«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫУ КӘРӘК!
+  - 

Белем биреү өҙлөкһөҙ булғанда ғына һөҙөмтәле була. Сирек быуат тарихлы Сибай институты был йәһәттән үҙенең кәрәклеген, булған, бар, буласағын фиҙаҡәр хеҙмәте менән иҫбатлай, тырышып-тырышып киләсәккә юл ярып, үҙ тарихын яҙа. Ғәҙәттәгесә, өйрәнелгәнсә, ул быйыл да үҙ ғаиләһенә, ҡанаты аҫтына юғары белемле булырға хыялланғандарҙы тупланы. Быйыл ниндәй үҙгәрештәр бар, йәштәрҙең белем алыуға мөнәсәбәте элеккесәме? Шундай һорауҙар менән Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы ХӘМИТОВҡа мөрәжәғәт иттек:

- Быйылғы ҡабул итеү кампанияһында институттың өс факультетына 213 бюджет урыны бүленде, дүртенсе, иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты өсөн бындай мөмкинлек ҡаралмаған. Был күрһәткес, былтырғы менән сағыштырғанда, 27 урынға күберәк. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл ҡабул иткән студенттарҙың 60 проценты төрлө колледждарҙан килделәр. Уларҙың уҡырға күп килеүҙәре беҙгә бик уңай, сөнки махсус белеме булғандарға артабан уҡыуы ҡыйын түгел, беҙгә лә улар менән эшләүе еңел, улар студент тормошон беләләр.
Документтарҙың иң күбеһен уҡытыусы һөнәрен алыуға бирҙеләр. Кәрәкле булыуға ҡарамаҫтан, быйыл программист һөнәренә конкурс уҡытыусыларға ҡарағанда әҙерәк булып сыҡты. Әлбиттә, ҙур булмаһа ла, бөтә бюджет урындарына ла конкурс булды. Мәктәп тамамлағандарҙы Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса һайлап алдыҡ, колледж тамамлағандар төрлө фәндәрҙән, һайлаған һөнәренә ярашлы имтихандар тапшырҙы.
Абитуриенттарҙың иң күбеһе Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан килде. Урал аръяғы йәштәренең Сибай институтын һайлауы ғәҙәти хәл. 12 кеше Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районынан килде. Бөртөкләп булһа ла Йылайыр, Белорет райондарынан да киләләр. Быйылғы ҡабул итеү кампанияһында тағы бер үҙенсәлек күҙәтелде: бюджет урындарына дәғүә итеүсе абитуриенттарҙың 3/2 өлөшө документтарын Госуслуги аша тапшырҙы.
Уҡырға ингәндәрҙең бөтәһен дә дөйөм ятаҡтарға урынлаштырҙыҡ, ситтән тороп уҡығандарға ла урындар буласаҡ. Беренсе, икенсе курс студенттары өсөн ҡунаҡтар саҡырып, тантаналы линейка үткәрҙек, теләктәребеҙҙе еткерҙек.
Мин 2001 йылдан Сибай институтында эшләйем, 2017-2021 йылдарҙа педагогия колледждын етәкләнем, шуға институтта ниндәй үҙгәрештәр булғанын күреп-белеп-тойоп торам. Элек үҙебеҙ студент булғанда, эшләй башлағас та, төрлө сараларға ынтылып бара торғайныҡ. Әле лә институтта, ҡалала, Өфөлә шундай саралар күп үткәрелә, тик ынтылып тороусыларҙың һаны кәмей бара, күптәрҙе өгөтләргә тура килә. Комфорт хәленә өйрәнгән студенттар төрлө секцияларға ла әҙерәк йөрөй башланы. Әлбиттә, уларҙың күбеһе интернет донъяһына, ундағы мәғлүмәттәр тулҡынына башкөллө сумған. Шуға ла студенттарҙы ошондай үҙ-үҙенә йомолоуҙан арындырыу, уларҙы йәмғиәткә файҙалы эштәргә, мәҙәни сараларға ла ылыҡтырыу яйын табырға тырышабыҙ. Төрлө өлкәлә эшләп йөрөгән, институт сараларына ваҡыты ҡалмағандарға ла ярҙам итәбеҙ, бигерәк тә һуңғы курс студенттарына.
Уҡытыусылар үҙҙәре лә замандан артта ҡалмаҫҡа тейеш, быны улар яҡшы аңлай. Йәштәрҙе интернеттан айырып булмай икән, уны дәрестәрҙә файҙалы итеп ҡулланырға кәрәк. Интернет селтәре һәр бер аудиторияла бар, уны ҡасып-боҫоп ҡулланыу кәрәкмәй. Етмәһә, бөгөнгө студенттарҙы китапханаға йөрөтөү бик ҡыйын, ә интернетта бөтәһе лә бар, шуны иҫәпкә алып, уҡытыусылар төрлө эштәрҙе башҡарғанда студенттарға интернет ҡулланырға рөхсәт итә. Хәҙер бит күп студенттар имтихандар бирмәй, балл рейтингы системаһы буйынса эш итәләр. Семестр буйына, мәҫәлән, студент 60 балл йыйһа, уға зачет ҡуйыла, 80-90 балл йыйғандарға 4-5 билдәһе ҡуйыла, шуға ризалашҡандар бөтөнләй имтихан бирмәйҙәр. Риза булмағандар, элеккесә, билеттар буйынса имтихан тапшыра. Шуға, студенттарға йыл буйына тырышып уҡыу отошло.
Киләһе йылдан Болонья системаһынан сығып, элекке һымаҡ, юғары белемле уҡытыусылар, инженерҙар әҙерләй башлаясаҡбыҙ, әле уҡырға ингәндәр бакалавр булып сығалар. Ниндәй генә заман булмаһын, студенттарҙың төп эше - уҡыу. Белем алам тиһәң, уҡырға кәрәк. Уңышлы булам тиһәң, уҡырға кәрәк. Һөнәр алам тиһәң, уҡырға кәрәк. Юғары эш хаҡы алып эшләйем, тиһәң дә уҡырға кәрәк. Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" тигән ораны һәр саҡта ла әһәмиәтен юғалтмай.

Радик ӨМӨТҠУЖИН
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.09.24 | Ҡаралған: 52

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru