«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙРАМ БЕҘҘӘ, БАЙРАМ!
+  - 

Өфө халҡы Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында башҡарылған матур үҙгәрештәр шаһиты бөгөн. Йылдан-йыл, айҙан-ай, көндән көн баш ҡалабыҙ күркәмләнә бара. Башланғыстар һәм эштәр бихисап. Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығына арнап төҙөлгән, яңыртылған биналар, объекттар тураһында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир МӘҮЛИЕВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

Ратмир Рафил улы, әйҙәгеҙ, яңыртылған баш ҡала мөхите объекттары тураһында айырым билдәләп үтегеҙ әле...

- 2020 йылда илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуға бағышланған саралар тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был рәсми документ республикабыҙ баш ҡалаһының юбилейына федераль статус бирҙе. Юбилейға әҙерлек эштәрен әүҙемләштереп, ҡуйылған маҡсаттарға, дөйөм алғанда, өлгәштек, тиһәк тә була: Өфө үҙенең 450 йыллығын яңыртылған ҡиәфәттә ҡаршы ала.
Файҙаланыуға тапшырылған иң сағыу юбилей объекттары араһында "Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһын, Совет майҙанындағы Шайморатов генерал һәйкәлен, "Ҡашҡаҙан", "Тулҡын" парктарын, Аксаков исемендәге баҡсаны, Альбанов һәм Михалев исемендәге скверҙарҙы, Инорс биҫтәһендәге "Йылы күл" биләмәһен атап китергә булалыр.
Спорт яратҡан өфөләр өсөн "Физра-Р" һәм "Физра-Д" спорт комплекстары, Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге, ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы айырыуса ҡиммәтле бүләк булды. 31 августа Спорт көрәше үҙәген асыу тантанаһы була. Ул донъя кимәлендәге ярыштарҙы үткәреү майҙанына әүерелер, тип ышанабыҙ.
Ошо көндәрҙә "Ҡурайсы малай" фонтанында, Ҡурсаҡ театры алдындағы майҙанда, "Нефтехимик" мәҙәниәт һәм ял паркында төҙөкләндереү эштәрен тамамлайбыҙ.
"Затон ҡулсаһы" биләмәһен яңырттыҡ. Көньяҡ инеү юлындағы йәшел "утрау"ҙы ла тәртипкә килтерҙек. Шулай уҡ күп фатирлы йорттар тирәһендәге тротуарҙарға гранит бурса түшәнек, "Таҙа һауа" проектын ғәмәлгә ашырыу уңышлы бара. Юлдар һалыу, ағастар ултыртыу, бина фасадтарын төҙөкләндереү, архитектура объекттарына яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыу, ял итеү өсөн уңайлы йәмәғәт арауығын булдырыу, автомобиль ҡуйыу урындарын билдәләү - барыһы ла комплекслы эшләнә.

Миллионлы ҡалала йәшәүселәр өсөн уның мөхитенең экологияһы, санитар-гигиена халәтенең тейешле кимәлдә булыуы ҡала тормошо менән идара итеүселәрҙең даими хәстәрлеген талап итә. Баш ҡалабыҙҙың коммуналь хужалығы эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ?

- Дөйөм алғанда, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре алдына ҡуйылған мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеп килә. Әммә, ҡайһы бер хәлдәр улар тырышлығынан ғына тормаҫҡа ла мөмкин. Мәҫәлән, 2024 йылға ҡала буйынса бөтә инженер инфраструктураһының туҙыуы 58 процент тирәһе тәшкил итә. Шуға әленән-әле ҡаланың йә бер, йә икенсе урынында көтөлмәгән авариялар булып тора. Был осраҡта коммуналь хужалыҡ вәкилдәренең килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтарҙы тиҙ арала хәл итә алыуы мөһим. Дөрөҫ, күп осраҡта ниндәйҙер көрсөктән сығыу өсөн кәрәкле белгестәрҙең етмәүе лә бәкәлгә һуға. Бөгөн коммуналь хужалыҡта эшләүселәрҙең эш хаҡы етерлек кимәлдә түгел. Йәштәр, юғары квалификациялы белгестәр был өлкәгә килергә атлығып тормай. Был юҫыҡта эшләйһе эштәр күп әле.

Ҡалабыҙ урамдары төҙөкләндерелде. Әммә элек-электән ултыртылған ағастары ла киҫеп алынды. Ҡала үҙәге урамдарын йәшелләндереү проблемаһы нисек хәл ителәсәк?

- Өфө Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында иң "йәшелдәрҙән" һанала. Был күрһәткес буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөнсө урында тора. "Йәшел Башҡортостан" программаһы сиктәрендә быйыл ғына Өфөнөң юбилейына бағышланған 45 000 төп ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Легендар Өфө йүкәләре тураһында хафаланыусыларға шуны әйтер инем: уларҙың һаны кәмемәне, ә киреһенсә, артты ғына. Әлбиттә, бер ағас та мәңгелек түгел. Улар ҙа ҡартая. Бындай осраҡта беҙгә авария хәлендәге ағастарҙы ҡырҡыуҙан башҡа сара ҡалмай. Әммә улар урынына яңылары ултыртыла. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып китеү мөһим: Өфөлә һәр ҡырҡылған ағас урынында өс яңы үҫенте урын ала.

Өфө ҡалаһы округы хакимиәтенең эшмәкәрлеге ҡатмарлы һәм күп төрлө. Кешеләр ҡала хакимиәтенә ниндә-йерәк һорауҙар менән күберәк мәрәжәғәт итә?

- Күреүегеҙсә, ҡалала бер юлы әллә күпме проект алып барыла. Төҙөлөш осоронда ҡала халҡы ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар менән килешергә мәжбүр була. Кешеләрҙең күбеһе быны аңлап ҡабул итә. Ләкин ваҡытлыса ауырлыҡтар менән килешергә әҙер булмағандар ҙа осрай.

Тиҙҙән баш ҡалабыҙ юбилейына арналған матур байрам уҙғарыласаҡ. Байрам ҙурҙарҙан-ҙур булмаҡсы. Уның майҙаны киң. Барса урындарға ла барып булмай бит. Һеҙ, хөрмәтле Ратмир Рафил улы, шәхсән Өфө кешеләренә ҡайһы урындарға килергә тәҡдим итер инегеҙ?

- Байрам тантаналары Өфөнөң һәр районында үтәсәк. Һәр кем күңеленә хуш килгән сараны һайлап алырына шигебеҙ юҡ. "Өфө яңғырай", "Евразия йөрәге", "АйДа Фест", "Өфө: батырлыҡ һәм дан дәүере" фестивалдәре, "Өфө ҡалаһы сәнәғәте потенциалы" күргәҙмәһе, Рәсәй һәм Башҡортостан йондоҙҙары ҡатнашлығындағы киске концерт программалары - барыһы ла ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ буласаҡ. Киләсәк быуынға "Ваҡыт капсулаһы" һалыныуы - 50 йылға бер генә була торған сара. Унда ла бармай ҡалыу ярамаҫ.

"Киске Өфө" гәзите, №34, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.24 | Ҡаралған: 37

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru