«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ХАЛЫҠ ГӘЗИТЕ УЛ!
+  - 

Ял көндәрен - шәмбе һәм йәкшәмбене - һәр кем түҙемһеҙләнеп көтөп алалыр, моғайын. Көсөргәнешле эш аҙнаһынан һуң ике көн рәттән өйҙә ғаиләң менән булыу, бәләкәй генә сәйәхәт ҡылыу, туғандарың һәм дуҫтарың менән осрашыу - "бәхет" тигән пазлдың бәләкәй генә өлөштәре ул.

Минең өсөн шәмбене көтөп алырға тағы ла бер сәбәп - ул "Киске Өфө" гәзитенең килеүе. Төшкә ҡарай тараталар почтаны, йәшниктән тиҙ үк алынһа ла, гәзит-журналдар кискә тиклем тейелмәй беҙҙең өйҙә. Ҡайһы берҙә тик район гәзитенә генә күҙ йүгертеп сығыла. Ни өсөн тигәндә, йорт-ихата тирәһендәге барлыҡ эштәрҙе тамамлап, тәмле итеп киске сәйҙе эсеп алғас, шығырлап торған гәзитте ҡулға алып, уңайлы креслоға сумыу үҙе бер кинәнес. Әлбиттә, иң тәүҙә ҡулға "Киске Өфө"нө төшөрөргә тырыша өйҙәге һәр кем. Кем беренсе эләктерә - бәхетле йылмайып, тарих, мәҙәниәт, спорт, эшҡыуарлыҡ, файҙалы кәңәштәр донъяһына сума.
"Киске Өфө" ысын мәғәнәһендә халыҡ баҫмаһы. Уның биттәрендә республикабыҙҙа йәшәгән һәм эшләгән милләттәштәребеҙ тураһында яҙмалар баҫыла. Ниндәйҙер райондың ҡайһылыр ауылында тырышып донъя көткән, күп балалы ғаиләне табып, гәзит журналистары улар менән матур әңгәмәләр эшләй. Шулай уҡ беҙҙең арала йәшәгән һәм эшләгән, иртә таңдан ҡара кискә тиклем юҡты бар итергә тырышҡан, әллә күпме төрлө мәсьәләләрҙең уртаһында ҡайнаған кешеләр - эшҡыуарҙар тураһында ла уҡыуы бик ҡыҙыҡлы. Тиҫтәләгән йылдар эшләгән табиптар менән бер рәттән, яңы ғына уҡып бөтөп, халыҡ һаулығы сафына баҫҡан йәш белгестәр хаҡында ла яҙыуығыҙ ҡыуандыра. "Йылы һүҙ - йән аҙығы", тиҙәр. Ваҡытында әйтелгән йылы һүҙ, күрһәтелгән иғтибар барыһының да иңдәрен турайтып ебәрә. Ә кешене яҡшы белгес кенә итеп күрһәткән түгел, уның әхлаҡи сифаттарын да асҡан мәҡәләләр айырыуса баһалы.
Гәзиттә шулай уҡ ауыл темаһына, ауыл кешеһенең йәшәйешенә, уй-фекерҙәренә ҙур урын бирелеүе күңелемә яҡын. Тағы ла урман һәм кейектәр донъяһына ҡағылышлы мәҡәләләрҙе лә күрергә теләк ҙур.
Аяғында ныҡ баҫып торған, һәр мәсьәләгә ҡарата үҙенең төплө һәм аныҡ фекере булған, хәл-ваҡиғаларҙы объектив сағылдыра белгән гәзиткә - "Киске Өфө"гә артабан да уңышлы эшмәкәрлек теләйем.

Радмил АҘНАБАЕВ.
Бөрйән районы.

"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.24 | Ҡаралған: 325

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru