Германия канцлеры Олаф Шольц, Украиналағы конфликтты тамамлауҙы тиҙләтеү буйынса фекер алышыуҙарҙы башларға ваҡыт етте, тип белдерҙе. "...әлеге һуғыш хәленән тиҙерәк тыныслыҡҡа күсеү тураһында һөйләшә башларға ваҡыт", - тине ул ZDF телеканалына интервьюһында.
Әйтергә лә түгел, тыныслыҡты бөтәһе лә көтөп ала алмай. Хәҙер ул хатта күптән түгел Украинаны яҡлашып, уға хәрби ярҙам күрһәтеүсе беҙгә "дуҫ булмаған" илдәр өсөн дә кәрәк. Әммә... Бынан алдараҡ ҡына Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песковтың әйтеүенсә, был йәһәттән Мәскәүҙә әлегә асыҡлыҡ юҡ һәм беҙ Киевтың һөйләшеүҙәргә барырға әҙер булыуы хаҡында сигналдарының ни тиклем ысынбарлыҡҡа тап килеүе хаҡында бер ни ҙә белмәйбеҙ. Рәсәй етәксеһе бер нисә тапҡыр билдәләүенсә, Мәскәү Киев тарафынан билдәле шарттар үтәлгән хәлдә генә тыныс һөйләшеүҙәр алып барырға әҙер буласаҡ. Беренсенән, Украинаның Ҡораллы көстәре Рәсәй Федерацияһының бөтөн яңы төбәктәренән сығарылырға тейеш. Икенсенән, Киев режимы үҙенең НАТО-ға инергә ниәте юҡлығы тураһында рәсми белдерергә тейеш. Владимир Путин әйтеүенсә, бында һүҙ ошо шарттарға Украинаның һис һүҙһеҙ ризалашырға тейешлеге хаҡында бара. Рәсәй талабының асылы - утты ваҡытлыса туҡтатыу түгел, был осраҡта Көнбайыш Киев режимын яңынан ҡоралландырыуы ихтимал; һүҙ конфликтты бөтөнләйгә тамамлау хаҡында бара.
Әйткәндәй, АҠШ-тың отставкалағы полковнигы Лоуренс Уилкерсон, Украина президентының Рәсәй төбәктәренә һөжүме ҙур хаталаныу булды, тип белдерҙе. Ошо һөжүм өсөн яуаплы булған Украина чиновниктарының отставкаға ебәрелеүенә тап Курскиҙағы операцияның тар-мар ителеүе сәбәпсе булды ла инде, ти Америка полковнигы. Бынан алдараҡ Америка журналисы Джексон Хинкл АҠШ-та Зеленскийҙың аҡылһыҙ сәйәсәте менән ризаһыҙлыҡ белдереүҙәре һәм уны отставкаға ебәреү ихтималлығы хаҡында яҙып сыҡҡайны.
РФ Президенты Владимир Путин 5 сентябрҙә Владивостокта булып үткән Көнсығыш иҡтисад форумындағы сығышында Рәсәйҙең ил сиге территорияларына һөжүм мәсьәләһенә туҡталып китте. Бының менән Украина Рәсәй ғәскәре иғтибарын Донбасстан ситкә йүнәлтергә теләне, тип аңлатма бирҙе ул. Украина ғәскәренең Курскиға һөжүмен ул "бик хәүефле террористик акт" тип атаны. "Дошмандың ниәте килеп сыҡманы. Беренсенән, беҙҙең Ҡораллы Көстәр хәлде тотороҡландырыуға өлгәште һәм уларҙы ил сиге территорияларынан ҡыҫырыҡлап сығара башланы. Икенсеһе һәм иң мөһиме: беҙҙең һөжүмде тотҡарлаусы бер ниндәй ҡаршылыҡлы хәрәкәт юҡ. Киреһенсә, төп йүнәлештәрҙә дошман үҙенең баҙап ҡалыуын күрһәтте",- тине Путин. Теманы дауам итеп, Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков Махсус хәрби операцияны дауам итеү өсөн мобилизация талап ителмәй, ә бына контракт менән килеүселәр бар, тине.
...Был осорҙа Америка тарафтарында ниҙәр бар? Әлбиттә, һайлауҙарға әҙерлек бара. Ә бына Республикандар партияһынан кандидат экс-президент Дональд Трамп Владимир Путинға үпкәләп ҡуйҙы бит әле. Әлеге иҡтисад форумында РФ Президенты уйынлы-ысынлы Камала Харрис кандидатураһын яҡлауы хаҡында әйтеп, Көнбайышта дискуссия тыуҙырҙы. "Күңелле итеп көлөүенә ҡарағанда, уның эштәре яҡшы булырға оҡшай, - тине Путин Камала хаҡында, - тимәк, президент булып һайланған хәлдә, Мәскәүгә ҡаршы санкцияларҙан тыйылып тороуы ла бар..." Ирония менән әйтелгән был һүҙҙәр Аҡ йорттоң, шулай уҡ Америка сәйәсмәндәре һәм журналистарының иғтибарын йәлеп итте, хатта Дональд Трамп та аптырабыраҡ ҡалды: "Ул Камаланы яҡлай. Мин бик үпкәләнем. Миңә ҡыҙыҡ булып китте әле: ни өсөн ул Камаланы яҡлай? Ул, әйтерһең дә, шахмат уйыны уйнай. Ул быны йылмайып әйттеме? Йылмайҙы шикелле...Белмәйем, быны бер кем дә белмәй һәм берәү ҙә аңламай",- ошондай монолог һөйләне Трамп Владимир Путиндың Камала Харрис кандидатураһы хаҡындағы һүҙҙәренән һуң. Уйынлы-ысынды һәм ишара мәғәнәһен бик аңлай һалып бармай шул бер ҡатлыраҡ американдар. Әйҙә, баш ватһындар әле!
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|