«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРА ҺЫУҘАРҒА БАТЫП...
+  - 

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры премьераға әҙерләнә. Оҙаҡламай театр сәхнәһенә халыҡ шағирының "Ҡара һыуҙар" поэмаһы буйынса эшләнгән спектакль сығасаҡ. Ул тәү тапҡыр сәхнәләштерелә. Ошо мөһим яңылыҡ айҡанлы беҙ спектаклдең режиссеры Илсур ҠАҘАҠБАЕВҡа бер нисә һорау бирҙек.

Илсур Юлай улы, премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейына тип махсус әҙерләнәме?

- Эйе, "Ҡара һыуҙар" спектаклен Мостай Кәримдең юбилейына тип әҙерләйбеҙ. Театр, Мостай Кәрим берәй әҫәре буйынса спектакль ҡуйырға ине, тип мөрәжәғәт иткәс, шундуҡ тиерлек эшкә тотондом. Әҙәбиәт һөйөүселәр яҡшы белә, классигыбыҙҙың күп әҫәрҙәре сәхнәләштерелгән, ә "Ҡара һыуҙар" поэмаһы бер тапҡыр ҙа ҡуйылмаған. Мин иһә был поэманы сәхнәләштереү тураһында күптән уйлап йөрөй инем инде, шуға бер ниндәй ҙә икеләнеү булманы. Бер һүҙһеҙ, был ҡатмарлы йөкмәткеле поэманы сәхнәлә күрһәтеү эҙләнеү ҙә, айырым бер тырышлыҡ та талап итә.

Поэманы сәхнәләштереү тураһында күптән уйлап йөрөй инем, тинегеҙ. Улай булғас, шуны ла асыҡлап әйтһәгеҙ ине: поэма һеҙҙе нимәһе менән үҙенә йәлеп итте?

- Бөтәһенән элек, "Ҡара һыуҙар" үҙенең ниндәйҙер бер сәйерлеге менән арбаны. Сюжет буйынса, Яҡуп тигән егет һуғыш барған саҡта - артобстрел мәлендә, ҡасып китә. Егеттең ҡасҡанын күреп, үҙебеҙҙекеләр уға атып та ҡарай. Ул барыбер тере ҡала, һәм хикәйәсе, йәғни автор, уны беҙҙең яҡҡа һөйрәп тигәндәй алып ҡайта. Сәхнә әҫәре итеп эшләгәндә режиссерҙың үҙенең ҡарашы һәм мөнәсәбәте була, был спектаклдә лә һеҙ уны күрерһегеҙ. Яҡупта тере ҡалыу теләге шул тиклем көслө була, немец колоннаһы килеп сығып, уны танк тапап үтеп китһә лә, ул иҫән тороп ҡала. Ун йылдан һуң уны ҡатыны эҙләп килә. Уларҙың осрашыуы үҙе бер ваҡиға.
Нимәһе сәйер, тиерһегеҙ. Бер яҡтан, Мостай Кәрим үҙе фронтовик, һуғышты үткән кеше булараҡ, ҡурҡыуҙың нимә икәнен яҡшы белә. Был ҡурҡыуҙы нисек еңергә икәнен дә белә. Ул, әлбиттә, яу ҡырын ташлап киткән һалдаттарҙы ла күргәндер. Шуға ҡарамаҫтан, Мостай Кәрим үҙенең геройы Яҡупҡа ҡағылышлы былай тип яҙа: "Ҡасыу өсөн ҡурҡыу ғына сәбәп түгел..."
Эйе, Яҡуптың мөхәббәте бар. Яу ҡырына китер алдынан ул шундай һүҙҙәр әйтә: "Мин үҙемә кәрәк түгел, мин кәрәкмен һөйгәнемә, аңлайһыңмы?" Яҡуптың был ике аҙымы: ҡасыуы һәм ҡасыуын ошо һүҙҙәр менән аҡлауы уйҙырма түгел. Ысынлап та, ул яратыуы шулай көслө булған өсөн шул аҙымға бара. Бер яҡтан, үҙеңдең яуҙаштарыңды ҡалдырып китеү - ғәфү ителә торған ҡылыҡ түгел. Был һине ғүмерең буйы оҙата барасаҡ бер ҡара тап. Икенсе яҡтан, һәр бер кешенең тормошо - ул берҙән-бер. Был тормош әҙәм балаһының донъяға һалған беренсе ауазынан башлана һәм артабан кеше ниндәйҙер этаптарҙы үтергә тейеш: мәҫәлән, егет кеше кәләш алырға, үҙенән һуң вариҫтар ҡалдырырға тырыша. Һуғыш иһә бөтә яҡлап та әҙәм балаһының пландарын боҙа. Һөйөргә лә, һөйөлөргә лә өлгөрмәгән йәп-йәш егеттәр, бәләкәй балаларын иркәләп туймаған атайҙар һуғышта һәләк була, йәш ҡатындар тол ҡала һ.б. Һуғыш менән килгән яуызлыҡ, афәт, әлбиттә, Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйткәндә, кешене ҡара һыуҙарға батыра. Шул йәһәттән, Яҡуптың ҡылығы, бер яҡтан, енәйәт булһа, икенсе яҡтан, йәшәү теләге, ғүмер ҡәҙере тураһындағы ниндәйҙер фәлсәфәүи уйҙарға ла һала. Шуға ла уның эшен нисектер яңынан, яңыса ҡарарға ла була.

Был спектаклдең бөгөнгө тамашасы күңеленә үтеп инеренә ышанысығыҙ көслөмө?

- Йәшәү, тормош мәғәнәһе, мөхәббәт - былар мәңгелек тема. Ул хаҡта эҙләнеүҙәр йәштәргә ҡыҙыҡ булыр, тип уйлайым. Һәр хәлдә, "Ҡара һыуҙар"ға килгәс, актерҙарыбыҙҙың уйнауын ҡарағас, тамашасының мөнәсәбәтен асыҡ күрербеҙ. Был спектакль уларҙа ниндәйерәк уй-фекерҙәр тыуҙырыр, тыуҙырасаҡ - былар беҙҙең өсөн бик мөһим. Әлбиттә, заманса яңғыраш алған сәхнә әҫәре тамашасыны битараф ҡалдырмаҫ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА һорауҙар бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.24 | Ҡаралған: 118

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru