«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛДӘ ҺӨЙЛӘШ, ТУҒАН ТЕЛДӘ УҠЫ!
+  - 

"Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Туған телдә рәхәтләнеп һөйләшкән, уны яратҡан һәм был һөйөүҙе башҡаларға тапшырған әүҙем һәм битараф булмағандарға артабан да ярҙам итәсәкбеҙ", - тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендә. Ысынлап та, Башҡортостанда башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса арыу ғына саралар, эштәр башҡарыла икәне бәхәсһеҙ. Ҡайһы берҙәрен айырып билдәләп үтәйек әле.

- 2019 йылда Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығында - Милли мәғариф идаралығы, ә Мәғарифты үҫтереү институтында Милли белем биреү буйынса ресурс үҙәге булдырылды.
- 2019 йылда I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы үткәрелде. 2020 йылда был структуралар Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Төбәк-ара форумын, 2023 йылдың октябрендә полилингваль белем биреү буйынса I Халыҡ-ара форумды ойошторҙо. Был форумдарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Учалыла, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында һигеҙ полилингваль мәктәп асылды.
- Башҡортостанда 3,52 миллион һумлыҡ дөйөм финанслау менән "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телен һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" айырым дәүләт программаһы ҡабул ителде. Уның сиктәрендә 2019-2023 йылдарҙа 133 мәктәп класы интерактив таҡталар, проекторҙар, ноутбуктар һәм күп функциялы ҡоролмалар менән йыһазландырылды.
- Рәсәйҙең башҡа төбәктәре мәктәптәренә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 30,9 мең дана уҡытыу һәм уҡытыу-методик әҙәбиәт ебәрелде. БР Мәғарифты үҫтереү институты базаһында бушлай квалификация күтәреү курстары, туған тел уҡытыусылары, шул иҫәптән илдең башҡа төбәктәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн яңынан һөнәри әҙерлек курстары үткәрелә килә. Мәҫәлән, 2019 йылдан 2022 йылға тиклем 340 башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, сыуаш теле һәм әҙәбиәте, удмурт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы квалификацияһын күтәргән. Йыл һайын башҡорт теле мәсьәләләре буйынса төрлө ғилми-ғәмәли конференциялар, форумдар, семинарҙар үткәрелә, профилле сменалар индерелә.
- Полилингваль мәктәп уҡытыусыларына ярҙам итеү өсөн 2019 йылда уҡ үҙ предметтарын ике йәки унан күберәк телдә алып барған педагогтарҙың эш хаҡына 15 процент өҫтәмә билдәләнгән. Ә быйыл республиканың полилингваль мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына 20 процент күләмендә өҫтәмә түләүҙәр индереләсәк, был дөйөм эш хаҡы кимәленә һиҙелерлек йоғонто яһаясаҡ.
- Шулай уҡ балалар баҡсаларында туған телде уҡытыу төркөмдәрендә эшләгән тәрбиәселәргә һәм уҡытыусыларға эш хаҡы 15 процентҡа арттырылды.
- 2022 йылда республика Мәғариф министрлығы "Туған телдә уҡытҡан мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" айырым һөнәри оҫталыҡ конкурсын башлап ебәрҙе. 2023 йылда "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" республика профессиональ конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған "Туған телдә уҡытыу менән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына Башҡортостан Башлығы премияһы булдырылды. - Шул уҡ ваҡытта яңы кадрҙар әҙерләү өсөн киләсәккә нигеҙ булдырыла. 2023 йылда иң яҡшы башҡорт һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тапшырылған БР Хөкүмәте премиялары һаны 50-нән 100-гә тиклем арттырылды. 50 мең һум күләмендә аҡсалата дәртләндереүгә дәғүә итеүселәр иҫәбенә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары һәм республиканың полилингваль мәктәптәре уҡытыусылары индерелгән.
- 2023 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Полилингваль белем биреүҙә филология дисциплиналарын уҡытыуҙың заманса технологиялары" айырым магистр программаһы асылды. Беренсе курста 16 студент ҡабул ителде.
- Өфө фән һәм технологиялар университетында "Медиайыйын" республика журналистар форумы йомғаҡтары буйынса 2022-2023 уҡыу йылында "Журналистика" төркөмсәһенең эшмәкәрлеге тергеҙелде - унда 10 кеше уҡырға инде.
- 2021 йылда Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданы Рәсәй Мәғариф министрлығы раҫлаған олимпиадалар һәм конкурстар исемлегенә индереү һөҙөмтәһендә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада лауреаттарына һәм еңеүселәренә республика биләмәһендәге юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә 5-10 өҫтәмә балл иҫәпләнә.
Шулай итеп, былар пландар һәм һүҙҙәр генә түгел, ә аныҡ эштәр, мәктәптәргә һәм уҡытыусыларға маҡсатлы ярҙам, ижадҡа һәм әүҙем емешле эшкә этәргес, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.09.24 | Ҡаралған: 79

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru