш, улар беҙҙеке менән сағыштырғанда үрелеп буй етмәҫлек бейеклектә тора, беҙҙең мәғарифты тағы ла алға илтәсәк…
Улай булманы шул. Беҙҙең белем биреү системаhы бейеклегенә күтәрелә алманы уларҙың педагогик алымдары. Олораҡ кешеләр хәтерләйҙер китаптарыбыҙҙың, дәреслектәрҙең ниндәй булғанын - улар фәнни яҡтан да, тәрбиәүи йәһәттән дә, йәшәйеш белеменә өйрәтеү яғынан да бер ни менән дә сағыштырғыһыҙ ине. Шуға ла уҡыусыларыбыҙҙың белем кимәле бик тәрән ине, улар донъя кимәлендәге һәр төрлө олимпиада, конкурс, бәйгеләрҙә берәүгә лә ал бирмәй торғайны.
Ниhайәт, хеҙмәт дәрестәре ҡайта мәктәпкә. Был да беҙҙе ҡыуандыра. Улар етмеш төрлө hөнәргә эйә булған ысын ир-егеттәр, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната алған ысын хужабикәләр тәрбиәләй торған дәрестәр буласаҡ.
Тағы ла бер яңылык - Ватанды hаҡлаусылар әҙерләүгә йөҙ борабыҙ. Махсус хәрби операция бының актуаль булыуын тағы ла бер иҫбат итте. Бына шундай матур, ҡыйыу бурыстар ҡуйылды яңы уҡыу йылына. Улар әле муниципалитеттар кимәлендә лә, hәр бер мәктәп педсоветтарында ла тәфсирләп ҡараласак. Бына шунда инде аныҡ йүнәлештәр билдәләнәсәк. Алға, коллегалар!

Әлфис ҒАЯЗОВ,
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, филология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.24 | Ҡаралған: 481

Киске Өфө
 
Кеше фәрештә лә, хайуан да түгел, һәм уның бәхетһеҙлеге шунда: ул ни тиклем фәрештә булырға ынтыла, шул тиклем хайуанға әйләнә бара.

(Б. Паскаль).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru