«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЙРӘНЕҮ ЕҢЕЛЕРӘК
+  - 

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя селтәрендә башҡорт телен ҡулланыуға һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән бер төркөм ҡушымталар һәм башҡа проекттар булдырҙы.

Мәҫәлән, башҡорт программистары балалар өсөн "Әлләсе", "IQbalaBash" һәм "Inofon BASH" мобиль ҡушымталарын эшләне. Билдәле "Алиас" ("Әлләсе") уйынының башҡортса мобиль версияһы барлыҡҡа килде. Уйын барышында карточкала тәҡдим ителгән һүҙҙе икенсе һүҙҙәр менән аңлатырға кәрәк. Уйындың йәш сикләүҙәре юҡ. Уны башҡорт теле дәрестәрендә лә, рәсми булмаған шарттарҙа ваҡыт үткәреү өсөн дә ҡулланырға мөмкин. "Алиас" ижади фекерләүҙе, логиканы, риториканы үҫтерә, башҡорт телен өйрәнеүҙә ярҙам итә.
"Inofon BASH" ҡушымтаһы иң киң таралған 400-ҙән ашыу һүҙҙе өйрәнергә мөмкинлек бирә. Өйрәнелгән бөтә һүҙҙәр ҙә теге йәки был тормош хәлдәрен һүрәтләгән темаларға берләштерелә һәм сюжет иллюстрациялары рәүешендә бирелә. Уйынсылар һүрәттән диктор атаған предметты табырға, һүҙҙең уның яңғырашын һәм яҙылышын иҫтә ҡалдырырға тейеш. Һүҙҙәрҙе иллюстрациялар менән бәйләп биреү кәрәкле һүҙҙе тиҙ иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә, тип билдәләне уҡытыусылар. "IQ Balabash" белем биреү мобиль ҡушымтаһы Ҡаҙағстан программистары менән берлектә булдырылған. Ул балаларға тирә-яҡ донъяны ҡыҙыҡлы уйын ярҙамында өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Ҡушымта 14 тематик классификатор буйынса башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтә. Ул һүрәттәр, 3D анимация, логиканы, хәтерҙе һәм моториканы үҫтереү өсөн уйындар менән байытылған.
"IQ Balabash" - башҡорт телендәге тәүге ҡушымта булды. Был бик күп ирекмәндәрҙең, шул иҫәптән материалдарҙы бөтөнләй бушлай тауышландырған "Тамыр" телестудияһының эше ине. 2019 йылға тиклем башҡортса ҡушымталар булманы. Кемгәлер оҡшамаһа ла, хәҙер балалар интернетта йәшәй, уларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә кәрәк, - тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова. - Шул ваҡыттан бирле бер нисә ҡушымта булдырҙыҡ һәм артабан да эшләүҙе дауам итәбеҙ. Быйыл Мәскәү ирекмәндәре менән берлектә "Туған тел" программаһын эшләнек, ул башҡорт телен өйрәнеүгә тәғәйенләнгән. Ҡушымтала әлеге ваҡытта 20 дәрес бар һәм ул даими яңыртыласаҡ".
Өлкәндәр өсөн быға тиклем "Сәләм" башҡортса һөйләшеү ҡушымтаһы, "Эшлекле башҡорт теле" кеүек мобиль ҡушымталар эшләнгәйне. Программистар әйтеүенсә, "Сәләм" 39 бүлектән тора, уларҙың һәр береһендә өсәр дәрес, бөтәһе 117. Дәрестәр ябайҙан ҡатмарлыға тиклем төҙөлгән, тел ҡыҫҡа күнегеүҙәр ярҙамында өйрәтелә. Шулай уҡ 1500 һүҙҙе һәм һүҙбәйләнеште үҙләштереү мөмкинлеген биргән 800 тест һорауы бар. Һүҙлек көндәлек тормошта иң киң таралған һүҙҙәрҙән тупланған. "Эшлекле башҡорт теле" - эшлекле аралашыу мәҙәниәтенә өйрәтеүсе, үҙаллы эшләү өсөн күнегеүҙәрҙе һәм "Рәсми-эшлекле лексиканың ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлек-белешмәһе"н үҙ эсенә алған интерактив дәреслек. Ҡушымтала иң йыш төҙөлгән эшлекле ҡағыҙҙар өлгөләре бирелгән.
Был ҡушымталарҙың барыһын да Android-ҡа һәм iOS-ҡа күсерергә мөмкин.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә балаларға башҡорт телен еңел һәм күңелле өйрәнеү өсөн булдырылған "Әлифба" анимацион серияһының сығыуы хаҡында һөйләгәйне. "Балалар өсөн башҡорт телен уҡытыу шулай булырға тейеш - мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы һәм ябай", - тип тәҡдим итте ул.

Элина ӘХМӘТОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.24 | Ҡаралған: 239

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru