«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКЕЛӘНМӘҪКӘ, ТӘҮӘККӘЛЛӘРГӘ!
+  - 

Үҙ эшен асып, уны уңышлы алып барған һәр кем һоҡланыуға лайыҡ. Дәүләт эшендә эшләүселәр айына ике тапҡыр мотлаҡ рәүештә эш хаҡы ала, йәғни улар алдан шул көндә шул суммала аҡса киләсәген белә. Ә үҙенә эшләүселәрҙең бындай өҫтөнлөгө юҡ, улар тик үҙҙәренә генә ышана ала, йәғни уңһалар ҙа, туңһалар ҙа бары тик үҙҙәре. Шуға күрә үҙ эшен асырға теләп тә батырсылыҡ итмәгәндәр күп арабыҙҙа. Шул уҡ ваҡытта бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, хыялын ысынбарлыҡ итергә тырышыусылар ҙа етерлек. Бөгөнгө әңгәмәсем Айгөл Ҡужагилдина нәҡ ошондай тәүәккәлдәр рәтендә.

- Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында ябай ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым (хәҙер мәрхүм инде) Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында электрик, әсәйем шунда уҡ котельныйҙа оператор булып эшләнеләр. Әлеге ваҡытта әсәйем Себер тарафтарында вахта менән йөрөп эшләй, ул - ашнаҡсы. Ике ағайым бар, береһе - "Башмедь" ойошмаһында эшләй, икенсе ағайым хәрби хеҙмәттә. Мәктәптән һуң бухгалтер һәм аудит һөнәрҙәрен үҙләштерҙем, Өфөлә телевидениела эшләнем. Мин һәр саҡ үҙемә "саҡырыу" эшләргә яратам. Ниндәй кимәлгә тиклем ҡыйыу булыуымды асыҡларға тырышам. Шулай уҡ мин "кеше һәр ваҡыт үҙенең теләгенә өлгәшә ала", тигәнгә ышанып йәшәйем. "Ныҡ теләгәндә, тырышҡанда космосҡа ла осорға була", тиҙәр бит, мин бының менән тулыһынса килешәм. Шулай уҡ үҙемдең холҡомда һәр ваҡыт яңы нимәлер белергә тырышыуымды, төрлө өлкәгә ҡағылышлы ҡыҙыҡһыныуҙарымды баһалайым. Тағы ла мин оҙон-оҙаҡ уйларға яратмайым, шикләнеүҙәргә бирелмәйем. Хәл иттем икән - тотам да эшләй башлайым. Яҡшы сифатмы был, насармы - кемгә нисектер инде.
Өфө ҡалаһының Нуғай ҡасабаһында магазин асыуға килгәндә лә шулай булды. Ошо эшкә тотонорға ҡарар итеүемә бер аҙна тигәндә, мин урын табып, килешеү төҙөп, материалдарға заказдар биргән инем инде. Әлбиттә, ҡурҡыу булды. Бөтөнләй ҡурҡытманы тиһәм, алдашыу булыр ине. Ныҡлы ҡарарға килер алдынан бөтә ыңғай һәм кире яҡтарҙы анализлап сыҡтым да тәүәккәлләнем. "Нимәнелер теләү" һәм "нимәнелер булдырыу" араһында хәүеф ята һәм һин уны йәки аша атлап үтәһең, ҡурҡыуыңды еңәһең һәм уңышҡа өлгәшәһең, йәки был тойғоға баш эйәһең һәм урыныңда тапанаһың. Быны һәр кем үҙе хәл итә.
Магазин асыу еңел түгел. Иң тәүҙә алға финанс мәсьәләһен хәл итеү килеп баҫа, сөнки бинаны ҡуртымға алыу, материалдар, уларҙы алып килеү, урынлаштырыу өсөн эшселәргә түләү һәм башҡа сығымдар бик күп. Мин был мәсьәләне фатирымды һатып хәл иттем. Фатир ипотекала ине, уны һатҡандан һуң банк менән иҫәпләштем һәм ҡалған аҡсаны тулыһынса магазинды асыуға тотондом. Был аҙымға барыуыма үкенмәйем, ул тулыһынса үҙен аҡлаясағына ышанам һәм ошоға ынтылам. Кеше һәр ваҡыт үҫешергә, уҡырға, яңы мәғлүмәттәр белергә ынтылырға тейеш, тип уйлайым. Мин үҙем һәр саҡ ниндәйҙер курстарҙа уҡыйым, семинарҙар тыңлайым һәм башҡа төрлө белемемде камиллаштырам. Бындай уҡыуҙар бары тик эште алға алып барыу өсөн генә кәрәк тип уйлау хата. Улар кеше менән дөрөҫ мөнәсәбәттәр булдырыу юлдарын аса, яңы дуҫтар табырға булышлыҡ итә, төрлө яҡлап тәжрибә туплауға килтерә, энергияны арттыра, донъяға ҡарашты киңәйтә. Шулай уҡ төрлө ҡалала үткән курстарға йөрөү - ул үҙе бер бәләкәй генә сәйәхәт. Ә сәйәхәт кешене бер урында тапаныуҙан азат итә, ҡайһы саҡта оҙаҡ сиселмәгән мәсьәләне хәл итеү ысулын да аса.
Үҙ эшен башларға теләп тә, ҡыйыулыҡ итмәгән йәштәргә теләгем - ҡурҡмағыҙ, ҡыйыу булығыҙ. Бөгөнгө көндә төрлө өлкәлә эшҡыуарлыҡта үҙеңде һынап ҡарарға була. Ҡурҡыу, асылда, бөтөнләй юҡ ул, барыһын да беҙ үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ. Әгәр ҙә мейелә ниндәйҙер идея, фекер бар икән, тимәк, уны хәл итеү һәм ысынбарлыҡҡа ашырыу юлы ла мотлаҡ бар.

Гөлназ САФУАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.24 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru