«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘҘЕҢ КИНОЛАР
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, төбәктә анимация кластеры булдырыла, тип хәбәр итте. Уның етештереү базаһы донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында урынлашасаҡ.

Кластерға рәссам-аниматорҙар әҙерләүсе Өфө сәнғәт училищеһы, "Муха" студияһы һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы инә. Производство базаһы 2024 йылдың октябрендә эшләй башлай. Уның ярҙамында студенттар практик белем алыу, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, артабан эшкә урынлашыу менән күләмле проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлектәренә эйә буласаҡ.
Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Сибайҙа эшләгән креатив индустрия мәктәптәренең өс анимация студияһы ла кластер системаһына индерелә. "Кванториумдар" һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары нигеҙендә мультстудиялар эшләгән муниципалитеттар менән дә хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ, - тине республиканың мәҙәниәт министры. - Беҙҙең кластер "Анимация" буйынса һөнәри йүнәлеш платформаһы буласаҡ һәм киләсәктә анимация үҫешенең иң ҙур Евразия үҙәгенә әүерелеүе ихтимал".
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2023 йылда "Башҡортостан" киностудияһы һәм "Муха" студияһының "Төньяҡ амурҙары" исемле беренсе тулы метражлы анимация фильмы киң Рәсәй прокатына сыҡты. 2024 йылдың майында Мәскәүҙә III Халыҡ-ара "дөрөҫ" кино фестивалендә картина "Иң яҡшы анимация фильмы" номинацияһында еңеү яуланы. Әле йәнһүрәттең дауамы өҫтөндә эш дауам итә, был юлы ул Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың батырлығына арнала.
Республиканың мәҙәниәт министры, Башҡортостандың киноиндустрияһы төбәктең ысын брендына әүерелде һәм Рәсәйҙә ҙур популярлыҡ яуланы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың кинематографистар менән осрашыуҙары һөҙөмтәләре булараҡ, һуңғы йылдарҙа бик күп киҫкен мәсьәләләр хәл ителде. Атап әйткәндә, "Башҡортостан" киностудияһы яңы ҡорамалдарға эйә булды, ә күп проекттар финанс ярҙамы алыуға иреште. Был саралар шул иҫәптән 2023 йылдан алып конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы гранттары иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Гранттар ярҙамында режиссер Булат Йосоповтың "Фәрзәнә көнбайышҡа бара" күләмле тарихи фильмы, Гәүһәр Батталованың "Көс урыны. "Турахан" визит-үҙәге" фәнни-популяр фильмы, "Муха" студияһының "Әлифба" мультпроекты, Айнур Асҡаровтың "Өфө, мин һине яратам!" киноальманахы һәм Анна Макееваның "Ике ағай" ҡыҫҡа метражлы фильмдары төшөрөлә.
Бер нисә проект Ватанды һаҡлау, Махсус хәрби операцияла яугирҙарыбыҙҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы темаһына арналған. Улар иҫәбендә - Радик Килмәмәтовтың Сибай концерт-театр берекмәһенең мобилизацияланған артистары яҙмышы тураһындағы "Герой бейеүе" документаль фильмы, Руслан Юлтаевтың алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә оҙатылған башҡорт аш-һыуы хаҡындағы "Ҡунаҡхана" ҡыҫҡа метражлы фильмы, Махсус хәрби операцияла һәләк булған сая яугир Фәнис Хөсәйенов тураһындағы "Безбашеный" патриотик анимация фильмы.
Кино индустрияһы системаһын был өлкәлә кадрҙар әҙерләмәйенсә үҫтереү мөмкин түгел. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, яҡын киләсәктә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында "Кино һәм телевидение" курсын асыу планлаштырыла.
Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, кино индустрияһы кинопрокат менән дә айырылғыһыҙ бәйле. Мәҫәлән, Башҡортостанда 161 кинозал эшләй, шуларҙың 49-ы - муниципаль кимәлдә. 2019 йылдан республикала "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә дөйөм алғанда 211 миллион һумға 38 кинозал яңыртылды. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында беренсе бара. 2024 йылдың аҙағына тиклем Асҡын, Баҡалы, Йәрмәкәй, Миәкә һәм Нуриман райондарында йәнә биш муниципаль кинозал асыу планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙә милли кино өлкәһендә ике уңышлы феномен - яҡут һәм башҡорт кинематографының - барлыҡҡа килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республикала киноиндустрияны артабан үҫтереү маҡсатында, Радий Хәбиров Саха (Яҡут) республикаһының тәжрибәһен өйрәнергә тәҡдим итте.

"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.24 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru