«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИГЕҮ СИГӘ ҠЫҘҘАР...
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөлә "Сигелгән Башҡортостан" Республика фестивале уҙғарылды. Сара 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Грантына бойомға ашырылған "Башҡортостандың сигелгән картаһы" Республика проектының дауамы булып тора.

Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы һәм БР Милли музейы ярҙамында Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо. Ул семинар һәм практик өлөштәрҙән тороп, 9-10 октябрҙә Өфөлә, Милли музейҙа үтте. Семинарҙарҙа оҫталарҙы һәм ҡул эшен яратыусыларҙы сигеүҙә ҡулланылған орнаменттар һәм символдар донъяһы менән таныштырҙылар, уларҙың мәғәнәһен аңлап ҡулланырға өйрәттеләр, ә практик өлөшөндә сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Фестивалдә республиканың 56 муниципаль берәмегенән 80-дән ашыу оҫтабикә ҡатнашты, уларҙы сараның тантаналы өлөшөндә Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәйев сәләмләне. Артабан ҡатнашыусылар техник фәндәр кандидаты, "Ағиҙел" Башҡорт художестволы кәсептәренең мәҙәни мираҫты һаҡлау бүлеге начальнигы Айгөл Камалиеваның "Милли мәҙәниәттең тамға-символ теле булараҡ орнамент" темаһына арналған сығышын диҡҡәт менән тыңланы. Шулай уҡ культурология кандидаты, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Гөлнара Тажетдинова "Бренд булдырыу. Проектҡа тиклем идеялар (кейем һәм аксессуарҙарҙы стилләштереүҙә традицион семәр)" темаһына лекция һөйләне һәм кейем брендын булдырыу тәжрибәһе менән бүлеште. Ул шулай уҡ башҡорттарҙың иҫәпләп сигеү нигеҙҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе.
Фестивалдең беренсе көнө шулай файҙалы әңгәмәләргә бай булһа, икенсе көнөндә республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған оҫтабикәләр үҙ-ара белем һәм тәжрибә уртаҡлашты. Музей майҙансығында Межгорье, Сибай ҡалаларынан, Әлшәй, Балаҡатай, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Краснокама, Хәйбулла райондарынан оҫталар эшләне. Бынан тыш, Милли музей күргәҙмәләренә ҡуйылған сигелгән әйберҙәр менән дә танышыу мөмкинлеге бирелде.
"Сигеү - үҙендә кешелек, халыҡтар, уларҙың мәҙәниәте һәм йолалары тураһында тарих һаҡлаған үҙенсәлекле ҡул эше сәнғәте. Нағыш борондан мөһим функциялар атҡарған - ҡурсалаған, һаҡлаған, именлеккә, сәскә атыуға һәм яҡшылыҡҡа булышлыҡ иткән. Оҫтабикәләр сиккән әйберҙәр уларҙың ҡул йылыһын, изге ниәттәрен үҙендә һаҡлай. Нәҡ шунлыҡтан нағышлы әйберҙәрҙән матурлыҡ, энергия һәм йылылыҡ бөркөлә. Өләсәй-ҡарт өләсәйҙәребеҙҙән күсә килгән сигеү традициялары орнаменттарҙы һәм символдарҙы дөрөҫ ҡулланыу тураһындағы мәғлүмәт менән бергә быуындан-быуынға күсә барырға тейеш", - тине Төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеген етәкләүсе Зарина Хәсәнова.
Әйткәндәй, "Башҡортостандың сигелгән картаһы" проекты 2023 йылдың авгусында Сыуашстандың Чебоксар ҡалаһында үткән "Сигелгән Рәсәй" Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашты һәм ил буйлап үҙ төбәктәрен һәм муниципаль берәмектәрҙе нағышта сағылдырыу башланғысын дауам итте. "Сигелгән Башҡортостан" фестивале Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың сигеү йолаларын тергеҙеү, һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторолдо, шулай уҡ ул биҙәү-ғәмәли сәнғәт өлкәһендә эшләгән оҫталарҙы бергә тупларға һәм ижади үҫешкә этәргес көс биреүгә булышлыҡ итәсәк, тип уйланыла.

"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.24 | Ҡаралған: 92

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru