«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АШХАБАДТА, ШУНАН ҠАҘАНДА...
+  - 

- "Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ғәйәт ҙур һәм тамырынан үҙгәрештәр осорона инә... Бөтөн планетаның төрлөлөгөн сағылдырыусы яңы донъя тәртибе формалаша. Һәм был тәбиғи процесты туҡтатырлыҡ түгел. Финанс һәм сәйәси йоғонтоға эйә иҡтисади үҫештең яңы ҡеүәтле үҙәктәре барлыҡҡа килә һәм улар иң тәүҙә бында - дөйөм Көнсығыш менән дөйөм Көньяҡта барлыҡҡа килә" ,- тине Рәсәй Президенты Владимир Путин 11 октябрь Ашхабадта булып үткән "Замандар һәм цивилизациялар бәйләнеше - тыныслыҡ һәм үҫеш нигеҙе" тигән форумда. Төркмән шағиры, философ, төркмән әҙәбиәте классигы Махтумкулиҙың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған был йыйында ун дәүләттең, шул иҫәптән, Рәсәй, Әрмәнстан, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Монголия, Пакистан, Үзбәкстан, Тажикстан президенттары һәм Төркиәнән парламент рәйесе ҡатнашты. Рәсәй Президенты үҙенең телмәре һуңында форумда ҡатнашыусыларҙы 22-24 октябрҙә Ҡаҙанда үтәсәк БРИКС саммитына саҡырҙы. Мәғлүм булыуынса, ошо йыл башынан БРИКС составы яңы ағза-илдәр - Египет, Эфиопия, Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны иҫәбенә арта бара. Әлеге көндә Сербия ла был берекмәгә ҡушылырға ниәтләй. Был илдең вице-премьеры Александр Вулин Berliner Zeitung гәзитенә биргән интервьюһында БРИКС-ты "Евросоюзға реаль альтернатива" тип атаны. Сербия Ҡаҙандағы саммитта мотлаҡ ҡатнашасаҡ, тине ул.

- МХО хәлдәренә килгәндә, шул да мәғлүм булһын: Рәсәй армияһы Махсус хәрби операция зонаһының Запорожьенан алып Купянскийға тиклемге йүнәлешендә һөжүмдәрен дауам итә. Курск өлкәһе буйынса хәрби эксперт Олег Царев хәбәр итеүенсә, Рәсәй ғәскәрҙәренең киң ҡоласлы һөжүм хәрәкәттәре туҡталғаны юҡ. Глуховский районының көньяғы дошман ҡалдыҡтарынан таҙартылды. Любимовка янында Украина ғәскәре ҡамауға алынды. Украинаның хәрби көстәре дәүләт сиге һыҙығына ҡыҫырыҡлана.

- Әсиргә төшкән украин хәрби хеҙмәткәре Альберт Григорович һөйләүенсә, ул махсус подразделениеға эләгә һәм химик ҡорал етештереү лабораторияһында Рәсәй һалдаттарына ҡаршы ҡулланыу өсөн ағыулы матдәләр тултырылған зарядтар етештереү менән шөғөлләнә. "Беҙ шулай уҡ дрондар ярҙамында ташлау өсөн шартлатҡыстарға хлорпикрин тултырҙыҡ. Был ағыуҙан һаҡланыу өсөн противогаздар ярҙам итмәй, химик ҡорал ташланған урынды тиҙерәк ташлап китергә кәрәк", тип һөйләй ул. Григорович эшләгән лаборатория көнөнә химик матдә менән яһалған 160-200-ләп төрлө типтағы һәм ауырлыҡтағы гранаталар эшләп сығара. Көтөлмәгән һөжүм осраҡтарынан һаҡланыу өсөн был мобиль лаборатория бер нисә сәғәт эсендә йыйыла йә ҡорола ала.

- АҠШ конгресының вәкилдәр палатаһы спикеры Майк Джонсон NBC News телеканалына интервьюһында белдереүенсә, Америка халҡының иң беренсе проблемаһы - ундағы тормоштоң үтә ҡиммәтләнеүе. Икенсе мәсьәлә - миграция кризисы. Был бәләлә Камала Харристың ғәйебе ҙур, ти спикер. Демократик ҡараштағы штаттар һәм округтар халҡы ла ошондай фекерҙә. Америка халҡын борсоусы тағы бер сәбәп бар - АҠШ-тың донъя аренаһында көсһөҙләнеүе. Джонсон бында ил президенты Джо Байден менән уның яҡын ярҙамсыһы Камала Харристы ғәйепләй. Әйткәндәй, һуңғы көндәрҙәге йәмәғәтселек фекере буйынса Дональд Трамп менән Камала Харристың кандидатураларын яҡлаусылар кимәле тигеҙләште: икеһенең дә 48-әр процент тауыш тәшкил итә. Президент һайлауҙарына ни бары өс аҙна самаһы ваҡыт ҡалыуын иҫләһәк, был күрһәткестәр ярайһы ҡыҙыу көнәркәшлек хаҡында һөйләй.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.24 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru