«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"ҺАБАҠ КӨНӨ" ҮТКӘРЕЛДЕ
+  - 

Украина Ҡораллы көстәре Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайыш сиктәре төбәктәрендә башбаштаҡлығын дауам итә. 31 август төнөнә ҡарай ВСУ Белгород өлкәһенә һөжүм яһаны. Күп ҡатлы йорттарға ракеталар төшөп, 46 тыныс граждан яраланды, 5 кеше һәләк булды. Зыян күреүселәр һаны арта бара...

Курск өлкәһенә үтеп инергә маташыуҙар Киев режимына ҡиммәткә төшә. 1 сентябрҙә Рәсәй армияһы Украина өсөн "Рәсәй Ҡораллы көстәренең көсө нимәлә?" тигән темаға "Һабаҡ көнө" үткәрҙе: баллистик ракеталар менән Долгинцево аэродромының көлө күккә осоролдо, ә Харьковта күп тонналы фугас авиабомбалары трактор заводының бер нисә цехын юҡ итте. "Московский комсомолец" аҙналығы хәбәр итеүенсә, хәрби телеграм-каналдар Курскиҙа күпләп әсиргә төшкән украин һалдаттарынан һорау алыуҙар кадрҙары менән тулды. Ҡаты бәрелештәр арҡаһында Украина хәрби төркөмдәре ҙур юғалтыуҙар кисерә. Рәсәй ғәскәрҙәренең төп бурысы - тырым-тырағай килтерелгән дошман төркөмдәрен тулыһынса юҡ итеү, уларҙы ҡорал резервтарынан һәм, иң мөһиме, яғыулыҡтан мәхрүм итеү.
Шулай итеп, АҠШ Ҡораллы көстәренең отставкалағы офицеры Дэниел Дэвис белдереүенсә, Украина ғәскәренең Курск өлкәһенә ҡыҫымы йомшара бара: улар ҙур һанда кешеләрен һәм техникаһын юғалтып, сигенергә мәжбүр. Тәүлек эсендә генә лә Курск йүнәлешендә ВСУ-ның (Украина Ҡораллы көстәре) 400-ләгән һалдаты юҡ ителде.
Әйткәндәй, Германияның бер төркөм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Икенсе бөтә донъя һуғышы башланыуға 85 йыл тулыу уңайынан Berliner Zeitung гәзите аша Берлин менән Парижды Украиналағы конфликтты тиҙерәк бөтөрөү өсөн сығыштарға ҡушылырға саҡырҙы. "Беҙ талап итәбеҙ: ҡоралды һалығыҙ! Беҙ Германия Федератив Республикаһы хөкүмәтен Франция һәм Европа партнерҙарын Украина менән Рәсәй Федерацияһына аныҡ тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итергә саҡырабыҙ. Маҡсат - утты туҡтатыу, ә аҙаҡ бер ниндәй шарттар ҡуйып тормаҫтан, тыныс һөйләшеүҙәргә күсеү. Хәүефһеҙлеккә фәҡәт бергәләп кенә өлгәшергә мөмкин!" Саҡырыу аҫтына сәйәсмәндәр, ғалимдар һәм журналистар иҫәбенән 30-лап кеше ҡултамғаһын ҡуйған. Ысынлап та, Яңы көн Рәсәй мәғлүмәт агентлығы яҙып сығыуынса, "Мәскәү менән Вашингтондың мөнәсәбәттәре иң сикке хәлгә килеп етеүен, ә яҡшырыуға табан бер ниндәй өмөттөң юҡлығын" күрмәү мөмкин түгел бөгөн. Был башҡа күп проблемалар менән бергә Рәсәйҙең сауҙа һәм үҙ-ара иҫәп-хисап ғәмәлдәренә лә ҙур тотҡарлыҡ яһай. Мәҫәлән, АҠШ-тың икенсе тапҡырға санкциялар менән янауынан һуң Рәсәйгә Ҡытай менән иҫәп-хисап башҡарыуҙар проблемаға әйләнде, тип яҙа Reuters. Иҫәп-хисап өлкәһендә тотҡарлыҡтар һәм сығымдар арта бара, ә раҫланмаған транзакциялар күләме тиҫтәләрсә млрд юань тәшкил итә.
News.ru хәбәр итеүенсә, Көнбайыш сәйәсәте арҡаһында Рәсәй ядро доктринаһын ҡайтанан ҡарап сығырға һәм уға үҙгәрештәр индерергә мәжбүр буласаҡ, сөнки АҠШ-тың Украиналағы конфликтта үҙ көстәрен Рәсәй сиктәренә күсереүе һәм Вашингтондың Украина ғәскәрҙәре менән бергә Рәсәйҙең төпкөл биләмәләренә үтеп инергә әҙер тороуы милли хәүефһеҙлек мәсьәләһен ҡуҙғата һәм Рәсәйгә доктринаның яңы версияһын ҡарауҙан башҡа юл ҡалдырмай, ти РФ Сит ил эштәре министры урынбаҫары Сергей Рябков.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.09.24 | Ҡаралған: 412

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru