«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МУТТАРҘЫҢ ЯҢЫ АЛЫМЫ
+  - 

Республикала оло йәштәгеләргә иҫәпләнгән яңы мутлашыу ысулы барлыҡҡа килгән: мутлашыусылар үҙен торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр менән бәйле компания хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра!

Өфө ҡалаһы буйынса 6-сы полиция бүлегенә 75 йәшлек пенсионер ғариза менән мөрәжәғәт итте. Ул билдәһеҙ номерҙан шылтыратыуҙарын, шылтыратыусы үҙен энергия һатыу компанияһы хеҙмәткәре тип таныштырыуын, уның республикалағы барлыҡ оло йәштәгеләр өсөн иҫәпләү күрһәткестәрен тапшырыу уңайлы булһын өсөн ҡушымта әҙерләнеүен белдереүен хәбәр итә. Бының өсөн ойошмаға шәхси мөрәжәғәт итеү талап ителмәй, программаға мәғлүмәт индереү генә етеүен әйтә һәм үҙенең ярҙамын тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә мутлашыусы пенсионерҙы мобиль ҡоролмала экранды күрһәтеү функцияһын тоташтырырға күндерә.
Артабан ул смс-кодтар ярҙамында пенсионерҙың мобиль банкы ҡушымтаһына инә. Оло йәштәге ирҙең иҫәбенән үҙенә 500 мең һум аҡса күсерә һәм бәйләнеш өҙөлә. Аҡса енәйәтселәрҙең кеҫәһендә булғандан һуң, һөйләшеү туҡтатыла. Зыян күреүсе бер ниндәй ҙә яңы ҡушымта ҡуйылмағанын, картанан аҡса урланғанын күреп, полицияға мөрәжәғәт иткән.
Ошондай уҡ ғариза менән Өфөнән 72 йәшлек пенсионер ҡатын мөрәжәғәт итте. Зыян күреүсегә шулай уҡ ялған хеҙмәткәрҙәр шылтыратып, иҫәпләү ҡоролмаларын алмаштырырға һәм ҡушымта ҡуйырға тәҡдим итә. Һуңынан экранды күрһәтеү функцияһын тоташтырырға күндереп, үҙ иҫәптәренә 900 мең һум аҡса күсерә.
Әлеге ваҡытта мутлашыу факттары буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт Кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә:
"Хөрмәтле граждандар! Шылтыратыусыларға ышанмағыҙ. Ойошма хеҙмәткәрҙәре мессенджерҙағы клиенттар менән бәйләнешкә инмәй. Таныш булмаған кешеләргә экранды күрһәтеү функцияһы аша мобиль ҡоролмағыҙға инеү мөмкинлеген бирмәгеҙ - был мутлашыусыларҙың эше! Һаҡ булығыҙ! Оло йәштәге туғандарығыҙҙы һәм таныштарығыҙҙы был мутлыҡ схемаһы тураһында иҫкәртегеҙ!"

Башҡортостан Республикаһы
Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.09.24 | Ҡаралған: 407

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru