«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ МӨҺИМЕ – КЕШЕЛӘР
+  - 

Бөгөн, 12 сентябрҙә, республикала мөһим сәйәси ваҡиға - Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәй башлауына арналған тантаналы инаугурация сараһы булып үтте. Унда РФ Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров та ҡатнашты.

Тантананы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев алып барҙы: "Беҙ һеҙҙең менән мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғаның шаһитыбыҙ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башлау ваҡиғаһы республиканың киләһе йылдарға үҫеш йүнәлештәрен, тарихын билдәләйәсәк, - тине парламент спикеры.- Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, республика Башлығы кеше һәм граждан хоҡуҡтары һәм азатлығын бойомға ашырыуҙы гарантиялай, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлай, уның территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртиптәрен тәьмин итә, төбәктең төп социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәрен билдәләй". Артабан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан гимндары башҡарылғандан, залға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагының һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының дәүләт телдәрендәге махсус рәсми даналарын алып ингәндән һуң, рәйеслек итеүсе Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимхановҡа һүҙ бирҙе. Ул 8 сентябрҙә булған һайлау һөҙөмтәләре буйынса Радий Хәбировтың еңеүе тураһында иғлан итеп, уға Башҡортостан Республикаһы Башлығы таныҡлығын тапшырҙы. Республика Башлығы Башҡортостандың дәүләт телдәрендә ант бирҙе. "Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен башҡарғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһы дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен гарантияларға ант итәм", - тине Радий Хәбиров.
РФ Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Радий Хәбировты БР Башлығы вазифаһын башҡара башлауы менән ҡотланы һәм Башҡортостанда төбәк власть органдары ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләйәсәк, тигән ышаныс белдерҙе: "Һеҙҙең етәкселектә байтаҡ ҡына мөһим проекттар бойомға ашырыла, улар республика халҡында хуплау тапты. Башҡортостан - Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе, илебеҙ иҡтисадына һиҙелерлек өлөш индереүсе эре индустриаль һәм аграр үҙәк. Күпселек йәһәттән был республика Башлығы командаһының уңышлы һәм эшлекле мөхит тыуҙырыуға булған иғтибарының һөҙөмтәһе", - тине Игорь Комаров. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында яҡындағы биш йылда республикала ниндәй эштәр башҡарыласағы тураһында һөйләне һәм "Иң мөһиме - кешеләр. Беҙ республикала йәшәгән 4 миллион халыҡтың һәр береһенең сәләмәтлеге һәм именлеге өсөн яуаплыбыҙ", - тип билдәләне.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.09.24 | Ҡаралған: 81

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru