АҠШ-ты әйтәм, Украинанан ғарҡ булды мәллә, бөгөнгө көн Израилде Ирандың яуап һөжүме ихтималлығынан ҡурсылап, бөтөн көсөн Яҡын Көнсығышҡа табан борҙо, тип хәбәр итә Рен ТВ каналы The Time of Israel гәзитенә һылтанып. Был маҡсатта АҠШ көтөлмәгән хәлгә әҙер булыуҙарын белдереүсе Франция һәм Бөйөк Британия менән тығыҙ бәйләнештә тора. Шул уҡ ваҡытта баҫма сығанағы белдереүенсә, Вашингтон, йәнәһе, Яҡын Көнсығышта ниндәйҙер дипломатик ғәмәл башҡара, атап әйткәндә, Газа секторына ут туҡтатылған хәлдә ул Ирандың Израилгә һөжүмдән тыйыласағына өмөтләнеүен белдерә.
Америка, тигәндән, унда ла хәҙер Рәсәйҙең Украиналағы Махсус операцияһы маҡсаттарын асыҡтан-асыҡ яҡлаусылар бар икән. АҠШ-тың билдәле радиожурналисы, сәйәси сатирик һәм һуғыштарға ҡаршы әүҙемсе Ренди Кредико Украинаны тиҙерәк денацификациялап, НАТО-ны үҙенә ҡайтарып ебәрергә кәрәк, ти. Сөнки уның һүҙҙәре менән әйткәндә, "Рәсәйгә террорсылар менән һөйләшеп тороу ҙа кәрәкмәй". Ни әйтәһең, ауыҙына бал да май был егеттең.
Тағы бер ир-егет бар икән әле унда: АҠШ Ҡораллы Көстәренең отставкалағы разведка офицеры Скотт Риттер урындағы "Through the eyes " YouTube-каналы менән әңгәмәлә хәбәр һалыуынса, әгәр НАТО ағзалары Рәсәй Федерацияһына ҡаршы һуғыш башлай ҡалһа, Көнбайыштың космик спутниктары юҡҡа сығарыласаҡ һәм Төньяҡ Атлантика альянсы оборонаһының бөтөн системаһы үҙ режимында эшләүҙән туҡтаясаҡ, тип иҫкәртә. Ләкин, күреүегеҙсә, был егет сатирик түгел инде, ә хәрби өлкәлә хәбәрҙар етди офицер булараҡ һөйләй: ысындымы-буштымы - уныһы мөһим дә түгелдер, бәлки, ләкин НАТО-ның бөтөн ғәмәлдәре спутник аппараттарына бәйле булыуын ул яҡшы белә һәм тап шуны АҠШ менән уның союзниктарының "ахиллес табаны" тип атай.
Һәм, ысынлап та, үткән аҙнала РФ Президентының белдереүенсә, һөйләшеүҙәрҙе үҙ файҙаһына борорға иҫәп тотоп, Курск өлкәһенә бәреп ингән Киев режимы менән һөйләшеү тураһында һүҙ ҙә булырға мөмкин түгел. Ниһайәт, ГФР-ға һәм бөтөн донъяға "Северный поток"тың шартлатылыуы артында кемдең тороуы асыҡланды. Рәсәй бензин экспортлауҙы тыйҙы. В.Путин, Көнбайыштың украиндар ҡулы менән Рәсәйгә ҡаршы һуғышыуын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө һәм Курск өсөн дошман лайыҡлы яуабын аласаҡ, ә Махсус хәрби операцияның маҡсаттарына өлгәшеләсәк, тип белдерҙе. РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең "Төньяҡ" хәрби төркөмө Курск өлкәһе урмандарында тағы ла төпкәрәк үтеп инергә ниәтләгән украин төркөмдәрен эҙәрлекләй һәм юҡ итә бара.
Украинаның хаттин ашыуҙары европалыларҙың нервыһында уйнай башланы, тип яҙа Новости Рәсәй агентлығы хәбәрсеһе. Сөнки Курскиға һөжүм Үҙәк һәм Көнбайыш Европаны зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә проблемалар килтереп тыуҙырҙы: Европаға, тәү сиратта Словакия менән Австрияға, берҙән-бер яғыулыҡ артерияһы районында һуғыштар бара. "Суджа" газ үлсәү станцияһы аша зәңгәр яғыулыҡ өҙлөкһөҙ биреп торолһа ла хаҡтар шундуҡ юғары үрләне: үткән аҙна дүшәмбеһендә үк 6 процентҡа өҫтәлеп, газ хаҡының мең кубометры 480 долларға етте һәм был йыллыҡ рекорд кимәлен күрһәтте. Ә бына Рәсәй менән Украина араһында транзитҡа контракт ошо йылдың ахырынаса ғына ғәмәлдә һәм уны дауам итеү хаҡында һүҙ алып барылмай.
Һүҙҙең ахырын тағы ла бер Америка сәйәсмәне, АҠШ Ҡораллы Көстәренең отставкалағы подполковнигы Эрл Расмуссендың 17 августа "Известия" гәзите менән әңгәмәһендә әйткәндәре менән тамамлағы килә: "Киевтың Курск АЭС-ына һөжүм ихтималлығы мине йылдан ашыу борсой һәм ундай провокация булмаҫ, тип әйтә алмайым. Дөрөҫөн әйткәндә, был көсһөҙлөктән килеп тыуған дыуамаллыҡ: Украина үҙенең иң яҡшы тип иҫәпләнгән өс бригадаһын Курскиға һөсләтеп, асылда уларҙы үлемгә ебәрҙе..."
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА