«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРЫҺЫ ЛА БАЛАЛАРҒА
+  - 

Өфөлә "Салют" балалар реабилитация-белем биреү комплексы эшләй башланы. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Балалар учреждениеһы төбәк етәксеһе башланғысы менән ҡаланың Киров районындағы элекке шифахана базаһында төҙөлдө. 2018 йылдың ноябрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы тотош республикаға эшләйәсәк заманса реабилитация үҙәген булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында белдергәйне. "Салют" биналарының дөйөм майҙаны - 25,7 мең квадрат метр. Бында көнөнә 250 кешегә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блоктары булған стационарҙар, балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәге, шулай уҡ 192 урынлыҡ "Йондоҙ" мәктәбе урынлашҡан. "Салют" йыл һайын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 7 мең баланы хеҙмәтләндерәсәк, тип планлаштырыла.
- Беҙҙең республикала 20 меңдән ашыу һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала бар, уларға иғтибар һәм үҫеш өсөн уңайлы шарттар кәрәк. Шуға күрә беҙ ата-әсәләрҙең үтенесе буйынса "Салют" үҙәген төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Был уникаль учреждение. Беҙ унда социаль һәм медицина реабилитацияһын, белем биреү һәм коррекция программаларын берләштерергә тырыштыҡ, йәғни бында балалар барлыҡ кәрәкле ярҙамды ла алыу мөмкинлегенә эйә. Төҙөүселәргә һәм үҙәк хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Был ҙур һәм ҡатмарлы проект, уны бергәләп уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ, - тине Башҡортостан Башлығы. - Республикала бындай балалар менән эшләү инфраструктураһы ныҡ үҫешкән, йәғни 36 коррекция мәктәбе, 23 реабилитация үҙәге бар. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда иң яҡшы ҡаҙаныштарҙы, реабилитация методикаларын һәм ғаиләләргә комплекслы ярҙам күрһәтеүҙе туплаусы төп учреждениеның булыуы мөһим. "Салют", был ҙур һәм кәрәкле эштең флагманы булып, балаларыбыҙға сәләмәтерәк һәм көслөрәк булырға, үҙҙәренә ышанысты арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Үҙәкте асыу тантанаһынан һуң республика Башлығы реабилитация-белем биреү комплексының мөмкинлектәре менән танышты, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аралашты, профилле министрлыҡ етәкселәре менән "Салют" базаһында медицина һәм педагогия университеттары студенттарын уҡытыу өсөн методик үҙәктәр, шулай уҡ бындай балалар менән эшләү өсөн белгестәр әҙерләүсе колледждар булдырыу мөмкинлеген тикшерҙе. Атап әйткәндә, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов "Салют" комплексында кафедраларҙың береһенең филиалын урынлаштырырға ниәтләүҙәре хаҡында һөйләне.
- Бер айҙан Өфөгә Мәскәүҙән ҙур бригада килә, ул балаларҙы реабилитациялауҙың иң яҡшы методикалары менән уртаҡлаша. Беҙҙең бурыс - бында Өфө йәки төбәк өсөн үҙәк булдырыу ғына түгел. "Салют" тармаҡтың ысын флагманы, тотош ил өсөн берҙәм методик һәм фәнни үҙәк буласаҡ, - тине Башҡортостан Башлығы.

"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.24 | Ҡаралған: 33

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru