«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺӨЙӨҮ КӨСӨ
+  - 

Салауат башҡорт драма театрында 92-се театр миҙгеле "Һөйөү көсө" спектакленең премьераһы менән асылды.

Спектаклдә башҡорт егетенә ғашиҡ булған немец ҡыҙы Францискеның Сәйфетдин өсөн тыуып үҫкән иле Германияны ташлап китеүе, йәштәргә Рәсәйҙә төрлө һынауҙар аша үтергә тура килеүе хаҡында һүҙ бара. "Спектакль Ишембай районында булған реаль хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Премьераның беренсе көнөнә "Һөйөү көсө" пьесаһының төп геройҙары - Сәйфетдин менән Францискеның ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәренең килеүе һәммәһен дә ғәжәпкә ҡалдырҙы. Уларҙың икәүһе алыҫтан - Ҡаҙағстандан һәм Силәбе өлкәһенән килгән. Был тамашаны барыһы ла күҙ йәштәре аша ҡараны, өләсәләрен иҫенә төшөрҙө һәм артистарға рәхмәт белдерҙе", - тип һөйләнеләр театрҙа.
Премьерала пьеса авторы - драматург, Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина ла бар ине. "Бөгөн минең өсөн бик ҡыуаныслы һәм тулҡынландырғыс ваҡиға! Спектаклде ҡарағанда геройҙарым менән бергә ҡайғырҙым, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты драматург. - Тамашасылар көлдө лә, иланы ла. Режиссер Зиннур Сөләймәновҡа, ижади төркөмгә һәм Салауат театры етәкселегенә ошо спектакль өсөн рәхмәт белдерәм".
Спектакль ике көн аншлаг менән барҙы һәм тамашасыларҙың ыңғай баһаһын алды. Тамаша "Берҙәм Рәсәй" партияһы башлап ебәргән "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты ярҙамында бойомға ашырылды.

"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.24 | Ҡаралған: 529

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru