«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЫЙЫРСЫҠ
+  - 

Көндәр йылытып, ҡоштар килә башлау менән хеҙмәт дәресендә уҡытыусы Мөхәмәҙей ағай өйгә эш бирҙе:
- Был фәҡәт малайҙарға ғына ҡағыла, киләһе дәрескә бөтәгеҙ ҙә сыйырсыҡ оялары эшләп алып килегеҙ! Яҡшы ояларҙы күргәҙмәгә ҡуйғандай итеп, мәктәп баҡсаһындағы ҡайындарға элербеҙ, журналға ҡуйылған баһа ла юғары булыр!
Әйтеүе генә анһат, алып килегеҙ, имеш, етмәһә, киләһе дәрескә! Таҡтаны ҡайҙан табырға, тиһең, ҡаҙауын, бысҡы, йышҡыһын, ҡасауын? Класташ малайҙарға рәхәт инде ул, бөтәһе лә ҡул аҫтында, күҙ алдында, өҫтәүенә, аталары ярҙам итһә… Шулай ҙа башҡаларҙан ҡалышып булмай бит инде, керештем эшкә: уҫаҡ булһа ла таҡтаһын да таптым, баһыу буйынан һурыштырып, ҡаҙауын да, күрше ағайҙан үтмәҫерәк булһа ла ҡул бысҡыһын, тотоноуҙан үткән йышҡыһын алып торҙом, ә бына ҡасау табып булманы, оя тишеген этләнә-йонсой бысаҡ менән соҡорға тура килде. Эш барышында бармаҡҡа бер нисә тапҡыр сүкеш менән тондорҙом, терһәк буйын ҡаҙау һыҙырып ебәрҙе. Тирләй-бешә, бышлыға торғас, ике көндән сыйырсыҡ ояһы әҙер ине инде, тик был күрмәлекһеҙ эшемде нисек итеп мәктәпкә алып барырға? Алып бармаҫ та инем, уҡытыусы, өйгә эште эшләргә теләмәгәнһең, тип бәйләнәсәк, йәнә "ике" билдәһе ҡуйһа, йыл аҙағында хеҙмәт дәресенән "өслө" сығыуын көт тә тор, ул саҡта инде эшкинмәгән бер ялҡау фиғелендә ҡаласаҡһың. Киттем мәктәпкә кәртә аҫтынан ғына сыйырсыҡ ояһын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып.
Бөтә малайҙар ҙа эштәрен тотоп килгән. Һүҙ ҙә юҡ, атайҙары килештереп эшләп биргәндәр, йышҡылар менән ялтыратып йышылған ояларҙы тот та хәҙерҙән үк күргәҙмәгә ҡуй: сыйырсыҡ ояларының түңәрәк, дүртмөйөш тишекле, тура, ҡыйғас, өй түбәләре ише ике ҡыйыҡлылары бар. Минекен күргәс әсе телле Мирза ауыҙын мыҫҡыллы салшайтты: "Быныңа тауыҡ тәпәйе генә етмәй, ул сағында Мәскәй әбей өйөнә оҡшап ҡалыр ине!"
Дәрес башланды. Мөхәмәҙей ағай минән һораны:
- Үҙең эшләнеңме?
- Үҙем!
- Бер кем дә ярҙам итмәнеме?
- Кем миңә ярҙам итергә тейеш һуң?
- Ярай, ҡустым, һәр ваҡыт үҙеңдең көсөңә генә ышанып, таянып йәшә, башҡаларға ауырлығыңды һалма. Яҡшымы-яманмы, эшләгәнең һәр саҡ үҙеңдеке булһын!
Шулай тине лә, башҡалар менән бер рәттән журналға миңә лә "бишле" ҡуйҙы. Мирза ғына ҡуйырҙан-ҡуймай: "Ғәҙел түгел, ағай, минең оя кәртинкә һымаҡ, Хәйҙәрҙеке ише ҡарасҡы түгел!"- тип һүҙ ҡыҫтырып маташты. Уҡытыусы миңә бәйләнеүҙе яуапһыҙ ҡалдырһа ла, тегене тынысландырырға теләпмелер, былай тине: "Эшләгәнеңде бында ҡалдырырһың, мәктәп баҡсаһына элербеҙ!"
Алып ҡайттым ояны. Уны һайғауға беркетеп, һарай мөйөшөнә терәп күтәреп, ҡалҡытып ҡуйҙым. Таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан тупһаға ултырып суҡайҙым. Хәҙер ҡояш сығыу менән сыйырсыҡтар ауыл буйлап осоп, оя һайларға керешәсәктәр. Күпме генә көтһәм дә ояма яҡынлаусы бер генә ҡош та күренмәне. Бер көн үтте, ике көн. Тамам өмөтһөҙлөккә бирелдем. Иҫәбем - бөгөн үк ояны төшөрөү, тормаһын донъяны йәмһеҙләп. Шулай ниәтләп, урынымдан торғайным ғына, һыйыр һауып ингән әсәйем ҡыуаныслы хәбәр һалып һөйөнсөләне: "Балам, сығып ҡара әле ояңды!" Тышҡа атылдым. Сыйырсыҡ оям түбәһенә ҡунған да ҡанаттарын елпеп һайрай ине! Ҡыуанысыма сыҙамай, урынымда бейеп алдым да кире өйгә индем: "Әсәй, әгәр сыйырсыҡ китеп барһа? Осраҡлы ғына ҡунманы микән ул беҙҙең оя-ға?" "Китмәҫ! Китер ҡош улайтып талпынып һайрап ултырмай ул!"
Шуныһы ғәжәп, сифатлы ҡарағай таҡталарҙан йышып эшләнгән матур ояларҙың күбеһе ул йылды буш тороп ҡалды, уларҙы әрһеҙ турғайҙар биләне. Һайрар ҡоштар ҡайҙа ҡунырға, һайрарға, моңон түгергә белә икән ул. Улар илһам ҡошона тиң!

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.24 | Ҡаралған: 71

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru