«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЙЛАМАЙ ЯҘҒАН - АУЫРЫМАЙ ҮЛГӘН!
+  - 


Уйлап-уйлап ултырам да, йәш саҡ - алйот саҡ, тип бушҡа әйтмәйҙәр икән, тип тағы берҙе уйлап ҡуям. Ҡуй инде, ҡуй, әйтмә лә инде, тип минең менән күптәр килешеп ҡуйыр, моғайын. Һай-һааай, тип баш сайҡам ҡуям, ваҡыты менән шул хәтлем алйот булырға тура килгән бит, хатта хәҙер уңайһыҙ булып китә. Ошо урында кемдер, аҡыл һиңә һаман да кермәгән, буғай, тип әйтеп ҡуйыр. Ана бит, тип төртөп күрһәтер ул, мәҡәләңдең дә исемен дөрөҫ яҙмағанһың. Дөрөҫө бит, уйламай һөйләгән була, тип әйтер ҡуйыр ул. Эйе, дөрөҫө шулай була. Әммә ошо урында халыҡтың "Ә шулай ҙа..." тигән тапҡыр һүҙҙәрен әйтергә тура килә. Ә шулай ҙа... уйламай яҙып та ауырымай ғына үлеп була икән. Бигерәк тә йәш саҡта. Был хәл яңы ғына өйләнешеп, "матур" ғына итеп тормош көтөп йөрөгән саҡта булды. Ней бысаҡты йүнләп үткерләй, ней балтаны йүнләп һаплай белмәгән саҡ. Хатта йүнләп сөйҙө лә ҡата белмәгән осор. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ул ваҡытта көсһөҙ генә өргән елгә лә сөй китер ине ҡыйшайып. Сүкеш менән киҙәнгән мәлдә генә ел өрә, шаян сөй башын ситкә алып өлгөрә, ә һин - шалт бармағыңа сүкеш менән! Унан йөрөйһөң инде бер аяҡта бейеп! Баш бармағыңды ҡосаҡлап! Мәйтәм, йәш саҡта тормош көтөүҙең күп нәмәһен белмәйһең икән шул. Бигерәк тә беҙҙең быуын дини яҡтан белемһеҙ булды. Сөнки заманында ул тыйылған ине. Аңлатҡан-өйрәткән кешеһе булмағас, ҡайҙан ғына беләһең инде дин ҡағиҙә-тәртиптәрен. Хәҙер әҙ-мәҙ беләм дә ул. Әммә эш үткән. Сөнки дини белемһеҙлеккә бәйле был хәл күптән инде тарих биттәрендә урын алып өлгөргән. Бына ошо хәлде һөйләмәксе булам да инде мин һеҙгә.
Бер көн, туйҙа әйтелгән теләктәрҙе теүәл үтәп, беребеҙ ут, икенсебеҙ "һыу" булып, арманғыһыҙ булып, һыу эскеһеҙ итеп донъя көткән мәлдә беҙгә ҡайнаға килеп инде. Былай ул миңә яҡын ҡайнаға түгел. Алыҫ ҡына ҡайнаға. Сыбыҡ осо, тиһәң дә була. Сер итеп кенә әйтәм, хатта ҡайнаға тимәһәң дә була. Ә шулай ҙа мин уны, әҙәпле кейәү булараҡ, һаулыҡ һорашып, яҡты йөҙ менән ҡаршы алдым. Хатта, тәртипле кейәү булараҡ, сәй эсергә саҡырҙым. Хәл-әхүәлде әҙерәк һорашып ултырғас, бер-бер артлы бер-ике сынаяҡ сәй эскәс, ҡайнаға сынаяғын түңкәреп ҡуйҙы ла миңә борола төшөп төп йомошон әйтте.
- Шәмбе көн теүәл ун икегә беҙгә аятҡа килегеҙ.
Мин бер генә мәлгә аптырап ҡалдым. Ә шулай ҙа ышаныслы яуап бирҙем.
- Ярай, барырбыҙ, ҡайнаға.
Итәғәтле кейәү булараҡ, шартына килтереп өҫтәп ҡуйҙым.
- Саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт, ҡайнаға.
Тәрбиәле кешегә, моғайын, артыҡ булмаҫ, тип өҫтәй ҡуйҙым.
- Беҙҙе кешегә һанап...
Түр башынан төшөп килгән ҡайнаға миңә артабан һөйләргә мөмкинлек бирмәне.
- Ярай, булды, булды, кейәү, аңланым. Ҡыҫҡаһы, көтәбеҙ. Әле миңә ҡайныма инеп сығаһы бар. Ҡоҙаға ла әле әйтмәгәнмен. Ярай, именлектә күрешергә насип булһын.
Ҡайнаға шәп-шәп атлап китеп барҙы. Ә мин аптырап тороп ҡалдым: ә нимә була ул аят? Һис кенә лә ишеткән нәмә түгел бит әле. Ә һеҙ беләһегеҙме уның нимә икәнен? Бына һеҙ беләһегеҙ. Ә мин белмәйем. Шуны ла белмәйһеңме, тип әйтеп ҡуйыр кемдер. Белмәгәс, белмәйем инде. Башты тырнап апаруҡ торҙом мин тышта. Ысынлап та, ул аят тигәне нимә була икән? Ҡунаҡҡа оҡшаш берәй табын микән? Әллә йыйылышҡа оҡшаш берәй йыйын микән? Әллә һайлауға оҡшаш берәй нәмә булып, мине "аҡһаҡал" итеп һайларға уйлайҙар микән? Әллә һабантуйға оҡшаш берәй ярыш микән? Әллә, Аллам һаҡлаһын, төнөн йәшертен генә йөрөп "Буржуйҙарға көн бөтһөн" тигән листовка-фәлән йәбештереү микән? Үҙегеҙ ҙә ишетеп торҙоғоҙ бит. Ҡайнаға ун икегә килегеҙ, тине. Әгәр көндөҙгө түгел, ә төнгө ун икегә йыйылырға булһа... Шуға был фараздың дөрөҫ булыуы ла ихтимал. Әллә ҡайнаға, ҡунаҡҡа килегеҙ, тип әйтте микән? Яңылыштан ғына аятҡа тип ысҡындырманы микән? Юҡтыр, тип ҡул һелтәп ҡуям мин. Аятҡа килегеҙ, тип ап-асыҡ әйткәнен үҙегеҙ ҙә ишетеп торҙоғоҙ бит. Аптырай биреп өйгә инәм. Кәләш шул арала һауыт-һабаны йыуып та өлгөргән. Уларҙы түңкәреп, өҫтөнә таҫтамал да ябып ҡуйған. Урындыҡ ситенә сүгәләй төшөп, мине көтөп ултыра ул. Мине күргәс, бер аҙ ҡалҡына биреп, миңә өндәште.
- Ҡара әле, уйламағанда-нитмәгәндә ағайым аятҡа саҡырып ҡайтты бит әле.
Беҙ бер аҙға тын ҡалдыҡ.
- Ҡара әле, хәҙер нимә эшләрбеҙ икән?
Мин йөҙөмә мөмкин тиклем уйсан ҡараш сығарып, әйтеп ҡуйҙым.
- Ҡара әле, тип тормайбыҙ инде, барабыҙ.
Кәләш тағы уйға батты. Нимәлер һорарға теләгәне хатта йөҙөнә сыҡҡан. Ә нимә һорарын мин генә түгел, һеҙ ҙә белеп тораһығыҙ. Аят нимә ул? Бына ошо һорау борсой уны. Әммә нисек һорарға ғына белмәй. Һорамаһа ғына ярар ине, тип мин эстән теләктәр теләп торам. Сөнки, үҙегеҙ беләһегеҙ, был һорауға минең дә яуап юҡ. Әммә минең өмөттәр аҡланманы. Сөнки шул мәл кәләш миңә өмөтлө тауышы менән өндәште.
- Ҡара әле, аят тигәне нимә була?
Мин аптырап киткән кеше булдым. Хатта усты усҡа һуғып ебәргән булдым.
- Һәәәәй, шуны ла белмәйһеңме ней?
Кәләш бер килке миңә текләп тора ла уфтанып ҡуя.
- Ҡара әле, уны һин дә белмәйһең икән.
Нишләп белмәй тей, беләм, тип әйтеүҙән файҙа юҡ. Белмәгәс, нимә тип әйтәһең инде. Бер аҙ тапанып, бер аҙ башты тырнап торғандан һуң мин дә көрһөнөп, урындыҡ ситенә сүгәләй төштөм.
- Белмәйем шул... аяттың нимә икәнен...
Сәйҙе яңыртып ебәрҙек тә икәүләп уйға баттыҡ. Ысынлап та, ул аят тигәне нимә була икән? Хәҙерге заман булһа, интернет селтәрҙәренән яуапты һә тигәнсе табып алыр инек тә бит. Әммә беҙҙең заманда улай мөмкинлек булманы. Күрше-фәләндән һорашыр инең, бер төрлө уңайһыҙ һымаҡ.
- Оят, аятты ла белмәйҙәр!
Бына ошондай теләһә нәмә һөйләп сығарырға улар күп һорамаҫ. Ауыл ерендә кеше һүҙенә бер ҡалһаң, оҙаҡ сыға алмай йөрөйһөң бит ул. Шуға беҙ бер кемгә өндәшмәҫкә, бер кемдән дә һорашмаҫҡа булдыҡ. Был серле аятҡа ун икегә түгел, ә ярты сәғәткә алдараҡ барырға ҡарар иттек. Әгәр төнгө ун икегә килергә кәрәк була ҡалһа, берәй сәбәбен табып, ҡайтырбыҙ ҙа китербеҙ. Әгәр көндөҙгө ун икегә була ҡалһа, артыҡ зыян юҡ. Ярты сәғәт ваҡыт һә тигәнсә үтә лә китә ул. Хәҙер шәмбе тиҙерәк кенә етһен инде. Үлтереп аятты күрге килә!
Шәмбе көнө урамды бер итеп этеп йөрөп, матайҙы тоҡандырып алдым да кәләште һәм бәләкәй малайҙы ултырта һалып, һә тигәнсә ҡайнағаларға барып та еттем. Алдан һөйләшкәнсә, теүәл ун икегә түгел. Ә теп-теүәл ун икенсе яртыға. Ҡайнаға беҙҙе ҡолас йәйеп, әйҙүкләп ҡаршы алды.
- Әйҙүк, әйҙүк, һаумыһығыҙ, үтегеҙ. Йә, шунан, нисек килеп еттегеҙ? Юл нисек? Мал-тыуар нисек? Күршеләр нисек? Үҙегеҙ нисек? Малай үҫәме? Иртә килеүегеҙ бик һәйбәт булды. Кейәү, бар, һин өйгә инә тор. Хәҙер башҡалар ҙа килеп етәр. Оҙаҡ көттөрмәҫтәр. Ә һин, һеңлем, апайыңа ярҙам итешерһең. Әле ул аласыҡта йөрөй...
Мин башҡа яғын тыңлап торманым. Тиҙерәк өй яғына ҡарай уҡталдым. Сөнки унда мине серле аят көтә. Өйгә ингәс... бер килке аптырап торҙом. Ултырғыстар теҙелгән, өҫтәл ҡуйылған. Ә ашамлыҡ-фәлән юҡ. Аят тигәне ошолайыраҡ була микән! Ашау булмай икән, тип көрһөнөп ҡуйҙым. Белгәндә сәй эсеп киленә ине. Ҡара әле, өҫтәлдә тош-тош урында бәләкәй генә һауыттарҙа нимәлер ултыра. Нимә икән? Ипләп кенә телдең осо менән генә тәмләп ҡарайым. Тоҙ икән! Шунан башҡаларын да тәмләп сыҡтым. Бөтәһендә лә тоҙ булып сыҡты. Тимәк, тип уйлап ҡуям мин, бөгөн беҙ күмәкләшеп тоҙ ялайбыҙ! Аят тигәндәре ошолай була, күрәһең. Мәйтәм, берәй беҙгә лә туғандарҙы аятҡа саҡырып алыр кәрәк. Әҙерләнәһе-нейтәһе түгел, тоҙ ултыртаһың да тоҙ ялатаһың да ҡайтараһың! Берәү әйтмешләй, этем рәхәте.
Шул саҡ күҙем өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙ битенә төштө. Тәҙрә-ишек яғына күҙ һалғандан һуң (берәйһе килеп инмәһен тағы, уңайһыҙ булыр), ҡағыҙ битен ҡулыма алам. Ҡара әле, ниндәйҙер исемлек бит был. Фәлән фәләндең улы, төгән төгәндең ҡыҙы, тип яҙылған унда. Ниндәй исемлек икән? Мин бер аҙға уйға ҡалам. Шунан еңел һулап ҡуям. Был бит ҡунаҡтарҙың исемлеге! Нууу баш та инде үҙемдә, тип үҙемде маҡтап ҡуям. Ә шулай ҙа был исемлектә нимәлер етмәгән һымаҡ. Нимә етмәй икән? Иғтибар менән тағы берҙе уҡып сығам. Шунан тағы берҙе... Ҡара әле, тип маңлайға һуғып ҡуям, был исемлектә мин юҡ бит! Ҡайнаға беҙҙе, бәлки, килмәҫтәр, тип уйлағандыр инде. Шуға күрә беҙ юҡтыр. Мәйтәм, улай булмай. Берәү әйтмешләй, һәр ерҙә тәртип кәрәк. Тиҙ генә ҡәләм таба һалып үҙемде исемлеккә индереп тә ҡуйҙым. Ә ысынында иһә мин үҙемде мәрхүм-мәрхүмәләр исемлегенә индереп ҡуйғаным икән! Кем белгән инде уныһын. Бая ғына берәү, уйламай һөйләгән - ауырымай үлгән, тигән әйтем дөрөҫ, тип, әллә кем булып ултыра ине. Юҡ шул, дәрт итһәң, уйламай яҙып та ауырымай үлеп була икән. Нимә көләһегеҙ? Көлмәй тороғоҙ әле. Ҡыҙығы әле башланырға ғына тора.
Бер мәл саҡырылған ҡунаҡтар йыйылып бөттө. Был юлы, алдан килгән урын өсөн, тигән әйтем нишләптер тура килмәне. Иң үрҙән урын алып өлгөргәйнем ул былай. Килгән ҡунаҡтар инә торҙо, минең менән ололап һаулыҡ һорашып торҙо. Мәйтәм, мине беләләр, мине ололайҙар (ә кем белгән инде муллаға тәғәйен урында ултырғанды). Бер мәл өйгә ҡайнаға килеп инде. Бер килке миңә текләп торғандан һуң ҡырҡа әйтеп ҡуйҙы
- Кейәү, һинең урының бына ошонда!
Нишләйһең, табындың иң түренән уның иң ситенә күсеп ултырырға тура килде. Ярай, мәйтәм, ҡайнаға, беҙгә тағы килерһең әле. Һинең дә урын булыр ситтә. Бына бер мәл саҡырылған ҡунаҡтар тамам йыйылып бөттө, буғай. Әммә улар үҙ-ара шыбырлашып һөйләшеп тик ултыра. Әллә тағы берәүһен көтәләр микән? Түрҙә ултырһам, мин дә кеше һымаҡ һөйләшеп ултырыр инем. Ситтә ултырғас, һөйләшерлек кешеһе лә юҡ. Етмәһә, минең эргәлә ултырғаны миңә ҡабырғаһын ҡуйып ултырҙы ла күршеһе менән шыбыр-шыбыр килеп һөйләшеп тик ултыра. Шуға мин тын ғына ултырам. Ҡайнағаны әйтәм, бер урында тыныс ҡына ултыра алмай. Бер өйҙән сыға, бер кире килеп инә. Кемделер көтә, тигән уй дөрөҫ булып сыҡты. Шул мәл, әссәләмәғәләйкүм, тип берәү килеп инде. Мулла икән! Уға ҡайнаға урынды табындың түренән (әлеге лә баяғы минең тәүге урынды) бирҙе. Мулла тамаҡ ҡырып, башҡаларға күҙ йөрөтөп сыҡты ла төп һүҙен башланы.
- Йә, йәмәғәт, булмаһа, башлайыҡ.
Мулланың нимә һөйләгәнен, нимә аңлатҡанын һөйләп тормайым. Оҙаҡ булыр. Хәбәремдең төп өлөшөнә күсәйем. Уны ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тип атап булалыр. Бына бер мәл мулла барыбыҙға ла күҙ йөрөтөп сыҡты ла ошондай һорау бирҙе.
- Барығыҙ ҙа тәһәрәтлеме?
Был һүҙҙе ишетеү менән бер нисә кеше ырғып тороп тышҡа сығып китте. Мулла нишләптер миңә бик һынамсыл текләп торҙо ла минән тәғәйен һораны.
- Тәһәрәтең бармы?
Мулланың нимә талап иткәнен мин ҡайҙан ғына беләйем? Мейе тегеләй-былай уйлаған арала минең күҙҙәр уның башындағы түбәтәйгә төштө. Моғайын, һүҙ түбәтәй тураһында баралыр, тигән елле фекер килде мейегә. Мин ҡыуанып киттем.
- Бар!
Ҡалған яғын тын ғына ултырһам да була ине. Мулла миңә һаман шикле текләп ултырғас, аптырағандан өҫтәп ҡуйҙым:
- Тик өйҙә ятып ҡалған!
Мулла аптырап китте. Ә шулай ҙа ҡәтғи талап ҡуйҙы:
- Нисек өйҙә ятып ҡалған? Тәһәрәтһеҙ булмай!
Мин аптырай биреп унан һорай ҡуйҙым:
- Ошонда ғына эшләһәм буламы?
Мулла аптырауҙан саҡ артына ҡолап китмәне, буғай.
- Нимәне?
Мин тыныс ҡына яуап бирәм.
- Тәһәрәтте!
Мулла нимә әйтергә белмәй ыҡ-мыҡ иткән арала кеҫәнән ҡулъяулыҡ сығара һалып, уның дүрт мөйөшөн төйөнләй һалып, башыма ҡаплап та ҡуйҙым. Һәм муллаға өндәштем.
- Бына хәҙер мин тәһәрәтле!
Мулла ҡайнағаға борола төшә һәм унан һорай ҡуя.
- Был кем ул?
Ғүмере тотлоҡмаған ҡайнаға тотлоғоп алды ла китте.
- Ке-ке-ке...
Шул саҡ мулла ҡайнағаның арҡаһына йоҙроғо менән мул ғына итеп тондорҙо. Миңә һуҡһа, билләһи, үпкә осоп сығып китәр ине. Ә ҡайнағаның ауыҙынан һүҙҙәр генә осоп сығып китте.
- йәү була беҙҙең!
Шул арала сығып киткән ҡунаҡтар кире килеп инеп, үҙ урындарын алып өлгөрҙө. Мулла миңә ҡарап торҙо ла ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
- Ярай, йәмәғәт, аятты дауам итәбеҙ.
Ҡалған яғы шыма ғына китте былай. Тәүге ҡытыршылыҡ баяғы исемлекте алғас башланып китте. Аяттың тәртибе буйынса ҡайнаға һәр "ҡунаҡты" әйтеп тора. Ә мулла уларҙың һәр кеменә айырым, әмин, тип ултыра. Ҡайнаға һуңғы "мәрхүмгә" килеп еткәс, тағы тотлоғоп алды ла китте! Ахырҙа мулла исемлекте уның ҡулынан һыпыра тартып алып, минең исем-шәрифте ап-асыҡ итеп әйтте лә, әмин, тип битен һыпырып та ҡуйҙы. Ҡайнаға уның еңенән тарта-тарта саҡ әйтә алды.
- Һу-һу-һуңғыһы кәрәкмәй.
- Нишләп кәрәкмәй.
- Ул әле ү-ү-үлмәгән.
- Нисек үлмәгән?
- Ул а-а-ана ултыра.
Мулла бер миңә ҡарай, бер ҡайнағаға ҡарай, бер исемлеккә ҡарай. Шунан аптырай биреп һорай ҡуя.
- Ә кем уны яҙған?
Ҡайнаға миңә төртөп күрһәтә.
- Ү-ү-үҙе яҙған!
Мулла ҡайнағаға өндәшә.
- Кейәү тейһеңме?
Ҡайнаға тотлоға-тотлоға яуап бирә.
- У-у-ул миңә яҡын ке-ке-кейәү түгел. А-а-алыҫ ҡына ке-ке-кейәү була. Сыбыҡ осо инде шунда. Ке-ке-кейәү тимәһәң дә бу-бу-була!
Үәт, әй, тик торғанда кейәүлектән дә төшөп ҡалынды. Мин ни эшләргә белмәй, аптырағандан ашъяулыҡтағы тапты уң ҡулдың һуҡ бармағы менән тызып алдым да киттем. Ул арала нишләптер һул ҡолаҡ ҡысып алды ла китте. Уныһын һул ҡулдың һуҡ бармағы менән соҡой башланым. Етмәһә, ара-тирә иҫнәп тә ҡуям шунда. Мулла бер килке мине йәлләп ҡарап ултырҙы, буғай. Шунан ҡайнағаға борола биреп, унан һорай ҡуя.
- Ә былай уның бөтәһе лә "өйҙәме"?
Ҡайнаға өндәшмәй. Бары тик яуырындарын күтәрә биреп, кире төшөрөп ҡуя.
Мулла һығымта яһап ҡуя.
- Киленгә түҙемлек бирһен инде.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киленгә кемдер түҙемлек бирмәй. Тик ултырһа ла булыр ине. Әммә ул бер аҙ ҡалҡына биреп, мулланың һорауына асыҡлыҡ индереп ҡуя.
- Өйҙә берәү ҙә ҡалманы. Бөтәбеҙ ҙә бында. Ана, малай аласыҡта йоҡлап ята.
Мулла бер миңә, бер кәләшкә күҙ йүгертеп алғандан һуң, уфтанып ҡуя.
- Матур йәшәгеҙ инде. Икегеҙ ҙә пар килгәнһегеҙ былай.
Ошо урында халыҡтың "Ә шулай ҙа..." тигән тапҡыр һүҙҙәрен тағы бер әйтер инем мин. Ә шулай ҙа... йәш саҡта бер аҙ алйот булырға кәрәктер ул. Йәштән аҡыллы булһаң, һағынып һөйләрлек хәл-ваҡиғалар ҡайҙан ғына булһын инде...

Әғләм ШӘРИПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.24 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru