«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРТЛЫҠ ҠАСАН КИЛӘ?
+  - 


Көҙҙөң тәүге айында беҙ йәй миҙгеле һаран булған йылылыҡҡа һәм сыуаҡ көндәргә кинәндек. Ни тиһәң дә, тәбиғәт һуңлап булһа ла үҙенә тейешлене ҡайтарып ала барыбер. Һарысай, икенсенән, әбейҙәр сыуағы мәле лә бит, шуға күрә лә ҡояшлы, йылы көндәр күберәк булды сентябрҙә.

Ә бына ҡарасай ниҙәр менән аптыратыр, ғәжәпләндерер беҙҙе? Әлегә синоптиктар был айҙа көндәрҙең сағыштырмаса йылы буласағын фаразлай: тәүге ун көнлөктә көндөҙгө температура 12 градус, ә төндә 7 градус тәшкил итһә, икенсе ун көнлөктә көндөҙ 9 градус йылы булып, төндәрен 0 градусҡа тиклем һалҡындар төшә башлаясаҡ - был Гисметео фаразы булды. Башҡортостан гидрометүҙәк күҙаллауҙары буйынса, Урал буйы төбәктәрендә көҙҙөң икенсе айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ, ә уртаса һауа температураһы 3,9, таулы өлкәләрҙә 1,8, ә Урал аръяғы райондарында 2,9 градус йылылыҡ тәшкил итәсәк.
Көҙ - йылдың алтын миҙгеле, сәскән-үҫтергәнеңде урып-йыйыу, уңыш мәле. Тәбиғәт миҙгелдәре менән кеше ғүмерен сағыштырыуҙарҙа, ысынлап та, ҙур оҡшашлыҡ бар: кешегә лә өлкәнәйгән йәшендә ҡылған ғәмәлдәренең һөҙөмтәһен күреп, сәскән изгелектәренең емешенә кинәнеп йәки, киреһенсә, йәшлек хаталаныуҙарынан выждан ғазабы кисереп йәшәргә тура килә. Көҙ уртаһы ҡарасай календарының тәүге бите (1) Өлкән йәштәгеләр көнө тип билдәләнгән. Әҙәм балаһы үҙ ғүмеренең көҙөндә уйсанлана, олпатлана, холоҡ-фиғелен ҡулға ала, төрлө тормош хәлдәрендә лә сабырлыҡ күрһәтеп, килеп тыуған мәсьәләне ғәҙеллек һәм аҡыл йәһәтенән баһаларға тырыша. Хас та яҙыусы Александр Твардовский әйткәнсә, "Ҡартлыҡ - шатлыҡ түгел, шулай ҙа уны ла кешелек дәрәжәңде һаҡлап, меҫкенлеккә, асыу-яуызлыҡтарға бирелмәйенсә һәм хатта ошо йәштең дә ҡайһы бер өҫтөнлөктәрен файҙаланыуҙан ләззәт алып кисерә белергә кәрәк".
Иҫтә ҡалған бер кинәйә лә тап ошо фекерҙе раҫлай булыр. Бер кеше шул тиклем ҡартлыҡ килеүенән ҡурҡҡан һәм ул турала ҡото осоп, шулай уйлаған: "Ҡартайғанда минең дә мейем иҫәрләнеп, тәнем бәлтерәп бөтәсәкме инде? Мин бит ул саҡ тормоштан бер ниндәй ләззәт ала алмаясаҡмын!.." Ул йәшлекте оҙайтыусы төрлө саралар файҙаланып ҡарай, ләкин бер нәмә лә ярҙам итмәй. Шулай бер саҡ ул кешеләре бер ҙә ҡартаймай торған ҡала барлығы хаҡында ишетә һәм уны нисек табырға икәнен һораша башлай. "Әәә, ул бит аҡыл эйәләре ҡалаһы, уны табыуы бер ҙә ҡыйын түгел, тик уның ҡапҡаһы тышында һаҡсылар тора, һәм улар ҡалаға ҡарттарҙы индермәй",- тип киҫәтеп, юл өйрәтәләр быға. "Юҡ, мин әле ҡарт түгелмен", - ти ҙә юлға сыға был әҙәм. Оҙаҡ та бармай, һаҡ торған ҡапҡалы ҡалаға аҡ һаҡаллы бер ҡарт инеп киткәнен күреп, йүгереп килә лә, ҡартлас артынан инмәксе була, ләкин һаҡсылар уны шып туҡтата. "Бында ни өсөн килергә булдың?"- тип һорай улар әҙәмдән. "Миңә йәшәрергә ярҙам итәсәк сараны эҙләп тапҡым һәм тормош менән ләззәтләнеп йәшәгем килә",- ти был. "Юлыңда бул, беҙгә бында ҡарттарҙы индереү тыйыла",- ти һаҡсылар. Әҙәм аптырап ҡала: "Һуң әле генә ошо ҡапҡанан аҡ һаҡаллы ҡарт инеп китте бит!" "Беҙҙең ҡалала кешенең йәше аҡыл һәм рух йәшлеге менән үлсәнә. Был ҡарт бик шәп китап яҙа, уның аҡылы йәш, зиһене үткер, рухы бай",- була әҙәмгә яуап. Әҙәм һис бирешергә теләмәй: "Ул минән ике тапҡырға ҡартыраҡ, нисек инде уның аҡылы минекенән йәшерәк?"- тигән һорау бирә. "Рухи донъя менән йәшәүсе кеше ни тиклем олораҡ булған һайын, уның аҡыл кимәле лә шул тиклем тәрәнерәк, аң дәрәжәһе - байыраҡ",- тип ҡапҡаны шарт ябып ҡуя һаҡсылар...
Эйе, аҡыл эйәләре ҡалаһы, йәғни йәш күңелле, зирәк аҡыллы, бай рухлы өлкән йәштәгеләр йәшәгән был "ҡала" әкиәттә генә түгел, беҙҙең мөхиттә лә бар ул! Ундай "йәш өлкәндәрҙе" нурлы йөҙҙәренән, йылмайыуҙарынан, етәкләп йөрөгән ейән-ейәнсәрҙәренән, ҡулдарындағы гәзит-журналдарҙан, байрам тантаналарына кейеп сыҡҡан милли кейемдәренән, яу ҡырындағы уландарға бағышлаған изге ғәмәлдәренән танырға була. Был йәһәттән - ағинәйҙәрҙе өлгө итеп килтерергә була. Ысынлап та, "өлкән" һәм "ҡарт" төшөнсәләре биологик йәшкә ҡарап ҡына билдәләнмәй, ә кешенең мәҙәни-рухи статусына һәм социаль роленә лә (мәҫәлән, өләсәй, ҡартатай) бәйле, тигән фекерҙә геронтологтар. Әйткәндәй, кешеләрҙең, шулай уҡ йәмғиәттең йәш оҙайлығына ҡарата фекерҙәре заманына күрә үҙгәреп тора икән. Мәҫәлән, 1866 йыл баҫылып сыҡҡан "Аңлатмалы һүҙлек"тә (авторы Даль) оло йәштәге йәки ҡартайған тип, 50 йәш тирәһе булған кешеләр аталған. Рәсәйҙең "Өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында"ғы федераль законында (1995) 55 йәшлек ҡатындар менән 60 йәшлек ирҙәр өлкән йәштәгеләр иҫәпләнгән, ләкин бөгөн был закон ғәмәлдән сыҡҡан. Уның ҡарауы, Росстат документтарында ҡарттар иҫәбенә 55 йәшлектәр индерелгән. БМО буйынса 60-ты үткәндәр өлкән йәштәгеләр иҫәпләнә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡартлыҡ йәше шкалаһы "йәшәрә" барған һайын, ғүмер оҙайлығы арта бара, тигән ҡарашта социологтар. Мәҫәлән, Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2000 йылда донъяла ғүмер оҙайлығы - 67, ә 2019 йылда 73 йәш тәшкил иткән. Рәсәйҙәр фекеренсә иһә, кешегә ҡартлыҡ 70,7 йәштә килә. Донъя статистикаһына ҡарағанда, кешелек йәмғиәте йылдан-йыл өлкәнәйә бара. Беҙҙең илдә пенсияға сыҡҡас та кеше үҙен өлкән итеп тоя башлай. Был күп йәһәттән кешенең үҙ мөмкинлектәрен артабан бойомға ашырыу саралары булмауҙан килеп тыуа, ти геронтологтар. Рәсәйҙәрҙең үҙ йәшенә ҡарата бындай тойғо нығыныуына йылдар буйына кешеләрҙең тормош хәле түбән кимәлдә ҡалыуы ла сер түгел. Беҙҙең өлкән йәштәгеләр алған пенсия күләмен сит ил пенсионерҙарыныҡы менән сағыштырыуы ла ҡыйын: ул коммуналь түләүҙәргә һәм аҙыҡ-түлеккә китеп тора, ә рухи яҡтан үҫешеүҙе дауам итеүгә, сәйәхәттәргә сығыу, диңгеҙ буйҙарында ял итеү хыялда ғына. Был йәһәттән, әлбиттә, Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда эшләүсе "Оҙон ғүмерлелек" социаль-һауыҡтырыу проектының һәйбәт башланғыс булыуын билдәләп китергә була, ләкин, үкенескә, был программа менән файҙаланыу күптәр өлөшөнә тәтемәй шул...

Шулай итеп, был айҙа Өлкәндәр көнө, РФ Ҡоро ер ғәскәре, Вегетариандар, Халыҡ-ара музыка һәм Йылмайыу (1) көндәре, Урта һөнәри белем биреү, Халыҡ-ара көс ҡулланмау, Электрон почта, Халыҡ-ара социаль педагог (2), ОМОН, РФ Космос ғәскәрҙәре, Граждандар оборонаһы (3), Уҡытыусылар (5), Бөтөн донъя йәшәгән урындарҙы һаҡлау (6), Халыҡ-ара табип, Халыҡ-ара торлаҡ (7), Стихиялы бәлә-ҡазаларҙы кәметеү хаҡына халыҡ-ара көн (9), Бөтөн донъя күреү һәләте, Психик сәләмәтлек (10), Халыҡ-ара ҡыҙ балалар, Башҡортостан Республикаһы (11, 1990) көндәре, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте (13), Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары (15), Бөтөн донъя аҙыҡ-түлек, Бөтөн донъя икмәк (16) көндәре, Участка терапевы, Фәҡирлекте бөтөрөү өсөн халыҡ-ара (17) көндәр, Юл хужалығы эшсәндәре, Рәсәй аҙыҡ-түлек сәнәғәте эшсәндәре, Остеопороз менән бөтөн донъя көрәш, Ашнаҡсы (20) көндәре, Махсус тәғәйенләнеш подразделениелары көнө, Ҡоралһыҙланыу аҙналығы, Халыҡ-ара ҡағыҙһыҙ көн, Медиа һәм мәғлүмәт грамоталылығы аҙналығы (24), Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тыныслыҡ өсөн халыҡ-ара көрәш көнө, Тыныслыҡ тураһында декрет ҡабул ителгән көн (8 ноябрь, 1917), Өләсәйҙәр һәм ҡартатайҙар көнө (28), Комсомолдың тыуған көнө (29), Сәйәси репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу, Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотына нигеҙ һалынған (30) көндәр, Халыҡ-ара экономиялау, Бөтөн донъя ҡалалар, Халыҡ-ара Ҡара диңгеҙ (31) көндәре билдәләнә.

Ҡарасайҙа тыуғандар:

1 - күренекле шағир, публицист, драматург, прозаик, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғәзим Шафиҡовтың тыуыуына - 85 йыл (1939-2009).
4 - Башҡортостандың - халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры артисы Риф Сәйфуллинға - 75 йәш (1949).
10 - педагог, журналист, шағир, республика матбуғат баҫмаларының элекке баш мөхәррире, эшҡыуар, тиренән изделиелар етештереү оҫтаханаһы етәксеһе, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты Азамат Юлдашбаевҡа - 60 йәш (1964).
12 - юрист, 1996-2005 йылдарҙа БР Эске эштәр министры урынбаҫары - кадрҙар идаралығы начальнигы, 2005-2009 йылдарҙа - БР Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченный, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Почет ордены кавалеры Фәтхлислам Тоҡомбәтовҡа - 75 йәш (1949).
14 - талантлы шағир, Ш.Бабич премияһы лауреаты Рәйес Түләковтың тыуыуына - 65 йыл (1959-2007).
20 - БАССР-ҙың халыҡ шағиры, күренекле прозаик һәм драматург, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин һәм Дәүләт премиялары, Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Мостай Кәримдең тыуыуына - 105 йыл (1919-2005).

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.09.24 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru