«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"ЯРЛЫҠАУ" ФЕСТИВАЛГӘ БАРА
+  - 

Башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса ҡуйылған спектаклде "Федерация" Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә күрһәтәсәктәр. Бишенсе тапҡыр ойошторолған фестиваль Чечен Республикаһының баш ҡалаһы Грозныйҙа 8-14 сентябрҙә үткәрелә. Салауат дәүләт башҡорт театры үҙ спектаклен фестиваль ябылған көндә М.Ю. Лермонтов исемендәге Дәүләт рус драма театры сәхнәһендә ҡуя.
"Ярлыҡау" спектакле сәхнәгә 2023 йылда сығарылды. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, инсценировка авторы - Ш. Бабич исемендәге БР Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев был проектҡа үҙ эшенең оҫталарын туплай алған: ҡуйыусы рәссам Сулпан Азаматова, хореограф Ольга Даукаева, композитор Магуля Мезинова һәм яҡтылыҡ буйынса рәссам Илшат Саяхов. Спектаклдә йәш артистар Артур Тажетдинов (Любомир Зух), Нәфисә Мәжитова (Мария Тереза), БР-ҙың халыҡ артистары Яҡуп Шәрипов, Гөлсәсәк Шәрипова, БР-ҙың атҡаҙанған артистары Мираҫ Йомағужин, Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар, артистар Радмир Дәүләтбаев, Юнир Мансуров, Айнур Синагулов, Әмир Үтәбаев, Йәнгүзәл Хәлиҡова, Гөлкәй Хәсәновалар уйнай. "Минең геройыма 20 йәш, ул ғәмһеҙ, балаларса бер ҡатлы. Әлбиттә, Любомир үҙенең йөрәген тыңлай. Тар ҡарашлы кешеләр күҙлегенән ҡарағанда, Зух үҙен аңһыҙ, яуапһыҙ тотҡандыр, дөрөҫ эшләмәгәндер. Ә мин киреһенсә уйлайым. Әгәр ошо ҡылыҡ, ошо ҡасыу, ошо һуңғы хушлашыу булмаһа, нимәне мөхәббәт тип әйтә алабыҙ?" - тип үҙ тәьҫораттары менән бүлешә төп ролде башҡарыусы Артур Тажетдинов.
Салауат дәүләт башҡорт драма театры "Федерация" Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә икенсе тапҡыр ҡатнаша. Был сара РФ Мәҙәниәт министрлығы, РФ Театр эшмәкәрҙәре союзы, Чечен Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ойошторола. Фестиваль сиктәрендә 7 көн дауамында Хакасия, Саха Республикаһы (Якутия), Адыгея, Марий Эл, Дағстан, Башҡортостан, Татарстан, Чечен республикаларынан, Ырымбур, Көньяҡ Осетиянан барлығы 13 спектакль күрһәтеләсәк. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, милли театрҙарҙың режиссерҙары лабораториялары, түңәрәк ҡорҙар, ижади осрашыуҙар, режиссерҙарҙың фекер алышыу майҙансығы ойошторола, профессор Ирина Автушенко етәкселегендә сәхнә телмәре буйынса көн һайын кәңәшмә пункты эшләйәсәк, шулай уҡ милли театрҙарҙың директорҙары өсөн семинар үткәрелә.
Әйткәндәй, "Ярлыҡау" спектакле "Берҙәм Рәсәй" парияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә бойомға ашырылды. Ул "Туғанлыҡ - 2024" Халыҡ-ара фестивалендә "Милли классиканың заманса сиселеше" номинацияһында билдәләнде һәм махсус призға ла лайыҡ булды.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.09.24 | Ҡаралған: 495

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru