Заманында гәзит халыҡ өсөн сәйәсәт, иҡтисад, спорт, сәнәғәт, сауҙа һәм башҡа өлкәләр тураһында мәғлүмәт еткереүсе төп сығанаҡ булды. Нәҡ ваҡытлы матбуғат аша беҙ ил сиктәрендә генә түгел, ә тотош донъяла барған хәл-ваҡиғаларҙы күҙәтеп, уҡып, белеп барҙыҡ. Ә ҡалын-ҡалын журналдарҙа баҫылған хикәйә, шиғыр һәм романдарҙы нисек көтөп алғаныбыҙҙы үҙебеҙ генә беләбеҙ. Ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыу ғәҙәти күренеш булды.
Әлеге ваҡытта интернет ҡағыҙ баҫмаларҙы алыштырырға тырышып ҡарай ҙа, хәленән килмәй тегенең. Һәм килмәҫ тә, сөнки ҡағыҙға баҫылғанды тотоп уҡыу беҙҙең булмышҡа әйләнгән. Бәләкәй генә экранға текәлеп ултырғансы, ҡағыҙ гәзитте шытырҙатып уҡыйым мин. Балаларға ла ошо ғәҙәтте һеңдереп үҫтерҙек аталары менән, улар ҙа өйҙәренә 5-6 баҫма алдыра.
Башҡортостанда баҫылған гәзит-журналдар араһында айырыуса күңелемә ятҡандарҙан "Киске Өфө"нө билдәләп үткем килә. Был ыҡсым, йәшәйешебеҙҙәге күп төрлө өлкәне яҡтыртҡан гәзит бөтә ғаилә, төрлө быуын вәкилдәре өсөн дә ҡыҙыҡлы. "Киске Өфө" килһә, өйгә ниндәйҙер нур тулған кеүек була, күңелдәр күтәрелеп китә.
Уның биттәрендә баҫылған мәҡәләләр кешене ыңғайға көйләүе менән баһалы минең өсөн. Ниндәй генә ваҡиға, кеше тураһында яҙмаһындар, уларҙың барыһы ла ниндәйҙер позитив тулҡынға көйләнгән, күңелгә ял бирә, рух өҫтәй. Бигерәк тә сәнғәт өлкәһенә ҡағылышлы мәҡәләләр, күренекле шәхестәр менән күләмле әңгәмәләр, яңынан-яңы хикәйәләр илһам бирә.
Донъяла барған хәлдәрҙе барыбыҙ ҙа күҙәтеп барабыҙ. Кемдер уларға күҙ генә һалып үтә, икенселәр төпкә тиклем төшөп аңларға тырыша, анализлай, фекер төйнәй, башҡалар менән фекер алыша. "Киске Өфө"лә Фәүзиә Мөхәмәтшинаның "Донъя шаңдауы" аҫтында яҙғандарын көтөп алам, йотлоғоп уҡыйым. Аңлайышлы, ябай тел менән яҙыуы, төрлө мөһим ваҡиғаны ипле генә итеп биреүе, үҙенең фекерен көсләп тағырға тырышмауы оҡшай.
Йәшерен-батырыны юҡ, йәштәрҙе әрләргә генә торабыҙ бит инде ул беҙ, оло быуын кешеләре. Йәнәһе, телефондан, компьютерҙан бушамайҙар, китап уҡымайҙар һәм башҡалар. Ә бына "Киске Өфө"нө уҡығандар был фекер менән бөтөнләй килешмәйәсәк, сөнки гәзит үҙенең биттәрендә рухлы, маҡсатлы, ҡыйыу, донъя кимәлендә ҙур уңыштарға өлгәшкән йәштәребеҙ тураһында күп яҙа. Һәр кемде, бигерәк тә йәштәрҙе, ваҡытында күреп-баһалап, күтәрмәләп тороу мөһим шул. Бындай иғтибар уларға ҡанат ҡуя, башҡарған эштәренең мөһимлеген арттыра.
Тағы ла "Киске Өфө" йәш һөнәр эйәләре тураһында ла күп яҙа. Ҡайҙа йәшлек - унда көс-дарман, ынтылыш, энергия. Дипломлы йәш белгестәргә лә төрлө яҡлап ныҡлы терәктең булыуы ҡамасауламай. Уларҙың алған белемдәрен ғәмәлдә ҡуллана башлауҙарының тәүге аҙымдарын яҡтыртыу әһәмиәтле ваҡиға бит. Шул яҡтан "Киске Өфө"ләр күптәрҙең танауына сиртә.
Әминә БИЛАЛОВА.
Иглин районы.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА