Баш ҡалабыҙҙың матур юбилейы сиктәрендә күркәм саралар уҙҙы, өфөләр ҙә, ҡала ҡунаҡтары ла рәхәтләнеп ял итте. Беҙ ҙә алыҫ тарафтарҙа йәшәгән туғандарҙы йыйып, Өфөбөҙҙөң байрамын бергәләп билдәләнек. Үҙебеҙ ошо ҡалала йәшәгәс, унда булған үҙгәрештәрҙе әллә ни күҙгә элеп бармайбыҙ, ә ситтән килеүселәр уны шунда уҡ күрә. Шулай итеп, уларҙың Өфөгә ҡағылышлы фекерҙәре-уйҙары менән таныштырып үткем килә.
Бәләкәй балалары булғандар тәү сиратта ҡаланың кескәйҙәр өсөн уйланылған булыуын күрҙе һәм Өфө ихаталарында урынлашҡан балалар майҙансыҡтарының ҙур, заманса, төрлө тематикаға бәйле булыуын, хатта йорттар араһындағыларҙың янында спорт менән шөғөлләнеү өсөн йыһаздар ҡуйылыуын бик отошло тип билдәләне.
Байрам саралары башланған көндә, 30 августа, Ленин майҙаны гөрләп торҙо. "Өфө йүкәләре" йырын тиҫтәләгән музыканттың бергә башҡарыуы һоҡландырҙы. Ленин урамында ҡала етәксеһе Ратмир Мәүлиевтың республика һәм Рәсәй ҡалалары башлыҡтары менән берлектә йүкә ағастары ултыртып, "Ҡалалар дуҫлығы аллеяһы"на нигеҙ һалыуын да ҡыҙыҡһынып күҙәттек.
1 сентябрҙә лә ҡала урамдарын ҡыҙырҙыҡ һәм осраҡлы рәүештә "Өфө шиғри трамвайы"нда йөрөү бәхетенә өлгәштек. Пушкин урамы менән Дәүләт циркы араһындағы маршрутта йөрөгән трамвайға ултырып алып, тәҙрә аша ҡала тормошон байҡаныҡ. Әйткәндәй, Дәүләт циркының оҙаҡламай төҙөкләндерелеп, яңынан сафҡа индерелеү хәбәрен бала сағы ошо ҡалала үткән ҡустым: "Заманында Өфөлә йәшәгән балаларҙың ғына түгел, тотош республика бәләкәстәрен һәм ололарын үҙенә тартып торған урын ине. Уға яңы һулыш өрөргә тырышҡан республика һәм ҡала етәкселегенә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ", - тип шатланып ҡабул итте.
Бер нисә аҙна элек Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев башҡорт телендә яҙылған алтаҡталарҙағы хаталарҙы төҙәтергә саҡырып мөрәжәғәт иткәйне. Бик хуп башланғыс! Мин ихлас ҡушылдым был акцияға һәм электән үк телефоныма төшөрә килгән фотоларҙы тейешле чатҡа ебәрә һалдым. Күмәкләп башланған эш үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай - тиҫтәнән ашыу алтаҡтала хаталар төҙәтелгән дә инде, ә ҡалғандарында эш дауам итә. Ошо мәсьәлә даими рәүештә контролдә булырға тейештер, тип уйлайым.
Спорт! Спортҡа ҙур урын бүленгән дәүләттә, ҡалала һәр ваҡыт үҫеш була, сөнки ул характерҙы сыныҡтыра, һаулыҡты нығыта. Шуға күрә мин спортҡа бәйле һәр яңылыҡты ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алам. Бер-ике йылдан Ғафури паркында барлыҡҡа киләсәк саңғы базаһына ла ҙур өмөттәр бағлайым. Ҡышҡы спортҡа балаларҙы ла, ололарҙы ла әүҙем йәлеп итеү мөһим, шуға күрә был базаның бик урынлы һәм кәрәкле булыуын билдәләйем.
Мин үҙем хайуандарҙы яратам, өйҙә бесәйебеҙ бар, аквариумда балыҡтар йөҙөп йөрөй. Урамда ла, хужалары рөхсәт итһә, эттәрҙе һыйпап-яратып үтәм. Ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, ҙур-ҙур эттәрҙе бәйһеҙ, морондоҡһоҙ алып йөрөүселәр менән осрашып, күңел төшә ине. Шуға күрә, күптән түгел Башҡортостан Ҡоролтайы депутаттары тарафынан ҡабул ителгән яңы ҡағиҙәләрҙе шатланып ҡаршы алдым. Хәҙер бейеклеге 30 сантиметрҙан ҙур булған эттәр мотлаҡ йә бәйҙә, йә морондоҡта булырға тейеш. Һәм, иң мөһиме, ҙур эттәрҙе 14 йәше тулмаған балалар менән тышҡа сығарыу тыйыла. Ҡағиҙәне боҙоусыларға штраф ҡаралған. Бик тә урынлы ҡарар.
Әмир СӘЙФУЛЛИН,
водитель.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА