«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫЙЫУ ҺАЛДЫЛАР ҘА УЛ...
+  - 

Яңы уҡыу йылының тәүге аҙнаһы үтеп тә китте. Туғарылып китеп тотош өс ай буйына ял иткәндән һуң балалар әле тиҙ генә "тәртәгә" инеп китә алмаҫ, моғайын. Өҫтәүенә, быйылғы уҡыу йылы яңы тәртип-ҡанундарҙан башланып китмәксе.

Яңылыҡтар балаларҙы ла, уҡытыусыларҙы ла һәм, әлбиттә, ата-әсәләрҙе лә берҙәй үк борсой һәм тулҡынландыра. Уҡыусылар бигерәк тә мәктәптә гаджеттарҙы тыйыу менән килешеп бөтә алмауҙарын белдерә. Беҙҙең йортҡа терәлеп тигәндәй ултырған 30-сы Өфө дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары Рөстәм менән Максимдың әйтеүенсә, тәүге аҙнала был йәһәттән белем биреү учреждениеһы хакимиәте тарафынан әллә ни ҡәтғилек күрһәтелмәһә лә, "сирҡаныс алыу" шулай ҙа булған. Асыҡланыуынса, гаджеттар иҫәбенә смартфондар ғына түгел, ә ҡайһы бер балалар йөрөткән "аҡыллы сәғәттәр", планшет һәм башҡа төр электрон ҡорамалдар ҙа (калькуляторҙан башҡа) инә икән.
Хәйер, был законды мәктәптәр коллективтары өсөн яңылыҡ тип тә әйтеп булмай, сөнки гаджеттарға тыйыу һалыусы законға 2023 йылдың декабрендә үк ҡул ҡуйылғайны, быйыл ул сентябрҙең 2-һе, ниһайәт, ғәмәлгә инде. Тик бына закон сығарыусылар тыйыуын тыйһа ла, ҡанунды нисегерәк бойомға ашырыу юлдарын, йәғни уны башҡарыу "процедураларын " сәйнәп бирмәгән, әлбиттә, был "ҡара эш" мәктәп педагогтары елкәһенә йөкмәтелгән. Ә бит теге йә был уҡыусы дәрескә смартфонын тапшырып ингән хәлдә лә уның "йәшертен" кеҫәһендә йә портфелендә тағы бер телефоны ятмайҙыр, тип әйтеп буламы һуң? Эш шунда, йәшерелгән гаджеттарҙы эҙләп, педагог балаларға тентеү үткәрергә тейешме хәҙер? Ҡыҙыҡ килеп сыға түгелме был? Икенсе бер мәктәптә эшләүсе таныш уҡытыусы әйтеүенсә, август аҙаҡтарында булып үткән ата-әсәләр йыйылышында тап ошо хаҡта ла һүҙ булған һәм ата-әсәләр балаларға тентеү яһамауҙы һораған, сөнки был уларҙы кәмһетеүе бар, ти икән улар.
Тағы бер борсоған мәсьәлә - телефондарҙы йыйып алыуҙың, дөрөҫөн әйткәндә, мәктәп хакимиәтенә йә айырым уҡытыусыға ҡарата матди яуаплылыҡ йөкмәтеүе. Дөрөҫ, смартфондар бикләнә торған ышаныслы урында һаҡланасаҡ, әлбиттә, тик шулай ҙа был барыбер гаджеттарҙың юғалыуына, боҙолоуына йәки нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәргә килтереүе бар, тип шик белдерә уҡытыусылар.
Әлбиттә, һәр бер яңылыҡ ғәҙәткә әүерелеп киткәнгә тиклем ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар һәм аңлашылмаусылыҡтар булып алыуы бик мөмкин, ләкин әле әйтелгәндәр хәл итеп булмаҫтай проблемаға әйләнер тип тә уйларға ярамайҙыр. Мәскәүҙәге ҡайһы бер мәктәп коллективтары, мәҫәлән, уҡыусыларҙың телефондарын йыйып алаһы урынға, уларҙы дәрескә һүндереп инеүҙәрен талап итеү менән генә сикләнмәксе, тип яҙа интернет сығанаҡтары. Дөрөҫ, был сара балаларҙан билдәле дәрәжәлә тәртип һәм мәҙәнилек кимәле талап итәсәк. Ә беҙҙең балаларҙың бөтәһендә лә бармы бындай тәрбиәлелек, тыңлаусанлыҡ һәм яуаплылыҡ сифаттары?
Баяғы мин һөйләшкән ике үҫмерҙең әйтеүҙәренсә, дөйөм чаттарҙа аралашыусы балалар телефондарынан бер минутҡа ла айырылырға теләмәй, имеш, һәм улар дәрескә смартфондарын нисек тә булһа ышаныслыраҡ йәшереп инеү хаҡында баш вата.
Уйлап ҡараһаң, иҫ китмәле шул: смартфон бөгөн балаларҙың ғына түгел, хатта өлкән йәштәге кешеләрҙең дә айырылмаҫ дуҫына, хатта ки бөтөн тип әйтерлек һорауҙарына яуап биреүсеһенә, юл күрһәтеүсеһенә, кәңәш биреүсеһенә әйләнде лә ҡуйҙы бит, ғәжәп! Нисек тиҙ яулап алды кеше күңелен был йәнһеҙ электроника приборҙары: улар һәр минут бергә - ашағанда ла, ванна ингәндә лә, йоҡлағанда ла, юлда ла, транспортта ла, урамда йәйәү китеп барғанда ла хатта. Бөгөн килеп шуларҙы айырырға уйлайҙар, тиме, үәт, әй!
Ә инде кешелектең, айырыуса балаларҙың гаджеттарға бәйлелеге - ул үҙе бер фажиғә, сир, тип әйтергә лә булалыр. Табиптар һәм психологтар күптән инде был хаҡта саң ҡаға: балаларҙың самаһыҙ смартфондар менән мауығыуы киләсәктә уларҙың тормошонда, һаулығында проблемалар килтереп тыуҙырыуы ихтимал, тип киҫәтә улар. Гаджеттар мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларҙың уҡыуында ҡыйынлыҡтар тыуҙырып ҡына ҡалмай, ә үҙҙәре йәшәгән мөхитте, донъяны, ысынбарлыҡты, объектив мәғлүмәтте ҡабул итеү һәләтен боҙа, уларҙың аңын виртуаль донъя ауына сырмай, хәҡиҡәтте - ялғандан, ысынбарлыҡты - уйҙырманан айырыу мөмкинлегенән мәхрүм итә. Өҫтәүенә, бала ата-әсәһе, яҡындары, тиҫтерҙәре менән аралашыуҙан айырыла, үҙ-үҙенә йомола. Туҡтауһыҙ экранға текләп, күреү һәләте зыян күрә, ул ғына ла түгел, мобиль элемтә электр магнитлы тулҡындар бүлеп сығара, был иһә ҡайһы бер ғалимдар раҫлауынса, рентген нурҙарынан күпкә көсһөҙ булыуға ҡарамаҫтан, барыбер кеше организмына тәьҫир итә, сөнки әйләнә-тирәбеҙҙе ультра ҡыҫҡа тулҡындар менән сырмаусы нурландырғыс сығанаҡтар бөгөн ифрат күп. Шуға күрә гаджеттар менән самалап файҙаланыу, ә балаларға иһә сәғәтләп төҙөлгән график буйынса ғына рөхсәт итеү һис тә зыян булмаҫ ине.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.09.24 | Ҡаралған: 40

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru