«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛҺЫУ, ПОЛИНА, БАСКОВ...
+  - 

Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығына арналған байрам саралары 30-31 августа үтәсәк. Баш ҡала округы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ саралар патриотик тәрбиәгә һәм тарихи дөрөҫлөктө һүрәтләүгә йүнәлтелгән.

- 30 августа көндөҙгө сәғәт 3-тән "Арт-Квадрат"та "АйДа Фест" урам театрҙары фестивале асыла. Өс көн дауамында барасаҡ фестиваль сиктәрендә баш ҡаланың ете районында 40-тан ашыу тамаша күрһәтеләсәк. Ленин районындағы "Арт-Квадрат" ҡала үҙәге фестиваль үткәрелгән төп майҙан буласаҡ. Ә 31 августа сәғәт көндөҙгө 12-лә карнавал тантаналы йөрөшө ойошторола: ул В.И. Ленин исемендәге майҙандан башланасаҡ. Был фестивалдә Санкт-Петербург, Севастополь, Пермь, Мәскәү, Ҡаҙан, Йошкар-Ола, Әлмәт, Силәбе һәм Өфө ҡалаларынан урам театрҙары ҡатнаша. Сараның хедлайнеры - "Микос" Мәскәү театры 1 сентябрҙә кискеһен сығыш яһай.

- Шулай уҡ 30 августа Рус драма театры бинаһы эргәһендәге сәхнәлә киске концерт сәғәт 6-ла башлана, был көндә "Өфө яңғырай!" Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә тынлы уйын ҡоралдары оркестрҙары патриотик әҫәрҙәр менән сығыш яһай.

- Бынан тыш, ошо уҡ 30 август көнөндә киске сәғәт 7-лә "Торатау" конгресс-холлының амфитеатрында "Евразия йөрәге" фестивале асыла. Тәүге көндә урындағы артистар, Pizza һәм "Харизма" (Беларусь) төркөмдәре, Ваня Дмитриенко һәм Алексей Воробьев сығыш яһаясаҡ. 31 августа тамашасыларҙы Элвин Грей, Zainetdin этно-проекты, йырсы Алһыу, HammAli & Navai көтә. Фестиваль Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Басков сығышы менән тамамланасаҡ.

- 31 августа көндөҙгө сәғәт 12-лә "Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы эргәһендә киләсәк быуындарға "Ваҡыт капсулаһы"н һалып ҡалдырыу тантанаһы уҙасаҡ.

- Ошо уҡ ваҡытта Рус драма театры ҡаршыһындағы майҙанда "Өфө мәң-гелек" ҡала фестивале башлана: бында ҡаланың һәр районынан сығыштар көтөлә. Ә кискеһен "Өфөнө данлап" тип аталған концертты махсус конкурс ярҙамында һайлап алынған йыр менән асалар. Был йырҙы "Мираҫ" ансамбле хоры һәм Ҡала мәҙәниәт һарайының "Притяжение" йыр театры солистары башҡара. Өфөгә дан йырлаған ҙур концертта Милли гвардия оркестры һәм йырсылары, Екатерина Гусева, Дмитрий Харатьян һәм Олег Газманов ҡатнашасаҡ.

- Райондарҙағы саралар "Дим", "Беренсе май" һәм "Тулҡын" парктарында көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 5-кә тиклем ойошторола. Әйткәндәй, "Моторҙар эшләүсе" мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда билдәле Рәсәй йырсыһы Полина Гагарина сығыш яһаясаҡ. Йырсы үҙенең гонорарының бер өлөшөн Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға йүнәлтергә теләк белдерҙе, уның был башланғысын күп кенә ҡатнашыусылар күтәрмәләне.

- Әйткәндәй, юбилей сараларына бәйле автотранспорт хәрәкәтенә сикләүҙәр индереләсәк. Сикләүҙәр осоронда йәмәғәт транспорты маршруттары ла үҙгәрәсәк. Шулай уҡ сиктәш ихаталарҙан сығыу юлдары ла ябылыуы ихтимал.

"Киске Өфө" гәзите, №34, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.24 | Ҡаралған: 222

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru