«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОЙҒОЛАРҘЫҢ ТЕЛЕ ЮҠ
+  - 

Юрий Бондаревтың "Донъя күп телле, әммә бөтә кешеләр ҙә бер иш илайҙар һәм көләләр", тигән ҡанатлы һүҙҙәре бар. Мәскәү драматургы Мәликә Икрамованың пьесаһы буйынса ҡуйылған "Доктор" спектакленең премьераһын ҡараған ваҡытта билдәле яҙыусының ошо һүҙҙәре иҫкә төштө.

Ысынлап та, Ер шарында йәшәүсе кешеләр ниндәй телдә һөйләшеүенә, ниндәй төҫтә булыуына ҡарамаҫтан, хистәрен бер үк төрлө белдерәләр. Илағанда йә көлгәндә һүҙҙәр телһеҙ тойғоларҙың ҡоршауы була алмай. Билдәле рус яҙыусыһының һүҙҙәре, бәлки, иҫкә төшмәҫ тә ине, әммә был спектаклде сығарыуҙа минең дә өлөшөм бар, сөнки рус телендәге әҫәрҙе башҡортсаға ауҙарҙым, пьесалағы персонаждарҙың хис-тойғоларын үҙ телебеҙҙә мөмкин тиклем аңлайышлыраҡ итеп биреп, спектакль барышында тамашасы пьесаның икенсе телдән тәржемәләнеүен һиҙмәһен тип тырыштым. Спектаклде ҡуйыусы театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин башта артистарға пьесаны төп нөсхәһендә уҡып ишеттерҙе. Оҡшаттылар, аңлап ҡабул иттеләр. Икенсе көндө ҙур тулҡынланыу менән башҡортсаһын үҙем уҡыным. Был тәүге тәжрибәм түгел, тәржемә менән күптән шөғөлләнәм, әммә был юлы коллегаларым алдында үҙемде уҡыусы балалай тойҙом. Аллаһҡа шөкөр, халыҡ артистары, театр эшендә маһир сәхнә оҫталары тәржемәм менән ҡәнәғәт булдылар! Тамашасылар ике теллелекте һиҙгәнмелер, белмәйем, әммә бая өҫтә әйткән уҡыусылай, спектаклде ҡараған ваҡытта артистарҙың телмәренә иғтибар итергә тырыштым. Әммә, әлеге лә баяғы, артистарҙың оҫта уйнауы, төрлө хистәргә мөкиббән китеп бирелә алыуы арҡаһында текстағы һүҙҙәр тойғоларға күмелеп, тәржемәләге ҡытыршылыҡтар ҡаҡайып тормай, был пьесаны улар донъяның башҡа телендә лә шул уҡ оҫталыҡ менән башҡарырҙар ине, тигән уйҙа ҡалам.
Ә спектакль шәп килеп сыҡты! Күҙ теймәһен, баш режиссерҙың сираттағы ижад емеше, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, һоҡланғыс! Быны мин бик үҙенсәлекле, талапсан Сибай тамашасыларының алҡыштарынан сығып әйтәм: улар шундай йылы мөнәсәбәттәре менән спектаклдең оҙон ғүмерле киләсәгенә фатиха бирҙеләр, минеңсә.
Әлбиттә, һәр спектаклдең репертуарҙан төшмәүенә иң тәүҙә авторҙар "ғәйепле". Ана бит, классик әҫәрҙәр быуаттар буйына сәхнәнән төшмәй! Был спектаклдең тыуыуының бәләкәй генә үҙ тарихы бар. Денис Сәлим улы пьесаны сырмалсыҡ интернет селтәренән табып алған һәм шундуҡ үҙ иткән. Әҙәбиәт бүлеген етәкләүсе булараҡ, әле таныш булмаған Мәликә ханыма бәйләнешкә сыҡтым. Бик ыңғай ҡарашлы, лояль ҡатын булып сыҡты ул. Пьесаһын сәхнәләштереү теләгебеҙ барлығын ишеткәс, ҡыуанып китте. Һөйләшеүенән ихласлығы бөркөлөп тора. Персонаждарҙың исемдәрен, мәҫәлән, Игорь Моисеевичты Ибраһим Мусовичҡа үҙгәртеүгә лә ризалыҡ бирҙе.
Шулай башланып киткәйне яңы спектакль өҫтөндәге эш, Аллаһҡа шөкөр, премьераһын ҡарарға насип булды. Автор үҙе була алманы, әммә октябрҙә үҙ пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарарға килергә теләген белдерҙе. Килһен, бик шат булырбыҙ! Икенсе телдә һөйләшә башлаған балаһын күрер. Бәлки, ул да ҡыуаныр, сөнки ниндәй телдә һөйләшһәк тә, хис-тойғоларыбыҙ бер иш бит!

Радик ӨМӨТҠУЖИН,
А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт театрының әҙәби-драма бүлеге етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.24 | Ҡаралған: 47

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru