«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"АҒАЛАРЫ" НИ ӘЙТЕР...
+  - 

Үткән аҙнаның һуңғы көнөндә - ишетмәгәйнегеҙме әле - Африкала ...ҡар яуған! Был төбәк өсөн ғәҙәти булмаған тәбиғәт күренеше шул тиклем көслө булған, илдәге юлдарҙы күмеп киткән һәм транспорт хәрәкәтен туҡтатҡан. France24 баҫмаһы хәбәр итеүенсә, илдең көньяҡ һәм көньяҡ-көбайыш төбәктәрендә ҡар ҡатламы урыны менән 2 метрға еткән. Был тәбиғәт аномалияһына 8-се кимәл ҡатмарлыҡ бирелгән. Юлдарҙағы үтеп сыҡҡыһыҙ ҡар эсендә бикләнеп ҡалған автомашина водителдәре һәм пассажирҙарына йылы кейем һәм ашарға ташыйҙар, ҡотҡарыу эштәре бара. Стихиялы бәләне бөтөрөүҙә армия ярҙамға килгән. Һуңғы тапҡыр Көньяҡ Африка Республикаһында ҡар былтыр июль айында, ә унан алдараҡ 2012 һәм 2006 йылдарҙа яуған.

Бына шулай, ҡайҙалыр ҡар менән көрәшһәләр, финдарға иһә депрессия менән мейегә... ток рязряды ебәреп көрәшергә тәҡдим итәләр икән. Иң бәхетле ил тип иҫәпләнгән Финляндия халҡының күпселек өлөшө, ысынлап та, оҙаҡҡа һуҙылған ауыр депрессиянан яфа сигә, тип яҙа "Известия" гәзите сираттағы һанында. Был Финляндияла хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ торошоноң иң таралған сәбәбе булып тора. Былтыр, мәҫәлән, 100 мең фин психик сәләмәтлеге буйынса оҙайлы больничныйҙа булған. Өҫтәүенә, Финляндия властары халҡын Рәсәйгә ҡаршы һуғыш ихтималлығы менән ҡурҡыта, ти. Урындағы халыҡҡа уларҙың күңел төшөнкөлөгөн ауыр климат шарттары, йылдың күп өлөшө ҡар һәм ҡараңғылыҡ солғанышында үтеүенән сығып аңлатырға тырышһалар ҙа, ысынында иһә, илдә аҙыҡ-түлеккә һәм энергия сығанаҡтарына хаҡ артыуы халыҡты нығыраҡ борсой. Хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ осраҡтарының артыуы илдең иҡтисад торошона ла кире йоғонто яһай. Илдең сәйәси торошона килгәндә, әле власть башында идара итеүсе уң коалицияға ҡаршы Һул көстәр союзы оппозицияла тора һәм ул НАТО-ға өмөт бағламай, "Беҙ - Украина менән!" тип ҡысҡырмай, ә илдәге социаль мәсьәләләрҙе яйға һалыу, атап әйткәндә, пособиеларҙы һәм льготаларҙы кәметеүгә ҡаршы әүҙем сығыш яһай.
Социаль мәсьәләләр, тигәндән, Францияның Мартинике ҡалаһында аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуҙарға ризаһыҙлыҡ белдереп, халыҡ урамға сыҡҡан һәм ҡаланың аҫтын-өҫкә әйләндергән: протест сығыштары бер нисә көн буйына бара, 44 машина яндырылған, 35 шәхси коммерция объектына һөжүм ителгән, 11 полицейский атыу ҡоралынан яраланған. Урындағы полицияның көсө етмәгәс, халыҡ сығышын баҫтырыу өсөн ҡалаға Францияның тиҙ хәрәкәт итеүсе махсус полицияһы ебәрелгән, протест белдереүселәрҙән 30 кеше ҡулға алынған, комендант сәғәте иғлан ителгән.
Украинамы? Ә Украина президенты Владимир Зеленский һаман булһа үҙенең "еңеү планы" итеп алынған Рәсәй төпкөлөнә һөжүм хыялы менән һаташа һәм ошо планды бойомға ашырыуға ҙур "ағаларынан" зарығып команда көтә. Үткән шәмбе ул сентябрь визиты менән АҠШ-ҡа осто, тип яҙҙылар. Әлбиттә, ҡорал теләнселәргә. Ә был ваҡыт Курск йүнәлешендә Украина армияһы тәүлек эсендә 380 һалдатын юғалтһа, дөйөм алғанда Курск һуғыштарында йәмғеһе дошмандың 16 мең һуғышсыһы юҡ ителгән. Шуға ҡарамаҫтан, Украина Ҡораллы көстәре (ВСУ) Тверь өлкәһенә ынтылып маташа һәм Телеграм-каналдар хәбәр итеүенсә, 21 сентябрҙә ошо өлкәләге боеприпастар һаҡланған объектҡа дрон осорған. Һөҙөмтәлә Тверь өлкәһе Торопец ҡалаһы халҡы таң менән көслө шартлауҙан уянған. Йорттар емерелгән, 20 кеше, шулар араһында балалар зыян күргән. Рәсәй армияһы был шартлауҙар өсөн Украина авиация инфраструктураһын ҡыйратып, үс алды, тип хәбәр итә сығанаҡтар, ләкин эш үткәс үс алыуға ҡарағанда, мөһим объекттарҙы ышаныслы, көслө һаҡ аҫтына алыу яҡшыраҡ түгелме ни һуң?..

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.09.24 | Ҡаралған: 74

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru