«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФӘЙЗИ ҒӘСКӘРОВ АНСАМБЛЕ ЯҠТЫЛЫҠ ТАРАТА БЕЛӘ!
+  - 

Өфөлә "Бейеү - ул халыҡ күңеле" хореография сәнғәте фестивале тамамланды. Унда төрлө төбәктәрҙән үҙ халҡының йөҙөк ҡашы һаналған коллективтар ҡатнашты. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән Дағстандың "Лезгинка" ансамбле ҡатнашлығында үткән йомғаҡлау концерты "Бейеү - ул халыҡтың йәне" фестиваленең дүртенсе финал концерты булып тора. Ошо ҙур сара айҡанлы матбуғат конференцияһы ла уҙғарылды. Унда хөрмәтле ҡунаҡтарҙың береһе - Дағстандың "Лезгинка" дәүләт академия бейеү ансамбленең етәксеһе һәм генераль директоры, РФ Президенты эргәһендәге мәҙәниәт һәм сәнғәт советы ағзаһы, Рәсәйҙең Милли профессиональ ижади коллективтары берлеге рәйесе Джамбулат Мусаевич МАГОМЕДОВ сығыш яһап, башҡорт бейеү сәнғәтенә юғары баһа бирҙе. Түбәндә - уның сығышынан өҙөк.

-Рәсәйҙә төрлө фестивалдәр йыш үтеп тора, шуға бының менән берәүҙе лә ғәжәпләндереп булмай. Ләкин Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойошторған "Бейеү - ул халыҡтың йәне" фестивале - донъяла берәү генә. Исеме менән дә, йөкмәткеһе менән дә ул ҙур эштәргә саҡырыу булып тора, ошо оранды власть әһелдәренең дә, халыҡтың да аңлауы мөһим. Мин шәхсән тап ошо фестивалдең ғүмерле булыуын теләйем. Уның артабан да йәшәүе, гөрләүе сәнғәт кешеләре өсөн уғата ҡиммәт.
Бөйөк хореограф Фәйзи Ғәскәровтың иҫтәлегенә үткәрелгән фестивалде тәүәккәл аҙым, ҡыйыу саҡырыу, тип атар инем. Сөнки Фәйзи Ғәскәров - Башҡортостандың ғына түгел, бөйөк СССР-ҙың, Рәсәйҙең байлығы һәм ҡаҙанышы. Һәм шулай булып ҡаласаҡ. Был фестивалде ойоштороп, ансамблдең тәүге художество етәксеһенә, ул булдырған ғәжәйеп хореографияға, коллективҡа һалған үҙенсәлегенә рәхмәт әйтәбеҙ.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамблен берәү менән дә бутау мөмкин түгел. Мәҫәлән, Кавказда йәки берәй башҡа төбәктә, ҡайһы бер бейеү коллективтарын ҡарайһың да, уларҙың үҙенсәлеген таба алмайһың, айырып алыу мөмкин түгел - бер иш хәрәкәт, оҡшаш композиция. Фәйзи Ғәскәров булдырған коллектив үҙенсәлеге менән һоҡланғыс. Әлегә тиклем улар ошо данды лайыҡлы һаҡлай һәм байыта ғына бара, үҙҙәренең ерен, ошо ерҙең традицияларын хореография телендә иҫ китерлек итеп башҡара. Был почерктың, индивидуаллектең һаҡланыуында бөгөнгө етәкселәрҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Улар икенселәрҙең ҡаҙаныштарын үҙҙәренә күсереү менән дә шөғөлләнмәй. Был - милләттең йөҙө. Тимәк, ансамбль үҙенең тамашасыларын юғалтмаясаҡ, уның абруйы ҙур. Ошо коллективҡа ҡарап, беҙ Башҡортостан ниндәй бөйөк, уның ниндәй көслө сығанаҡтары бар, сәнғәтендә ниндәй тәрәнлек, тип һоҡланабыҙ, аптырайбыҙ.
Ошо һоҡланыу, аптырау сәнғәттең көсөн күрһәтә, ләкин ҡәҙимге тормошта артистар һис тә әрһеҙ түгел, үҙҙәрен ҡай саҡ яҡлай ҙа белмәй улар. Репетиция майҙанынан тыш, гастролдәр графигынан тыш, тормошта ауыр яраҡлашалар. Һынауҙарға ҡаршы тора алмауҙары бар. Ниндәйҙер ҡатмарлы, көсөргәнешле хәлдәрҙә баҙап ҡалалар, шуға ла уларға һаҡсыл мөнәсәбәт кәрәк. Үҙҙәренә ярҙамға килгәндәргә улар рәхмәтле була белә.
Был коллектив иң тәүгеләрҙән ЛХР-ҙа (ЛНР) булып ҡайтты. Шул саҡта һөрөмлө яҡтарҙа сығыш яһауҙың ни тиклем кәрәклеген бөтөн ил күреп инанды. Был сараларға әсәләр, балалар, ҡатындар иң матур кейемдәрен кейеп килделәр. Артистарҙы сәхнәнән ебәрмәйҙәр, илайҙар, рәхмәт әйтәләр. Коллектив уларға бәхетле мәлдәр бүләк итте. Үҙҙәренең ҡыйыу юл сәфәрҙәре менән Фәйзи Ғәскәров ансамбле яҡтылыҡ тарата белә.
"Бейеү - ул халыҡтың йәне" фестиваленең әһәмиәте арта ғына бара. Тимәк, алда уның географияһын киңәйтеү мәсьәләһе лә тора. Ошо фестиваль күҙлеге аша халыҡтар бер-береһенең мәҙәниәте, халыҡ хореографияһы менән таныша. Илебеҙ етәксеһе Владимир Путин халыҡтарҙың берҙәмлегенә саҡыра. "Бейеү - ул халыҡтың йәне" фестивале тап ошо маҡсатҡа тура килә. Беҙ Башҡортостандан был ергә, ундағы халыҡҡа, халыҡтың тарихына һөйөү менән ҡайтып китәбеҙ. Ҡайтҡас, үҙебеҙҙә ошо ҙур сара тураһында һөйләйәсәкбеҙ, идеяны шәм һымаҡ тотоп, алға барасаҡбыҙ.
Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте иҫ киткес бай һәм ҡыҙыҡ. Ойоштороусылар үҙҙәре лә, бәлки, фестивалдең шундай ҙур әһәмиәтен аңлап бөтмәйҙер, ләкин унда ҡатнашҡандар был турала ҡат-ҡат һөйләйәсәк, шул саҡта уны аңлау тәрәнлеге лә киләсәк. Фестивалде ойоштороуҙың сифатын һаҡлау мөһим. Әле ул шул тиклем юғары кимәлдә үтә. Ошо статусты артабан да күтәрә барырға кәрәк, шул саҡта барлыҡ коллективтар ҙа Өфөгә ынтылып торасаҡ.
Бөйөк хореограф, етәксе Фәйзи Ғәскәров иҫтәлеген мәңгеләштереү эше дауам итергә тейеш. Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Әгәр ҙә бөйөк шәхесте урыҡ-һурыҡ, өҙөк-йыртыҡ ҡына ниндәйҙер юбилейы мәлендә генә иҫкә төшөрһәк, тарихҡа, мәҙәниәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләй алмаясаҡбыҙ. Улар Фәйзи Ғәскәровтың тормош юлын, эшмәкәрлеген, ижадын, мәҙәниәткә, хореографияға индергән өлөшөн белергә тейеш. Ғәскәров индергән "әлифба"ны ғына түгел, ошо "әлифба"ны уның нисек итеп яҡлап-һаҡлап, нығытып ҡала алғанын да яҡшы белергә тейеш. Тап ошо ҡаҙаныштарға нигеҙләнә бөгөнгө башҡорт мәҙәниәте хазиналары. Улар Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең уңышына, ғорурлығына әйләнде. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа "Бейеү - ул халыҡтың йәне" фестивале тураһында Рәсәйҙең һәр мөйөшөндә һөйләп, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып йәшәйәсәкбеҙ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.11.24 | Ҡаралған: 36

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru