«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЕҘМӘТ ТӘРБИӘҺЕ КӘРӘК!
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда, майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Быйылғы йылдан башлап мәктәптәрҙә хеҙмәт дәрестәре киренән индерелеүен шатланып ҡабул иттем. Сөнки һуңғы йылдарҙа уҡыусыларҙан таҡтаны һөрттөрөргә лә ярамаған, уның өсөн ата-әсәләрҙән яҙма рәүештә рөхсәт талап ителгән абсурд ҡанундарға килеп еттек бит! Беҙҙең заманда балалар кескенә йәштән эшләп үҫте, йорт-ҡура мәшәҡәттәре тулыһынса балалар иңендә булды. Ҡашығаяҡ, иҙән, кер йыуыуҙан башлап, утын бысыу, ярыу, өйөү, кәртә-һарайҙарҙы таҙартыу, малдарға һыу эсереү, ҡар көрәү, мунсаға һыу ташыу, картуф сәсеү, утау, йыйыу, йәй буйына бесән эшләү - бөтәһе лә балаларҙың ҡулы менән башҡарылды. Шул арала мәктәптәрҙә үткәрелгән өмәләрҙә ҡатнаштылар, колхоз-совхоз эштәрендә лә ярҙам иттеләр, хатта күптәр үҙ теләге менән эшкә башлап, йәй буйына байтаҡ аҡса ла туплап өлгөрә ине.
Беҙҙең ауылда башланғыс класлыҡ ҡына мәктәп булғас, бөтәбеҙ ҙә тиерлек интернатта ятып уҡыныҡ. Ә унда кластың таҡтаһын һөртөү генә түгел, дежур уҡыусы кабинеттың иҙәнен көнөнә өс тапҡыр йыуып сыға. Йоҡо бүлмәһе буйынса дежурный ҙа көнөнә бер тапҡыр йоҡо бүлмәһен йыуырға бурыслы. Оҙон коридорҙы йыуыу ярай әле айына бер тапҡыр ғына тура килә. Унан тыш, 7-се кластан башлап ашхана буйынса дежурлыҡ ҡаралған. Унда инде таңғы 5-тән тороп, 3-4 оло ҡаҙан картуф әрсейһең, көнө буйы 500-гә яҡын уҡыусыны ашатаһың, ҡашығаяҡтарын йыуаһың. Кискеһен хәлең бөтөп, йоҡларға ятаһың... Хас та армиялағы кеүек. Әммә бер кем дә зарланманы, сөнки йылдар буйына килгән тәртипте һәр кем аңлап ҡабул итте һәм эштән ҡасып йөрөүсе лә булманы.
Интернаттың үҙенең хеҙмәт лагеры ла бар ине. Йәйге каникулда 21 көн лагерҙа йәшәйһең, йәшелсә баҡсаларында эшләйһең, колхоздың сөгөлдөрөн утайһың. Шул арала шаулы пионер тормошо ла бара, төрлө күңелле саралар үткәрелә. Ныҡ эҫе көн булһа, сәғәт 6-нан тороп эшләйһең дә, көндөҙ ял итәһең... Ул саҡтарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды инде...
Беҙҙең илдә, үкенескә күрә, бер сиктән икенсе сиккә һуғылыу хас. Көслө совет мәғарифы емерелде, тәрбиә мәктәбе инҡар ителде - демократия урынлашты һәм балаларҙың хеҙмәтен сикләне. Сикләне генә түгел, тыйҙы. Үҙенән бер башҡа аша ҡарап торған балаһына бер биҙрә һыу ҙа күтәрергә рөхсәт итмәгән ата-әсәләр барлыҡҡа килде. Ул ғына түгел, тормош алға киткән һайын өй тирәһендә лә эш кәмене: ҡул менән бесән эшләү бөттө, йорттарға газ, һыу индерелде, кер йыуыу машиналары ҡуйылды. Балаларға эш ҡалманы. Ҡарап тороуға ҡыҙҙар-егеттәр оҙон буйлы, ләкин эш күрмәгәс, беләктәрендә көс юҡ. Бер биҙрә һыуға ла көстәре етмәй, тоҡ күтәреп картуф йә он тейәшеү тураһында һүҙ ҙә юҡ, бер осонан һин тотһаң да, икенсе яҡтан йәбешкән ике метрлы егет сайҡалып-сайҡалып китә...
Буш ваҡыт күбәйҙе һәм уны тулыһынса интернет тултырҙы... Ярай ҙа уны белем алырға, аңын үҫтерергә, нимәлер өйрәнергә ҡулланһалар, күптәр бары уйын уйнау, теләһә ниндәй негатив яңылыҡтар, зыянлы клиптар һәм фильмдар ҡарау өсөн генә файҙалана... Бер-берең менән аралашыу ҙа тик социаль селтәрҙәр аша ғына бара. Тағы ла бер нисә йыл ошолай барһа, балалар, йәштәр күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуҙы, һөйләшеүҙе лә онотор ул!
Мәктәпкә генә түгел, өйгә лә хеҙмәт тәрбиәһен кире ҡайтарыу зарур! Ата-әсәгә ярҙам итеү уларҙы бер-береһенә яҡынайта ла, эшләгәндә һөйләшәһең дә, нимәнелер аңлатаһың да, кәңәшен дә бирәһең. "Беҙ этләнеп үҫтек, балаларыбыҙ еңел йәшәһен!" - тигән стереотип ҡарашты онотайыҡ әле, йәмәғәт! Хеҙмәт кенә әҙәмде кеше иткәнен онотмайыҡ! Хеҙмәттең тәмен, йәмен, ләззәтен тойоп йәшәүгә ни етә!

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА, яҙыусы.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.24 | Ҡаралған: 75

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru